Ураҡ өҫтө ҡыҙыу бара «Йыл ҡоро килһә лә, бирешмәйбеҙ», - ти Борис Абдуллин хужалығы эшсәндәре

Баҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле. Игенселәр ваҡыттың һәр сәғәтен, секундын файҙаланып ҡалырға тырыша. Урыны менән ваҡытһыҙ яуған ямғырҙар ҙа уларҙың эшен туҡтата. Ер батырҙарының ҡыҙыу эш мәле менән танышыу маҡсатында, Ивановка ауылынан тәжрибәле фермер Борис Абдуллин хужалығына юл алдыҡ.
Эш сәфәребеҙ менән сыҡҡас, алыҫ-алыҫтарға йәйелгән диңгеҙ баҫыуҙары араһынан комбайнсылар Вәлит ауылынан Фирғәт Мостафин, Єбделнасирҙан Фәнил Фәйзуллин һәм Ивановка ауылынан Алексей Овченниковтарҙы саҡ табып алдыҡ. Район үҙәгендә ямғыр яумаһа ла, бында күренеп тора, ярайһы уҡ яуып үткән.
- Ямғыр яуыу сәбәпле ҡыҙыу эште туҡтатып торорға мәжбүрбеҙ. Ҡояш төш ауышыу менән ҡыҙҙыра башланы, ел дә сығып тора, шуға ла төштән һуң эште дауам итербеҙ. Ураҡ тамамланғансы яумай торһон инде. Ураҡҡа төшкәнебеҙгә өс көн, бер баҫыуҙы тамамланыҡ. Йыл ҡоро килһә лә, уңышты бөтөнләй юҡ тип әйтә алмайбыҙ, булғанынса шөкөр итеп йыябыҙ, әрәм итмәйбеҙ. Техника боҙола ҡалһа, һә тигәнсе бер-беребеҙгә ярҙам итеп, эште дауам итәбеҙ. Бер комбайнсы культураларҙы яҫмаларға һала, икенсеһе иһә артынан йыя. Тағы ла ике комбайн әҙер ултыра. Минең был хужалыҡта эшләүемә биш йылдан ашыу ваҡыт үтте. Яҙғыһын сәсеүҙә К-700-та йөрөйөм, бесән мәлендә «НИВА» комбайнына ултырып алам, әле бына ураҡта өр-яңы «Вектор»ҙа елдерәм, - тип хужалыҡ менән таныштырҙы Фирғәт ағай.
Ысынлап та, яңы техника яңы инде. Бөтә уңайлыҡтары бар: кабинаға саң тулмай, йөрөүгә уңайлы, уның ҡарауы, игенселәрҙе дәртләндереп, магнитолаһында ла башҡортса матур йырҙар яңғырай. – Бында ашау, йәшәү яғы ла яҡшы. Мунса бар, көн һайын эштән ҡайтыуға әҙер, дүрт тапҡыр туҡлыҡлы, тәмле итеп ашаталар, коллектив татыу, - тип һүҙҙе тамамлап, оҙаттылар беҙҙе тәжрибәле игенселәр.
Тырыш фермер Борис Хәмитйән улы ике хужалыҡта бөтәһе бергә 2500 гектарҙан ашыу майҙанда иген культуралары – йомшаҡ һәм ҡаты сортлы бойҙай, етен, һоло сәсә. Орлоҡто алмаштырып тора, элиталы орлоҡ та ала.
Хужалыҡта уңыш йыйыу менән бер рәттән баҫыуҙарҙы һаламдан таҙартыу сараһын да күрәләр. Комбайндар артынса ҡалған һаламды йыйып, өйөп ҡуялар. Ырҙын табағында ла ҡыҙыу эш бара. Баҫыуҙан килгән бойҙай елгәртелеп, келәттәргә һаҡлауға һалына бара.
Хужалыҡ етәксеһе Борис Хәмитйән улын осрата алмаһаҡ та, кеҫә телефоны аша һөйләшергә ваҡыт табып: «Һәр эште үҙ мәлендә башҡарыу иң мөһиме, көндәр генә аяҙ торһон, комбайнсыларҙан эш ҡалмай, тик техника ғына һынатмаһын»,- тине ул.
Эште нисек башлағандар, шулай сифатлы һәм ҡыҫҡа ваҡытта, уңышлы теүәлләргә яҙһын "Абдуллин” хужалығы игенселәренә тип, ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.
Єйткәндәй, фермер Борис Абдуллин «Абдуллин» крәҫтиән-фермер хужалығын 2012 йылдан алып бара. Хужалыҡта 118 баш йылҡы малы, 145 баш һыйыр малдары тота. КФХ-нан тыш, ошо йылдың февраль айынан «Агроферма Бикбау» ЯСЙ-һын булдыра. Тырыш фермер, иегнселектән тыш, мал аҙығын да үҙ көсө менән әҙерләп ала. Күп йыллыҡ үләндән 200 гектар бесән сабып ала. Шулай уҡ, ауыл биләмәһе ерҙәрен ҡуртымға алып әҙерләй. Бынан тыш, фураж, һалам етәрлек әҙерләй.
Луиза Юлмөхәмәтова, хәйбулла хәбәрҙәре гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей