“УРОЖАЙ”ҘАР ҺӨҘӨМТӘЛЕ ЭШЛӘЙ

“Урожай” КХ-һының Березовка фермаһы һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеп эшләүсе коллективтарҙан һанала. Бында мал йәнле, үҙ эшенә бирелгән, күп хеҙмәт стажы булған кешеләр эшләй.

Березовка менән Бурлы ауылы араһындағы яланда 30 йылға яҡын малсылыҡта эшләүсе Наил Ғәйнулла улы Хажимөхәмәтов менән Рифҡәт Исхаҡ улы Фәхретдиновты (һүрәттә) ферма малдарына күҙ-ҡолаҡ булып йөрөгәндә тап иттек. 195 баш мал өсөн яуаплы улар.
- Эйәрле атта эш еңелләшә инде. Ярҙамға этебеҙ ҙә эйәреп сыға. Әле себен, серекәй юҡ, малдар ашап ҡына йөрөй, шуныһы рәхәт, - ти улар.
Малсылар Винер Фәхретдинов, Александр Лепенко менән алмашлап эшләй икән улар. Һауынсылар Вәсилә Хажимөхәмәтова, Наталья Фәхретдинова, Елена Лепенко, уларҙы алыштырыусы Роксана Топоркина быйылғы үлән мул осорҙа туйып ҡайтҡан һыйырҙарҙы көтөп тороп, ”һөт шишмәһен” тулыландыралар .
- Әле һауым кәмеһә лә, һөттөң ҡуйылығы артты, 4,4-4,6 булып китә. Хәҙер ҡараңғы иртә төшкәс, малдарҙы төнгөлөккә көтөү ойошторолмай. Киске һауындан һуң малдарға ашарҙарына биреп, бикләп ҡуябыҙ. Ҡышҡылыҡҡа ла етерлек аҙыҡ әҙерләнде, - ти ферма мөдире Фәнис Исхаҡ улы Фәхретдинов.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей