“Урманды һаҡларға һәм ҡурсаларға кәрәк”

Урмансы һөнәре элек-электән  абруйлы һаналған. Был һөнәр эйәләре ер йөҙөндәге иң ҙур хазинаны һаҡлайҙар. Урман – ул йылытыусы, һулаған һауа, йорт һәм хужалыҡ өсөн тәбиғи материалдар...
Урмансы һөнәрен ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һайлай. Боҙаяҙҙа йәшәүсе һәм эшләүсе Фәриҙә Бикмәтова ла - сирек быуатҡа яҡын һайлаған һө­нәренә тоғро ҡалып, йәшел ҡал­ҡаныбыҙға һәм халыҡҡа тоғро хеҙмәт иткән урман хужабикәһе.
Ауылда үҫкән кеше – ул тәбиғәт балаһы. Шуға был һөнәрҙе һайлаусыға һис тә ап­ты­рарлыҡ түгел. Шулай ҙа уның һөнәр һайлауы осраҡлы килеп сыға. Ҡабаҡ ауылы ҡыҙы урындағы мәктәпте тамамлағас, Өфө урман хужалығы техникумының студенттар йыйы­уы тураһында иғлан күреп ҡала. Фәриҙәне “теплица эше” тигән бүлек ҡыҙыҡһындыра. Теплицала төрлө йәшелсә үҫтерермен, тип күҙ алдына килтереп, туп-тура ошо уҡыу йортона китә. Тик яҙмыш ҡушыуы буйынса документ­тарын “урман хужалығы технигы” тигән белгеслек буйынса тапшыра...
Студент йылдарында Ҡырмыҫҡалы ур­ман хужалығында практика үткән саҡта уға Бо­ҙаяҙ урман хужалығына эшкә килергә тәҡ­дим итәләр. Тыуған райондан сығып китеү уйында ла булмаған ҡыҙ ҡулына диплом алғас, бында килә һәм лесничий ярҙамсыһы булып эш башлай. Алда уны мауыҡтырғыс та, ҡатмарлы ла тормош көтә. Тәүге ауырлыҡтар йәш белгесте ҡурҡытмай. Эштә дисциплина ныҡлы була. Бында ҡатын-ҡыҙ йәки йәш булғаны өсөн ташлама яһалмай. Ул баштан аяҡ эш­кә сума. Кү­беһенсә документация менән эшләй. Беле­мен камиллаштырыу маҡ­са­тында Баш­ҡорт дәүләт аграр уни­вер­сите­тың урмансылыҡ факуль­тетына ситтән тороп уҡырға инә. 2008 йылда әйҙәүсе бел­гес итеп күсерелә, ә 2016 йылда  етәкселек арыу-талыуҙы белмәгән хеҙмәт­кәрҙең тырышлығын, эште намыҫ менән еренә еткереп башҡарыуын  күреп, уға тағы ла яуаплыраҡ эш - Боҙаяҙ һәм Өршәк урман хужалығының участка урман­сыһы (дәүләт инспекторы) вазифа­һы ышанып тапшыра.
- Бурысым – урманды һаҡлау, эш бары­шын, тәртип һаҡлауҙы тикшереү, санитар торошто, янғын хәүефһеҙлеген контролдә тотоу, ҡағиҙәләрҙе боҙоусыларҙы туҡтатыу, яҙын-көҙөн йәш үҫентеләрҙе ултыртыу, йәш культураларҙы тәрбиәләү. Урман – беҙҙең дөйөм байлығыбыҙ. Уны һаҡларға һәм ҡур­саларға тейешбеҙ. Ҡағиҙәләрҙе үтәмәү­селәр­гә штрафтар һалына, - ти Фәриҙә Фидрат ҡыҙы. - Элек беҙҙең Боҙаяҙ хужалығында ғына 15 хеҙмәткәр ине, ә хәҙер ике кешебеҙ. Ә Өршәк урман хужалығында әүәл 12 булһа, әлеге көндә – 2. Уның береһе мин. Бөтә тәғә­йенләнештәге ерҙәрҙе тикшерергә өлгө­рөргә кәрәк. Еңел машинамда урмандарға еләм. Заман техноло­гиялары ярҙамға килә - тәртип боҙоусылар юлдаш системаһы аша асыҡлана.
Йәшел ҡалҡаныбыҙ тәбиғәтте һөйгән, уның өсөн көйгән ышаныслы ҡулға тап­шы­рылған. Фәриҙә Бикмәтова ағастар­ҙан, ур­ман шаулауынан йәшәү көсө алып, тыры­шып хеҙмәт итә. Ул урман менән бер бөтөнгә әйләнгән, тиһәң дә була. “Урман минең йәшәү рәүешемә ингән. Унан башҡа йәшәй алмайым. Әлдә ошо һөнәрҙе һайлағанмын”, - ти тәжрибәле урмансы.
Ғаиләһенән дә уңған ул. Ире Вилмир Бик­­мәтов – “Артемида” йәмғиәтендә ал­дын­­ғы комбайнер. Ғаиләлә ике бала тәр­биәләйҙәр. Улар эшендә һәм хужалыҡта һәр саҡ ярҙам итергә тырышалар.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

 

С уважением, газета "Даира"

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей