Үҙ эше-хәләл көсө

Ҡасандыр халыҡты бергә туплаған күмәк хужалыҡ, һуңғараҡ мәктә тә ябылғас, ауыл һүнеп ҡалғандай тойола. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш булмағас, бөгөн ауыл киләсәген дауам итер йәштәр ауылда төпләнмәй, ситкә китергә мәжбүр.

Фирҙәүес һәм Рафиҡ Сәхиуллиндарҙың йорто йыраҡтан күренә: ҙурлығы, мөһабәтлеге генә түгел, баҡса артына тауҙай өйөлгән бесән төргәктәре лә күҙҙән ситтә ҡалмай.

Эшҡыуар булараҡ, малсылыҡ йүнәлешен һайлаған Рафиҡ Ғималетдин улының эшмәкәрлеге бынан 5-6 йыл элек башлана. Ғүмер буйы мәктәптә балаларға физкультура, тормош хәүефһеҙлеген һаҡлау фәндәренән дәрес бирә, сәләмәт йәшәү нигеҙен пропагандалай. Тормош иптәше Күгәрсен районы Һапаш ауылы ҡыҙы Фирҙәүес Әнүәр ҡыҙы ла колхозда эшләй.

Ғүмер аҡҡан һыу һымаҡ, тигәндәй, һиҙҙермәй, хаҡлы ялға сығыр ваҡыттары ла етә. Психологтарҙың тап ошо арауыҡта кеше араһында эшләгәндәр күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, тип фаразлауы ысынға тура килгәнен аңлай Сәхиуллиндар. Йоҡлар инең - күңел түҙмәй, әҙәби китапты ла тәүлек әйләнәһенә уҡыу мөмкин түгел. Ни эшләргә?!

Рафиҡ ағайҙың атаһынан ҡалған МТЗ-50 тракторы бар, һарайҙа 13 баш быҙау. Йоҡоһоҙ төндәрҙең береһендә уй килә, бәлки, субсидия юллап, мал һатып алырғалыр? Ҡулдары эш белә - бер башлаһалар, барыбер аҙағына еткерәсәктәр. Хыялдары тормошҡа аша, Хөкүмәт ярҙамы менән тағы 20 баш быҙау һатып алалар. Бер нисә йыл ауырғараҡ тура килә, әммә ыңғай көйләнгән эш, хужа менән хужабикәнең ҡыйыулығы, ныҡышмаллығы  уңышҡа илтә.

Бөгөн һыйырҙар аппарат менән һауыла. Фирҙәүес апай был эште сәғәт ярымдан артыҡ ваҡытта тамамлай. “Шул тиклем һөттө ҡайҙа ҡуялар икән”, тигән һорау тыуғандыр, моғайын. Йәйгеһен Сәхиуллиндар 200-250 литр һөт һата, хатта йыйылған халыҡҡа етмәй ҙә ҡала. Берәүҙәргә - эремсек, икенселәренә - ҡаймаҡ, тигәндәй, ҡала халҡы сифатлы һөт продукцияһын сират тороп ала. Магазиндыҡы менән сағыштырғанда, Томансы ауылынан килтерелгәненең хаҡы байтаҡҡа кәм булыуы ла һатып алыусыларҙы йәлеп итә.

Мал аҙығы артығы менән әҙерләнә, шәкәр заводынан сөгөлдөр һығынтыһы ла ташыла. Халыҡ мал аҫрамағанлыҡтан, буш ятҡан бесәнлектәр күп. Сап, ташы, өй генә! Йәш быҙауҙар йорттағы һарайҙа ҡышлағандан һуң, ҡуртымға алған фермаға күсерелә. Көтөүсе Миңнулла Дәүләтҡолов - хужалыҡта төп ярҙамсы. 23 гектар майҙанды күп йыллыҡ үлән биләй, бесән мәлендә хужа трактор яллай. Малға ваҡытында прививка эшләнә, һөт анализға тапшырыла.

45 баш малды 3 кеше генә тәрбиәләй, һауа, эшкәртә, һата! Бына ҡайҙа ул тулы ҡеүәткә йәшәү!

Хаҡлы ялға сыҡҡас, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған был парға һоҡландым һәм, ысын мәғәнәһендә, ғорурландым. Тимәк, үҙ эшеңде башлау өсөн бер ҡасан да һуң түгел!

РӘФИЛӘ СИБӘҒӘТУЛЛИНА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей