Урындағы үҙидара

Мәғлүмәт төркөмө етәксеһе - район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙенең сығышында райондың социаль-иҡтисади үҫеше йомғағы, йәлеп ителгән инвестиция программалары, Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар планы менән таныштырҙы, тармаҡ үҫеше күрһәткестәрен барланы. Хеҙмәт йәшендәгеләрҙең күпләп ситкә китеүе, иҫерткес эсемлектәр менән сауҙа итеүселәр, юлдар торошо мәсьәләләре күтәрелде.

Ҡаланың эшкәртеү һәм етештереү предприятиелары йылды уңышлы тамамлаған, төрлө кимәлдәге программаларҙа ҡатнашыуҙа әүҙемлек күҙәтелә.

Ауыл хакимиәте башлығы Мөхтәр Йосопов сығышында башҡарылған эштәргә туҡталды, шулай уҡ алда торған мөһим проблемаларҙы ла яҡтыртты.  10 тораҡ пунктты берләштергән биләмәлә халыҡ йәшәйешен яҡшыртыу йүнәлешендә эштәр дауам итә, янғын хәүефһеҙлеге, юлдар торошо, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, юлдарҙы яҡтыртыу һорауҙары көнүҙәктә.

Йыйылышта халыҡ күп ҡатнашты. Төбәк операторы эшмәкәрлегенә бәйле һорауҙар иң күп яңғырағандарының береһе булды. Шәхси йортта йәшәүселәр федераль трасса аша сыҡҡанда мал ҡыуыу билдәләре булмауына борсолдо, мәктәп уҡыусыларының тротуар булмау сәбәпле, автомобиль юлы буйлап хәрәкәт итеүе хәүеф тыуҙыра. Балалар майҙансығы янында транспорт ҡуйыу, ремонтлау, ташҡын мәлендә йорттарға хәүеф янауына шик белдерҙе.

Йәштәргә ер участкалары бүлеү сәбәпле, урамдарға район үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр исемен биреү тәҡдиме менән сығыш яһаусылар булды.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей