Үҙ еренең тоғро улы

Ғөбәйҙуллин Рәшит Ғәлинур улы бөтә тормош юлында тап ошо сифаттарҙан тайпылмай йәшәне. Еңеү һалдаты, тынғыһыҙ, әүҙем йәшәү рәүеше алып барған ветеран 95-се йәшендә вафат булды.

Р. Ғ. Ғөбәйҙуллин 1926 йылда Ниғмәтулла ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. 1944 йылдың мартында армияға алына. Егетте Кавказ аръяғы фронтына ебәрәләр. Башта аэростат полкында, артабан зенит-артиллерия полкында хеҙмәт итә. Алыштарҙың береһендә ул ҡаты яралана. Мөғжизә менән генә иҫән ҡала. 

Еңеү көнөн сержант Ғөбәйҙуллин Бакуҙа ҡаршы ала. Әммә уның өсөн һуғыш тамамланмай әле. Германияны еңгәндән һуң Курил утрауҙарын милитаристик Япония ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. Артабан Тымыҡ океан флотында хеҙмәтен дауам итә. 1951 йылда демобилизациялана. 

Әлшәйгә ҡайтҡас, бөтә ғүмерен тыуған ерендә хеҙмәткә арнай. Партия мәктәбен, төҙөлөш техникумын, Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Төрлө вазифаларҙа эшләй – трактор бригадаһы учетчигы, “Заря”, “Ленинская правда” колхоздарында агроном, «Межколхозстрой» ойошмаһында мастер-төҙөүсе-нормировщик, Өфө төҙөлөш ойошмаһының производство-техник бүлеге прорабы, инженеры була. Фронтовиктың хеҙмәт биографияһының күп өлөшө ауыл хужалығы менән бәйле – ул утыҙ йыл ауыл хужалығы идаралығының инженерлыҡ хеҙмәтенә етәкселек итә. Уның хеҙмәт стажы - 52 (!) йыл.  

Фронтовик шәхси тормошонда ла уңа. Рәшит Ғәлинур улы ҡатыны Рәшиҙә менән ике һоҡланғыс ҡыҙ - Неля һәм Лилиәне тәрбиәләп үҫтерәләр. 

Ғөбәйҙуллин Рәшит Ғәлинур улы Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, «Германияны еңгән өсөн», «Хәрби батырлыҡтары өсөн», «Японияны еңгән өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалдары, «Фронтовик» билдәһе һәм башҡа наградаларға лайыҡ булған.

Үҙ еренең тоғро улы, тынғы белмәҫ, теремек, ихлас күңелле ветеран һәр ваҡыт йәмәғәт тормошоноң үҙәгендә булды, уҡыусылар һәм йәштәр алдында йыш сығыш яһаны, Ватанды яратырға, яҡларға һәм һаҡларға саҡырҙы.

Фото fishki.net 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей