“ҮҪЕНТЕЛӘРҘЕ БАЛА КЕҮЕК ҠАРАРҒА КӘРӘК”
Ҡояш юғарыраҡ күтәрелеп, ҡарҙар иреп, һыуҙар ташҡан осорҙа баҡса үҫтереүсе хужабикәләр өсөн күңелле мәшәҡәттәр мәле башлана. Тырыш ғаиләләр мал, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, йорт-ҡураһын гөл-сәскәгә күмә. Улар өҫтәл тулы һый-хөрмәт булһын, ҡапҡанан инеү менән аллы-гөллө сәскәләр хуш еҫ таратып, тирә-яҡты йәмләп ултырһын өсөн иртә яҙҙан үрсетмәләр ултырта. Ҡамышлы ауылында йәшәүсе Зөлфиә Арыҫланова ла шундай матурлыҡҡа ғашиҡ уңған хужабикәләрҙән.
– Үҙ донъябыҙҙы булдырғас, мал-тыуар ҙа аҫрайбыҙ, баҡсала йәшелсә-емешен дә үҫтерәбеҙ. Мал ҡарау, йорт эштәре күбәрек тормош иптәшем Азат Нурлығаян улы иңенә төшә. Мин үҙем баҡса үҫтерергә, төрләндереп аш-һыу әҙерләргә яратам. Баҡсанан өҙөп ашау өсөн үрсетмәләрҙе иртә яҙҙан сәсергә кәрәк. Тупраҡты, ашламаны көҙҙән әҙерләп ҡуябыҙ. Әлегә борос, помидор, төрлө сәскәләр ултырттым. Иртә ашай торған ҡыяр орлоғон шыттырырға ҡуйҙым. Үҫентеләр тәҙрә төбөндә шул тиклем тиҙ үҫә. Әҙерәк күтәрелгәс, уларҙы теплицаға сығарып ултыртам. Һалҡын көндәрҙә электр йылытҡысын сығарып ҡуябыҙ. Теплицаға тағы кәбеҫтә, редис һәм башҡаһын ултыртаһы бар әле,– ти Зөлфиә Рәис ҡыҙы.– Быйыл помидор үрсетмәләрен яңыса ысул менән ултыртып ҡараным. Ул былай эшләнә: ҡағыҙ салфетканы бер аҙ еүешләп, полиэтилен тоҡ өҫтөнә йәйәһең һәм шунда орлоҡтарҙы һибеп сығаһың. Артабан рулон итеп төрөп, төбөнә бер аҙ һыу һалынған стаканға ҡуяһың. Орлоҡтар шытып, япраҡтары күренә башлағас, полиэтиленды асырға кәрәк. Бер аҙ нығынып үҫкәс, махсус һауыттарға күсереп ултырттым.
Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе - йәйен-көҙөн силәктәргә өлгөргән емеш-еләкте йыйыу. Зөлфиә Рәис ҡыҙы йәй башынан алып, ҡара көҙгә тиклем үҙҙәре үҫтергән хәләл ризыҡты эш итеп, балаларын, туғандарын ҡыуандыра.
– Был шөғөл минең күңелем өсөн кәрәк. Йәй буйы тир түгеп үҫтергән йәшелсә, еләк-емештән мул уңыш алыуҙан йәшәүгә көс-дәрт арта. Әлбиттә, өлгөргән байлыҡты эшкәртә лә белергә кәрәк. Йыйылған уңыштан ҡышҡылыҡҡа һый-ниғмәт әҙерләйем,– ти ул.
Ысынлап та, мул уңыш алыр өсөн үрсетмә үҫтереүҙең дә үҙенә күрә төрлө үҙенсәлектәре бар. Орлоҡтарҙың районлаштырылғанын, һалҡынға сыҙамлыларын һәм, әлбиттә, быға тиклем үк һынау үткәндәрен һайлап алырға кәрәк. Уларҙың сортына ғына түгел, таҙалығына, сығышына һәм шытым көсөнә иғтибар итеү мөһим. Помидор, борос, баклажан орлоғон сәсер алдынан сыныҡтырырға кәңәш ителә. Помидорҙың иртә өлгөрә торғандарын февраль уртаһында, ә инде урта һәм һуң өлгөргәндәрен март баштарында сәсергә кәрәк. Орлоҡтарҙы марганцовка иретмәһендә тотоп дезинфекциялау яҡшы. Уларҙың һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөгәндәрен алып ташларға кәрәк, төпкә төшкәндәре сәсергә яраҡлы була. Тупраҡ минераль ашламаларға бай булырға тейеш, уртаса температура 20 градустан кәм булмаһын. Уңыш муллығының сере — баҡса үҫтереү тәртибен белеүҙә, органик ашламалар индереүҙә һәм яҡшы тәрбиәләүҙә.
Зөлфиә Рәис ҡыҙы мәктәптә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, математика, информатика дәрестәренән белем бирә. Тормош иптәше Азат Нурлығаян улы ла шул уҡ мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән уҡыта. Йәмәғәт эше күп булыуына ҡарамаҫтан, улар йорт эшенә лә өлгөрә, балалар ҙа тәрбиәләй. Бергәләшеп баҡса үҫтереү ғаилә тормошоноң күңелле миҙгелдәрен тағы ла арттыра.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА