Универсаль тракторсылар

“Иҫәнов” фермер хужалығының сәсеүлек майҙаны 900 гектар тәшкил итә. Беҙҙең ижади төркөм аграрийҙарҙың бойҙай сәскән мәленә тура килде. Яҙғы көн йылды туйҙыра, шунлыҡтан, ҡояш офоҡ артына йәшеренһә лә, игенселәр эштән туҡтамаған ине әле. Универсаль тракторсылар - Илгиз Ырыҫҡолов, Илнур Иҫәнов, сәсеүсе егеттәр Рауил Имелбаев, Илһам Нурғәлиевтар беренсе йыл ғына эшләмәй,шунлыҡтан, көндәр аяҙ торғанда, һәр сәғәтте файҙаланып ҡалырға тырыша.

Бөгөн хужалыҡ яҙғы эштәрҙең экватор һыҙығын уҙған. Һоло, арпа, көнбағыш культуралары сәселгән, арыш - тамамланыу алдында. Алда - һуң өлгөрөүсе культуралар ҡарабойҙай, суданка үләне сәсеү ҡаралған. Хужалыҡ химик утау ысулы, рәт араларын эшкәртеү сараларын ваҡытында  ҡуллана. Баҫыу эштәре тик үҙ техникаһы ярҙамында ғына ашҡарыла, яғыулыҡ-майлау материалдары миҙгелгә етерлек тупланған.

Уңышлы ҡышлаған малды йәйләүгә күсереү тамамланған. Бөгөн фермала  100 баш һыйыр малы һауыла, һутлы үлән мәлендә һөт кимәле арта.

Яҡташтарыбыҙға миҙгел эштәрен сифатлы һәм тиҙ тамамлауҙарын теләйбеҙ.

Р. Сибәғәтуллина.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей