Ураҡ өҫтө

Республикала иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымы 2765 мең тонна тәшкил итә. 3 сентябргә ҡарата игенселәр бөтә майҙандарҙың 72 процентын йыйып алған. Республика буйынса уңдырышлылыҡ гектарынан 22,2 центнер булған. Тәүлек артымы күрһәткесе – гектарынан 63,3 мең центнер.

Мәсетле районында ла һауа торошо яйға һалынды һәм аграрийҙар көҙгө сыуаҡтың һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша.
Ураҡты тәүгеләрҙән булып “Йондоҙ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тамамлаған. Хужалыҡта бөтәһе 1106 гектарҙа иген культуралары сәселгән булған: 170 гектарҙа – ужым арышы, 336 гектарҙа – бойҙай, 188 гектарҙа – арпа, 240 гектарҙа – һоло. Бында уртаса уңдырышлылыҡ гектарынан 15 центнер тәшкил иткән.
– Быйылғы ураҡ мәле үткәндәренән һиҙелерлек айырылып торҙо. Йәй башында оҙаҡ ваҡыт көндәр ҡоро торҙо. Хатта уңышты юғалтыу хәүефе барлыҡҡа килде. Ҡурҡыныс хәлдән һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе ҡотҡарҙы: ямғырҙар башланды. Был сәсеүлектәрҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә яҡшы уңыш алыу мөмкинселеген дә бирҙе. Тәү сиратта, был арпаға ҡағыла – гектарынан 16,5 центнер йыйып алдыҡ, – тип һөйләй “Йондоҙ” йәмғиәте директоры Юрис Латипов. – Элиталы орлоҡтар сәсеү, ашламалар индереү ҙә үҙ ролен башҡар-ҙы. Бынан тыш, туңға һөрөлгән баҫыу-ҙарҙа уңдырышлылыҡ юғары булды. Шуға күрә күберәк майҙанда туңға һөрөү эштәрен башҡарырға кәрәк.
Ошо ҡыҙыу мәлдә механизаторҙарҙың профессионаллеге маҡсатҡа ирешеүҙә ҙур роль уйнай.”Йондоҙ” йәмғиәтендә ураҡ эшенә “Дон” һәм ике “Нива-эффект” комбайндары йәлеп ителгән, уларҙа Салауат Латипов, Илдар Мөхәмәтйәнов һәм Азамат Хәлилов елдерә.
Ашлыҡты Вәғиз Шафиҡов, Фидан Сөләймәнов, Фәнис Шакиров ташыған. Иген ырҙынында ла эш ҡыҙыу бара: ташыуҙа – шофер Ринат Закиров, ашлыҡ киптереүҙә – Илдар Хафизов, Илдус Зиннуров.
Баҫыуҙарҙа туңға һөрөү эштәре бара. Уны яуаплы механизатор Радис Хәмиҙуллин башҡара.
Бындай ҡыҙыу осорҙа ялан батырҙарын ашатыу ҙа мөһим роль уйнай. Оҙаҡ йылдар хужалыҡта тәжрибәле ашнаҡсылар Зөлфиә Шамакова һәм Әлфиә Абдуллина эшләй. Улар эшсәндәрҙе тәмле һәм туҡлыҡлы аш-һыу менән һыйлай.
Юрис Хәйҙәр улы ҡышҡылыҡҡа фермаларҙың әҙерлеге тураһында һөйләне:
– Хужалыҡта фермалар ҡышҡы осорға әҙер. Уларҙы аҡланылар, дезинфекция үткәрҙеләр. Яңы транспортер һатып алдыҡ һәм быҙау арбаҙын ремонтланыҡ.

Әйткәндәй,
Мәсетле мәғлүмәт-консультация үҙәге хәбәр итеүенсә, 7 сентябргә район хужалыҡтары тарафынан иген культураларын урып-йыйыу 62,3 процентҡа үтәлгән. Эштәрҙең яртыһынан күбеһен “Ленинский” һәм “Аҡтау” хужалыҡтары, “Батыр” ЯСЙ-һы, “Попов” һәм “Зиялтдинов” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башҡарған.

Һүрәттә: Комбайнсылар Азамат Хәлилов, Салауат Латипов, Илдар Мөхәмәтйәнов, шоферҙар Фидан Сөләймәнов һәм Вәғиз Шафиҡов.

Автор: Наркес Халиуллина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей