Уңғанлығы менән ихтирам яулаған

Мәсетле районының “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ҡыҙыу осор, ауыл эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Элиталы иген культуралары үҫтереү менән шөғөлләнгән хужалыҡ эшсәндәре ете мең гектар майҙанды эшкәртә. Етәкселек тағы ла 800 гектар ерҙе үҙҙәренә рәсмиләштереү буйынса документтар әҙерләй.

Бөгөн мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән үҫтерелгән уңышты йыйып алыу менән дә мәшғүл “Аҡтау”ҙар. Хужалыҡта техника паркын яңыртыуға, иҫкеләрен ремонтлап, эшкә ҡушыуға аҡса йәлләмәйҙәр. Йыл һайын тиерлек төрлө ауыл хужалығы техникаһы хужалыҡ паркын тулыландыра.

– Мәҫәлән, быйыл ғына хужа­лыҡҡа 100 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алынды, – ти йәмғиәт етәксеһе Илдар Сәғит улы Ниғәмәтйәнов.

Аграрийҙарға быйыл ете мең гектарҙағы уңышты йыйып алыу бурысы йөкмәтелгән. Уларҙың көсө менән иген – 1500, борсаҡ – 770 гектарҙа, бер меңендә иһә ҡара­бойҙай, 470 гектарҙа гәрсис, вика үләне, арпа, һоло кеүек культуралар йыйып алынасаҡ. Ялан батырҙары йылдағыса йылы аш менән тәьмин ителгән, эш урынына алып барыу-алып ҡайтыу ҡаралған.

Хужалыҡ етәкселеге баҫыу­ҙарҙан мул уңыш алыуға өмөт итә, сөнки яҙ баҫыуҙарҙы туҡландырыу өсөн 400 тонна минераль ашлама индерелгән. Яғыулыҡ-майлау материалдарын ҙур күләмдә тупла­ғандар. Әйткәндәй, йәмғиәт бына оҙаҡ йылдар инде ауыл хужалығы өсөн элиталы орлоҡтар етеш­тереүсе Башҡортостан, Силәбе, Свердловск фәнни-тикшеренеү институттары менән яҡшы мөнә­сәбәттәр булдырып, хужалыҡ баҫыуҙарына элиталы орлоҡтар сәсә. Свердловск өлкәһенең Красноуфимск селекционер үҙәге менән дә хеҙмәттәшлек уңышлы ойошто­ролған. Нигеҙҙә, арыш, бойҙай, ар­па, борсаҡ үҫтереүгә йөҙ борған­дар. Баҫыуҙарҙа йыш ҡына ғалимдар ҙа булып китә, бергәләп орлоҡтоң яңы сорттарын уйлап табалар. Шуға ла сифатлы орлоҡҡа ихтыяж бик ҙур, уның продук­ция­һына һыу буйы сират та бар. Йәмғиәт заманса иген киптергес менән таҙартыу комплексына ла эйә. Уңышты һаҡлау өсөн дүрт иген келәте төҙөп ултыртҡандар.

Ике ауылдан 20 кеше эш урыны менән тәьмин ителгән, етәкселек уларҙың һәр береһенең намыҫлы, эшһөйәр һәм уңған булыуын билдәләй.

Бөгөн ауыл эшсәндәренең эш хаҡы уртаса 20 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, эш һөҙөмтәләренә ҡарап премиялар ҡаралған, социаль яҡлауҙар ҙа бар. Шуныһы ҡыуаныслы: етәкселек ауыл эшсәндәренең сәләмәтлеген ҡайғыртып, төрлө ял йорттарына, шифаханаларға юллама менән тәьмин итә. Район биләмәһендә урынлашҡан “Ҡарағай” шифа­ханаһы бөгөн күптәрҙең яратҡан ял урынына әүерелгән.

Шуны ла билдәләргә кәрәк: “Аҡтау” йәмғиәтендә ауыл хужа­лығы буйынса махсуслашҡан төрлө уҡыу йорттары студенттары практика үтә, тәүге хеҙмәт сынығыуы ала.

– Ауыл халҡының тырышлығы бөгөн оло ихтирамға лайыҡ, нәҡ уларҙың уңғанлығы арҡаһында йәмғиәт даны йыраҡтарға тарала ла инде, – ти Илдар Ниғәмәтйәнов.

Мәсетле районы.
Автор: Самат ҒӘЛИН
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей