Уңыш нигеҙе – тынғыһыҙ хеҙмәт

Ауыл эшсәне өсөн әлеге мәлдә  ҡыҙыу осор бара. Яҙын сәскәнде, йәй буйына тәрбиәләп үҫтергәнде йыйып алып, ҡышҡылыҡҡа һаҡларға һалып ҡуйырға кәрәк. Бөгөн баҫыуҙарҙа игенселәр ашлыҡтың бөртөгөн дә әрәм итмәйенсә, урып йыйыу эштәрен тиҙерәк тамамларға ашыға. Һауа торошо шарттары үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, районда урып  йыйыу кампанияһы юғары темптар менән бара. “Артемида”, “Уңыш”, “Үҙәк” МТС-ы йәмғиәттәре, “Төньяҡ” крәҫтиән-фермер хужалығы (Ефремкин ауылы) менән бер рәттән Иҫке Бәпес ауылындағы “Мифтахов” крәҫтиән-фермер хужалығы ла уңыш күрһәткестәре буйынса алдынғылар рәтенә инә.

Иртә менән яуып торған ямғырға ҡарамаҫтан, “Мифтахов” фермер хуж­а­лығының ырҙын табағына барғанда эшселәрҙе техникалары эргәһендә тап иттек. Хужалыҡ башлығы Ришат Миф­тахов тығыҙлатылған бесәнде фермаға ташытыу менән шөғөлләнгәнгә күрә, беҙ уның атаһы, крәҫтиән-фермер хужа­лығына нигеҙ һалыусы Рафаил Нәсибулла улы менән әңгәмәләштек.
- Беҙҙең фермер хужалығы төҙөлгәнгә өс йылдан утыҙ йыл була. Шул ваҡыттан алып, игенселек менән ныҡлап шөғөлләнәбеҙ. 13 берәмек техникабыҙ бар. Улар араһында колхоз осоронан ҡалған ДОН-1500 комбайны һәм КамАЗ машинаһы  һаман да сафта. Яңы техниканан пресс-йыйҙырғыс, тырматҡыстар һатып алдыҡ.
2007 йылда колхоздан ҡалған быҙауҙар фермаһын арендаға алып, өйҙән малдарҙы алып ба­рып, һыйыр малы ла үрсетә башланыҡ. Бөгөн уларҙы 140 башҡа еткерҙек. Һыйыр­ҙарҙы һаумайбыҙ, быҙауҙары көр булып үҫә. Малды тереләй ҙә, итләтә лә һатабыҙ. Быйыл да ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы запасы – 200 тонна бесән һәм 60 тонна һа­лам әҙерләп ҡуйҙыҡ, - тип хужа­лыҡ эштәре менән таныштырҙы Рафаил Нәсибулла улы.
Уның әйтеүенсә, хужалыҡта 70 гектар (планға ҡарата 100 процент) ужым ашлығы урып йыйыу тамамланған. Уңыш ҡеүәте гектарына 30 центнер тәшкил иткән. Хә­ҙер­ге ваҡытта ярауай арпа йыйыу дауам итә, 14 авгусҡа ҡарата 50 гектар (33 про­цент) сабылған да инде. 100 гектар май­ҙан­да көнбағыш, 30 гектар ҡарабойҙай сәсел­гән.
- Дөйөм алғанда, ужым культура­ларының уңышы ҡыуанырлыҡ. Ә бына ярауайҙарҙың уңышы түбәнерәк булыр, ахыры, сөнки йәй буйына ике ай тигәндә  генә  ямғыр яуҙы. Шуға ла иген үҫә алманы, башаҡтары ла бик ҡыҫҡа булды, - ти ул.
Фермер хужалығында тәжрибәле, эштәрен яратып башҡарған механизаторҙар эшләй. Мәҫәлән, Дон -1500 комбайнын эйәрләүсе Илшат Йосопов менән ЗАВ-тан иген ҡабул итеүсе Сәлих Халиҡов хужалыҡ төҙөлгәндән алып эшләй. Алтынсы йыл эшләгән Альберт Янбаев ырҙын табағында килгән игенде таҙарта. Шуныһы ҡыуа­ныс­лы, Рафаил Нәсибулла улының Стәр­летамаҡ ҡалаһында йәшәүсе һәм эшләүсе улдары Рөстәм менән Руслан, Өфөлә эшләүсе улы Рәсил дә йыл һайын, ялдарын тура килтереп алып, сәсеү һәм урып йыйыу осоронда ярҙамға киләләр. Руслан Т-150 тракторында ер эшкәртһә, Рөстәм КамАЗ машинаһында тығыҙлатылған бесәнде фермаға ташый, Рәсил иһә эҫкерттәр һала.
Урып йыйыу менән бер рәттән киләһе уңышҡа нигеҙ ҙә һалына, ер эшкәртеү ба­ра. Алдағы көндәрҙә хужалыҡта ужым культу­рала­рын сәсә башларға ниәтләйҙәр. Шулай, буласаҡ уңышты бөгөн хәстәр­ләр­гә кәрәк икәнен, яҡшы аңлайҙар хужа­лыҡта.
Гөлсәсәк Аласова.
Милена Фәйзуллина фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей