УҢҒАНЛЫҠ МЕНӘН АЛДЫРАЛАР

Ер ҡарҙан әрселеү менән баҫыуҙарҙа яҙғы баҫыу эштәре алып барыла. Әлеге көндәрҙә ауыл эшсән­дәре өсөн төп бурыс­тарҙың береһе булып дым ҡаплатыу тора. Үҙәк МТС-ының “Нива” филиалы игенселәре лә тырмаға төшкән.
- Яҙҙың иртәрәк килеүе тупраҡтың өлгөрөүенә булышлыҡ итте. Әле көн­дәрҙең аяҙ тороуы арҡаһында эштәр йылдам бара. Техникабыҙ һәм эшсе­ләребеҙ етерлек. Беҙҙең хужа­лыҡтың баҫыуҙары төрлө ауыл билә­мәләрендә урынлашҡан. Вячеслав Леж­нев һәм Николай Шабалин Алек­сан­дров­­ка, Николай Беляев һәм Вита­лий Шаба­лин Мырҙа, Ринат Сәләхетдинов, Рөстәм Рәхимов, Мар­сель Фәйзуллин, Мазһар Сурағолов Ҡамышлы, Шамил Хәмитов Иҫке Бәпес баҫыуҙарында дым ҡаплаталар. Шул уҡ ваҡытта ужым куль­тураларын өҫтәмә туҡландырыу ҙа бара. Был эште Александровка баҫыуында Ил­фат Аҙнағолов, Адил Вәлиәхмәтов баш­ҡара.  Сәселәсәк сөгөлдөр еренә иһә Ли­нар Батталов, Азат Ғәйфуллин  ми­нераль ашлама индерә. Ә Һарт-Шишмә ауылының иген келә­тендә Урал Йомағолов, Марат Мам­ма­тов, Рөс­тәм Әбделмәнов үҫем­лектәрҙе төрлө ауы­рыуҙарҙан һәм ҡо­ротҡос­тарҙан һаҡлау өсөн орлоҡтарҙы ағыу­лау менән мәшғүл. Уларға оҙаҡ йылдар эшләгән келәт мө­дире Рәсимә Әб­делмәнова етәкселек итә. Иген­сел­әр­ҙең барыһы ла сәсеү эштәрен үҙ ваҡы­тында сифатлы итеп атҡарып сығып, мул уңыш үҫтереп алырға, тигән маҡ­сатта дәртләнеп эшләй. Дөйөм алған­да, хужа­лыҡтың эштәре көйлө һәм ырам­лы бара. Сәсеүҙе үҙ мәлендә тамам­ларға өмөт бар. Шуға ла тыры­шып эшләгән хеҙмәттең һөҙөмтәһе булыр, тип ышанам, - тине бүлексә агрономы Зөлфәр Санья­ров.
Киләһе уңыш өсөн баҫыу эштәренә то­тоған аграрийҙарға һауа торошо һәр саҡ булышлыҡ итһен һәм уңыштар юлдаш булһын.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей