Уңыш ҡыуандырмай

Район ауыл хужалығында баҫыусылыҡ һəм мал аҙығы əҙерлəү буйынса эштəрҙең хəл-торошо хаҡында һөйлəүен һорап Көйөргəҙе районы хакимиəте башлығының беренсе урынбаҫары Нəүғəт Хисмəтуллинға шылтыраттыҡ.

- Быйылғы уңыш район баҫыуҙарында төрлөсə. Был иң беренсе сиратта яҙғы һəм йəй башындағы һауа торошона ныҡ бəйле булды. Райондың көньяғында һауа температураһы 30- 35 градус эҫе булыу, ямғырҙар ваҡытында яумау сəбəпле, яҙғы һəм аралыҡлы культуралар ныҡлап күтəрелə, үҫə алманы. Шуға күрə уңыш наҡыҫ, баҫыуҙарыбыҙ беҙҙе əллə ни ҡыуандыра алмай. Хужалыҡтар ҙа, фермерҙарыбыҙ ҙа үҫемлекселектəн зыян күрҙе, - тине Нəүғəт Кəлимулла улы.

- Əле «Искра»ла шипкəнде йыйырға төштөлəр. Бында ужым бойҙайын, ныҡ зыян күреүгə ҡарамаҫтан, фуражға һуғырға уйлайҙар. Киров исемендəге хжалыҡтың көньяғында ла шундай уҡ хəл. Ə бына Бахмут, Бөгөлсəн, Зəк-Ишмəт яҡтарында ужым арышы уңышы һəйбəт булмаҡсы. Сөнки бында ямғырҙар ваҡытында яуҙы. Əллə ни күп булмаһа ла. Игенсе барыбер ҙə тəбиғəткə, һауа торошона бəйле. Нишлəйһең инде, булғанын урып, һуғып алып, килəһе йыл уңышына нигеҙ һала башларға кəрəк хəҙер. Хужалыҡтарға, фермерҙарға айырыуса ҡышҡы ужымды күберəк сəсеүгə иғтибар бүлергə кəрəк. Сөнки баҙарҙа уны һатып алыуға ихтыяж ҙур. Бындай мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай.

Районда əле мал аҙығы əҙерлəүҙең ҡыҙған ваҡыты. Ямғыр яумау арҡаһында үлəн ҡатты. Хəҙер барын эш итергə кəрəк. Бер баш малға шартлы аҙыҡ берəмеге əҙерлəү буйынса хужалыҡтарҙан Киров исемендəге хужалыҡ (9,9), «Ватан» (5,5), «Түкəн» (5,5) хужалыҡтары алда бара. Фермерҙарҙан Ə. Усманов КФХ-һы бер баш малға 9,6 шартлы аҙыҡ берəмеге əҙерлəгəн. «Искра» хужалығында малдар күп, улар ҙа был йəһəттəн үрҙəге хужалыҡтар менəн бер рəттəн бара тиерлек.

Ҡыҫҡаһы, алдағы аҙнала ауыл эшсəндəрен бына шундай эштəр көтə. Үҫкəнде йыйып алырға ла, сəсергə лə, туңға һөрөргə лə кəрəк.

Т. ШАҺМАНОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей