Урып-йыйыу эштәре йылдам бара

Был турала беҙгә райондың баш агрономы Фәүзиә Ғилманова хәбәр итте.

Әлеге көндә ете хужалыҡ урып-йыйыу эштәренә то-тонған. Район буйынса 1700 гектар ерҙә ужым сабылған, шуларҙың 1300 гектары йыйып алынған. Уңыштың уртаса гектар ҡеүәте - 21 центнер. «Лейтер», « Интернационал», «Едих» хужалыҡтарында был күрһәткес күпкә юғары - 30 центнерҙан артыҡ. Районда барлығы 31 комбайн бар, шуларҙың 18-е баҫыу киңлеген иңләй.

Мал аҙығы әҙерләү эштәре лә дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, районда 13500 тонна бесән әҙерләнгән, 12500 тонна сенаж һалынған. Бер үк ваҡытта ерҙе туңға һөрөү эштәре бара. Быйыл 6 мең гектарҙа ужым культураларын сәсеү планлаштырылған.

"Торатау" гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей