Ураҡҡа төштөләр

Салауат исемендәге хужалыҡ механизаторҙары тәүгеләрҙән булып  урыу-йыйыу кампанияһын асып, ужым культураларын сабыуға, борсаҡты урыу-һуғыуға төштө. Уңыш гектарынан 20 центнер тәшкил итә. Бөгөнгә ҡарата 300 гектарҙан ашыу майҙанда ҡуҙаҡлылар яҫмаға һалынған, 200 гектар майҙандан йыйып алынған. Был культура район буйынса йәмғеһе 1844 гектарҙы биләй.

Ярауай культуралар район хужалыҡтары буйынса 315 гектарҙа  сабылған, 200 гектарҙа йыйып алынған.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей