Ураҡ ҡыҙа бара (Әбйәлил районы)

— Бөгөн хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары баҫыуҙарында бесән әҙерләү менән бергә сенаж һалыу дауам итә, техник, ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары һуғыла, — тип һөйләй Ғәлим Наил улы. — Яҙҙың һыуыҡ килеүе, июнь айында яуым-төшөмдөң булмауы сәсеүлектәргә күтәрелергә бирмәне, йәғни бесәндең уңышын кәметте. Шулай ҙа хужалыҡтар, КФХ-лар булған үләнде әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймай, уны сабып-йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һалды. Бөгөн тәбиғи сәсеүлектәрҙә бесән әҙерләү эше дауам итә. Элиталы баҫыуҙарҙы сентябрь айында сабып аласаҡбыҙ. Дөйөм алғанда, бөтәһе 25 мең тонна бесән әҙерләргә иҫәп тотабыҙ. Был төр аҙыҡҡа беҙҙәге мал һанына ихтыяж 30 мең тонна.

Сенаж да наҡыҫыраҡ, шулай ҙа уны мөмкин булғанса йыйып һаласаҡбыҙ, был төр аҙыҡ талап ителгәндең яртыһы күләмендә мотлаҡ тупланасаҡ. Тиҙҙән көнбағышты урып, силосҡа һалыу эшен башлаясаҡбыҙ. Кукуруздың сәкәндәре өлгөрөп етһә, уны ла йәшел массаға сабасаҡбыҙ.

Шулай уҡ хужалыҡтар, КФХ-лар етәкселәре алдына булған һаламды тулыһынса йыйып алыу бурысы ҡуйылды.

Иген культуралары уңышы насарҙан түгел, гектарынан 14-15 центнер уңыш йыйып алырға планлаштырабыҙ. Тимәк, етерлек күләмдә фураж әҙерләү мөмкинлеге буласаҡ.

Өҫтәүенә, һәр хужалыҡта ниндәйҙер мал аҙығы запасы бар. «Красная Башкирия» АХК-һында, мәҫәлән, бер ҡыш сығырлыҡ мал аҙығы запасы һаҡлана. Былтырҙан ҡалған мал аҙығын иҫәпкә алғанда, ҡышлатыу осорон ситтән  эҙләмәйенсә, үҙебеҙҙең аҙыҡ менән имен-аман сығырға булыр, тип ышанам. 

Кисәге көнгә район буйынса бөтәһе 3000 гектарҙан ашыу майҙанда  ҡуҙаҡлылар һәм ужым арышы культуралары сабылған, шуның 1500 гектары урып һуғылды. Был майҙандан тулайым йыйым 2500 тонна тәшкил итте, гектарынан төшөм уртаса 16,5 центнер-ҙан килә. Бөгөн «Башаҡ», «Завет» хужалыҡтары һолоны урып һуғыуға төштөләр. «Аграрий» ЯСЙ-һында комбайндар борсаҡ баҫыуын иңләй, «Әбйәлил сорт участкаһы» игенселәре етен менән сурепицаны (тиле шалҡан) ура. Бер һүҙ менән әйткәндә, баҫыуҙарҙа, ялан-ҡырҙарҙа техника геүләп тора.

Р. ДАУЫТОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей