Ураза байрамы (Аургазинский район)

" Урал" ауыл хужалығы кооперативы бар мосолман ҡәрҙәштәрҙе, ауылыбыҙҙың бар кешеләрен гүзәл байрам - изге Рамазан айының тамамланыуы һәм Ураҙа байрамы менән ҡотлай!
Ураҙа байрамы ауылыбыҙҙа бик матур, мөбәрәк үтте. Ауылыбыҙҙың мәсете иртән иртүк матур итеп кейенеп, йылмайып торған ауылдаштар, ҡунаҡтар менән тулды. Оло йәштәгеләрҙә, урта быуында, йәштәр, балалар ҙа күп, барыһыла күңел талабы буйынса килгәндәр.
Байрам ауылдашыбыҙ Ильдус Нәҙершиндың матур моңлы аҙан тауышынан башланды. Бар килеүселәр ауыл иман-хатибы Сабир Ҡоҙашев менән намаҙға баҫып күңелдәргә иман нуры алдылар. Уның бик матур мәғәнәле вәғәзен тыңланылар. Ауыл хакимиәте башлығы Нил Закир улы бар ауылдаштарҙы байрам менән ҡотланы, теләктәр теләне. Байрам ыңғайынан бар килеүселәр өсөн сәй мәжлесе ойошторолды. Һәр кеше ҡулынан килгәнсә бешеренеп. әҙерләнеп килгәйне. Тәмле күстәнәстәрҙән ауыҙ итеп , байрам сәйе эселде. Изге теләктәр әйтеп.ҡыуаныстар менән уртаҡлаштылар.
Байрамдың икенсе өлөшө булып спорт майҙанында балаларға ойошторолған төрлө ярыштар торҙо. Был үҙе бер һабантуй байрамы булды. Был сараларҙы ойоштороусы булып яҡташыбыҙ, Сауд Ғәрәбстанында уҡып ҡайтҡан Вилдан Якшин ғаиләһе менән. Ә ауылдағы дуҫтары, уҡытыусылар байрам ойошторорға ихлас ярҙам иттеләр. Бар халыҡҡа матур табын әҙерләнде, былау, шешлек бешерелде, самауырҙар ҡайнап торҙы.
Байрамдан бар халыҡ күтәренке кәйеф менән таралышты.
Беҙ бик матур, яҡты мәрхәбәтле. изге эштәр эшләнеүен күрҙек.
Бар ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!
Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ,бәхет һәм тыныс тормош насип булһын!

Источник: СПК "Урал"

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей