Уңыш йыйыу бара

Йылдағыса, август айы башланыу менән ауыл хужалығы предпиятиелары әүҙем баҫыу эштәренә тотона. Быйыл уңышты йыйыуҙа 22 комбайн ҡатнаша. Йәй бик эҫе булды, ямғыр етешмәне, әммә быға ҡарамаҫтан, уңыш былтырғыға ҡарағанда күберәк булмаҡсы – гектар ҡеүәте уртаса 26 ц тәшкил итә. “А7 Агро” (34 ц/га), “Инәк” (30 ц/га), “Маяҡ” (28 ц/га) предприятиелары яҡшы эш күрһәтеп, алда бара. Әлегә 2900 гектар уңыш алынған, ул пландың 66 процентын тәшкил итә (план буйынса 4415 гектар).
Хәҙер иң мөһиме – баҫыуҙарҙа үҫтерелгән уңышты йыйып алыу, һауа торошо ҡамасауламаһын ғына. Хужалыҡтарҙа иген һаҡлау өсөн урындар, таҙартыу өсөн техникалар уңышты ҡабул итергә әҙер.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей