Үҙ эше, тормошо менән ҡәнәғәт

Ғәббәс ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Самаҙы ауылында йәшәгән Ниғмәтулла Хәлитов ауыл хужалығы өлкәһендә 30 йылдан ашыу эшләй. Бөтә ауыл малайҙары кеүек үк бәләкәйҙән техника менән ҡыҙыҡһынып үҫкән Ниғмәтулла ағай яҙмышын трактор-машинанан башҡа күҙ алдына килтерә алмай, шуға күрә лә армияға тиклем Мораҡта шофер-тракторсыға уҡып сығып, Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда эш башлай һәм әлеге көндә Абзанда ШЭ Г. Абдулов крәҫтиән-фермер хужалығында эшләп йөрөй. Самаҙы ҡыҙы Земфира менән яҙмышын бәйләй. Тыуған ауылында мәктәп бөтөрөлгәс, балаларын артабан уҡытыу өсөн кәңәшләшәләр ҙә кәләшенең ауылына күсеп килергә ҡарар итәләр. Әлеге көндә ҙурҙары – Рәмилдәре Тажикстанда контракт буйынса хеҙмәт итә, Димдәре Мәскәүҙә төҙөлөштә эшләй, Гөлфирә – Медногорскиҙа медколледждың 1-се курсында, Линар һәм Гөлнәзирә Абзан мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр. 
 – Заманында ауыл еренә кәрәкле һөнәр булғанға һайланым, бында йөрөп эшләүемә инде бишенсе йыл булып китте. Эшемде яратам, яратмаһам эшләмәҫ инем, – ти Ниғмәтулла Хисмәтулла улы. – Мин Т-150 тракторында йөрөйөм. Иртән 8-гә килеп, ҡараңғы төшкәнсе эшләйбеҙ. Хужалыҡта төшкө, киске аш яҡшы ойошторолған, төндә эшләгән осраҡтарҙа ла була, унда ла ашаталар. Ҡышын ремонт эштәре менән булабыҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей