Үҙ һөнəренə тоғро

Борон əҙəм балаһы бер урындан икенсеһенə күсеп йөрөү, йөк ташыу өсөн ат, дөйə кеүек көслө, талымһыҙ хайуандарҙы файҙаланған. Лəкин замана уҙа бара, тормош алға китеү сəбəпле, был сараға ихтыяж кəмеп, алмашҡа автомобиль уйлап табыла. Илебеҙҙə октябрҙең һуңғы йəкшəмбеһендə автомобиль транспорты һəм пассажирҙар ташыу хеҙмəткəрҙəре үҙҙəренең һөнəри байрамдарын билдəлəй. Техника төҙөк булһа, водитель юлланған еренə барып етə, хəүеф-хəтəргə осрамай. Шул уҡ ваҡытта, əлбиттə, водителдең яуаплы булыуы ла мөһим. Белеүебеҙсə, был йəһəттəн бөгөн дəүлəт етəкселəре тарафынан ҙур эш башҡарыла: автомобилдəрҙең һəм башҡа төрлө транспорттың техник торошо тикшерелə, водителдəргə талаптар арта. Бəлəкəй генə хатаның йəки иғтибарһыҙлыҡтың да ҙур һəлəкəткə килтереү ихтималлығы барыбыҙға ла мəғлүм. Автомобилдəр ауыл хужалағы тармағының иҡтисади үҫешенə тос өлөш индерə. “Искра” ауыл хужалығы кооперативы автопаркында ҡырҡлап водитель эшлəй. Шундай һөнəр эйəлəренең береһе Раил Түлəков руль артында үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менəн башҡара. Бөгөнгө көндə ул хужалыҡтың махсус техникаһы, кран машинаһын йөрөтə. Раил Насир улы Яҡшымбəт урта мəктəбен тамамлағас, 1988 йылда Бəлəбəй ауыл хужалығы техникумының механизация бүлегендə белем алып, тыуған хужалығында эш башлай. Бына 32 йыл инде һөнəренə тоғро ҡала. Хужалыҡта водитель булып эшлəгəн Фаил Һөйөнов, Йəмил Аҡһаров, Риф Исхаҡов, Рəсим Аҡһаров, Наил Хəсəнов, Илшат Түлəков, Рафиҡ Абдрахманов, Əҡсəн Хəйбуллин, Таһир Хəсəнов, Альберт Искəндəров, Шəүрəт Сəлтəшев һəм башҡа шоферҙар үҙҙəренең һөнəри бурыстарын намыҫ менəн башҡара. Рəүеф АБДУЛЛИН Яҡшымбəт ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей