Уңышҡа ышанабыҙ

Крәҫтиәндәрҙең иң ҡыҙыу осоро, урып алынған гәрбәләрҙе күреп ҡыуаныр ваҡыты булһа ла, шатлыҡ өсөн сәбәп юҡ – быйыл игендең уңышы аҙ. Ҡоролоҡ алҡымдан алды. 2010 йылғы хәл ҡабатлана тиҙәр быйыл. Былтыр Киров исемендәге ауыл хужалығы, мәҫәлән, ужымдан 43 центнер, ә бер йыллыҡ ашлыҡтан 20-24 центнер ашлыҡ ала алһа, быйыл ошоноң яртыһы булһа бикхуш тиҙәр. «Искра» хужалығында шипкәнән 7,2ц. ғына сыҡҡан. Шулайҙа уңыш юҡ тип ятып булмай, сәскәнде йыйып алырға кәрәк. Әле район баҫыуҙарында 68 комбайн эшләй.

Урып-йыйыу эшен тиҙләтеү маҡсатында район Хакимиәте башлығы Ә.Й. Ҡотлоәхмәтов кемдең биләмһендә уңыш йыйыу иң тәүҙә бөтә, шул ауыл советы хакимиәтенә бүләккә компьютер вәғәҙә итте. Райондың баш агрономы Айҙар Туйгилдиндың мәғлүмәттәре буйынса, әлеге көндә районда ужым культуралары һәм  яҙғы культураларҙың 17,5% йыйылған. Ужым культуралары 64% майҙанда урып-һуғылған. Киров исемендәге, «А7 Агро», «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе», «Искра», «Аргус», фермерҙар Илшат Мәзитов, Әнүәр Усманов, Фәнил  Әҙһәмовтар яҙғы культураларҙы йыйырға төштө. «Искра» ла суданка орлоғон әҙерләү менән мәшғүл. Ер эшсәндәре һауа торошошарттарына бирешмәйсә, уңышҡа ышанып, тырышып эшләйҙәр.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей