Ураҡҡа старт бирелде

Бына, ниһайәт, игенселәр көтөп алған мәл - сәскәнде урып-йыйыу ваҡыты етте. Район ҡырсылары өсөн “Руссал” ЯСЙ-һының ужым бойҙайы баҫыуында семинар үткәрелде. Унда район хакимиәте башлығы, уның беренсе урынбаҫары - ауыл хужалығы бүлеге начальнигы, АХБ һәм МКҮ белгестәре, райондың ауыл хужалығы һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты. Район башлығы Дәмин Юланов кәңәшмәне асып, көн үҙәгендәге мәсьәләләр менән таныштырҙы. Ул быйылғы һауа шарттарының крәҫтиәнде һөйөндөрмәүен, шулай ҙа ураҡ мәле етеп, бик яуаплы осор башланыуын билдәләп үтте. Самат Йәрмөхәмәтов яңыраҡ Күгәрсен районың Тәүәкән ауылында уҙғарылған республика “Баҫыу көнө”нән алынған тәьҫораттары менән бүлеште. Артабан баҫыу хужаһына – Руслан Байбулатовҡа һүҙ бирелде. Ул үҙе һәм тағы ике фермер менән эшкәртелгән майҙандар, былтыр һәм бер нисә көн элек кенә ҡайтарылған урып-йыйыу техникаһы, инвесторҙар менән тығыҙ бәйләнештә эштәр алып барыуҙары тураһында бәйән итте. Сығышының аҙағында малсылыҡ менән генә түгел, игенселек менән дә шөғөлләнеүсе фермерҙарға, ауыл хужалығы предприятие етәкселәренә ҡыр эштәрен имен-аман атҡарып сығыуҙарын теләне. Дәмин Марат улы “Руссал” хужаһы Руслан Байбулатовтың эшмәкәрлеген ыңғай яҡтан баһалап, башҡаларға ла шундай уҡ эшлекле инвестор табырға кәңәш итте. Ураҡ эштәре игенселәр өсөн иң мөһим имтихан. Ул, шулай уҡ, етәкселәр һәм белгестәр өсөн ҙур яуаплылыҡ та. Был эштәрҙе тейешле кимәлдә ойоштороуҙан йыл дауамында эшләү һөҙөмтәһе күренәсәк, тип, МКҮ-ның агроном-консультанты Р. Алтынсуринға һүҙ бирҙе. Рафиҡ Зәкирйән улы ауыл хужалығы культураларын йыйыу технологияһы тураһында ентекләп һөйләне. Ул уңыш йыйыу ваҡытында юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн комбайнды тейешенсә көйләргә кәрәклеге тураһында әйтеп, ҡайһы культураларҙы ошо ваҡытта нисек йыйыу отшло икәнлеген йыйылыусыларҙың иҫтәренә төшөрөп үтте. Тәжрибәле агроном иген келәттәренә дезинфекция үткәрергә, “ЗАВ”тарҙы эш хәленә килтерергә, элиталы һәм районлаштырылған орлоҡтар менән эш итергә, туңға һөрөү эшен дә бергә алып барырға, районда яңы сәселә башлаған культураларға иғтибар бирергә кәңәш итте. Баҫыуҙа, кәңәшмә барышында, район хакимиәте башлығы ужым культураларын ваҡытында сәсеү яҙғы сәсеүҙе еңелләштереүен, был йоланы артабан да боҙмай дауам итергә кәрәклеген үҙ тәжрибәһенән сығып һөйләне. Ул йыйылыусыларҙы элиталы ужым культураларының орлоғоноң быйылғы һатып алыу хаҡтары менән таныштырҙы. АХБ-ның баш инженеры Рәмил Мырҙабулатов район хужалыҡтарының техника менән тәьмин ителеше һәм ураҡ эштәренә әҙерлеге тураһында, иген урыу комбайндарына техник тикшереү үткәреү йомғаҡтары тураһында Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Вадим Иҙелбәков һөйләнеләр. Уңыш йыйыу осоронда механизаторҙарҙың хеҙмәтен һаҡлау һәм хәүефһеҙлеген булдырыу – тормош ҡанундарының береһе. Хәүефһеҙлек талаптары менән баш инспектор Рөстәм Рәжәпов таныштырҙы. Ауыл хужалығы культуралары сәсеүлегендә игендең таҙалығын, сортын тикшереү (апробация) мәсьәләләре буйынса “Россельхозцентр” ФДБУ-һының Ейәнсура район-ара филиалы бүлеге етәксеһе Вадим Тажмөхәмәтов сығыш яһаны. Йыл башынан РФ “Агросемэксперт” программаһы буйынса эш алып барыла, был программа тулыһынса орлоҡтарҙың сортын, сәсеү сифатын тикшерә һәм алынған барлыҡ мәғлүмәт тә шунда сағыла. Ул сәселәсәк орлоҡтарға, уны оҙатыусы документтарға һәм был программа талап иткән бүтән һорауҙарға етдиерәк ҡарарға саҡырҙы. Шулай уҡ иген һаҡлағыста яңы уңышты һаҡлау өсөн шарттар булдырырға кәрәклеген етәкселәрҙең иҫтәренә төшөрөп үтте һәм ураҡ эштәрен юғалтыуҙарһыҙ башҡарып сығыуҙы, иген келәттәренең тулы булыуын теләне. Сығыш яһаусыларҙан һуң кәңәшмәгә йыйылыусыларға башлыҡ урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтов быйылғы йыл үҙенсәлектәре тураһында әйтеп, ураҡтан тыш, мал аҙығы әҙерләүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, мал ҡышлатыуға һаламды рулонлап, төктәргә төрөп, әҙерләргә кәңәш итте. Тағы ла уңыш йыйыу бара, әле хужалыҡ етәкселәренә орлоҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн уңай мәл булыуын иғтибар үҙәгенә алды. Бураһында орлоҡ ятһа, хужа үҙен ышаныслыраҡ тотасаҡ, тип, иген етештереүселәргә һатып алыу хаҡтарының ярайһы ғына юғары булыуы хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Район башлығы урынбаҫары быйыл Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған йәштәр менән эш алып барыуҙары, “Йәш белгестәргә дәүләт ярҙамы” программаһы эшләүе тураһында әйтеп үтте. Кәңәшмәнең тәүге өлөшөн тамамлап, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов йыйылыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне һәм был көндә файҙалы бик күп мәғлүмәт бирелеүен әйтеп, уларҙы хужалыҡтар етәкселәре, фермерҙар үҙ эштәрендә ҡуллана аласаҡ, тине. Практик өлөш тә ошо уҡ баҫыуҙа үткәрелде. Иҙелбәк һәм Казанка ауылдары уртаһында ятҡан баҫыуға Руслан Байбулатовтың яҙғы сәсеүҙән алып уңыш йыйыуға тиклем, баҫыуҙарҙы туңға һөрөүгә тәғәйенләнгән бар техникаһы тупланғайны. Ошонда уҡ былтыр һатып алынған “Акрос-550” иген урыу комбайны һәм кәңәшмә алдынан ғына ҡайтарылған, 5 млн.100 мең һум торған “NOVA-340” комбайны ла ҡуйылғайны. Барыһы ла яңы техникаларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, хаҡтарын белеште. Шул уҡ ваҡытта баҫыу хужаһы үҙе үҙгәртеп эшләгән культиватор ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Башҡа техникаларға ла Руслан Фазылйән улы үҙ проекты буйынса ниндәйҙер яңылыҡтар индергән, уларҙы эш барышында ҡулланып күрһәтте. Был яңылыҡтар кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙа хуплау тапты. Наилә Ҡарабаева. Һүрәттәрҙә: Рөстәм Абдуллин фотолары.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей