Уңғандарҙың эше уңа

Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, бушап ҡалған ферма-ҡураларҙы, гараж-машина ихаталарын төҙөкләндереп, яңыларын һалып, мал аҫрап, ер эшкәртеп, ауыл тормошона яңы һулыш өрәләр, кешеләрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, халыҡҡа эш урындары булдыралар. Фермерҙар, һүҙҙең ысын мәғәнәһендә, ауылдың тотҡаһы. Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, бушап ҡалған ферма-ҡураларҙы, гараж-машина ихаталарын төҙөкләндереп, яңыларын һалып, мал аҫрап, ер эшкәртеп, ауыл тормошона яңы һулыш өрәләр, кешеләрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр, халыҡҡа эш урындары булдыралар. Районда тотороҡло эшләп килгәндәрҙән һаналған фермер Вәкил Ниғмәтуллин да, первомайҙарҙың үҙҙәре әйтеүенсә, бөтә ауыл халҡының күҙ терәп торған кешеһе.

— Ниғмәтуллиндар ауылда берҙән-бер фермер ғаилә. Шуға ла ниндәй генә сара үткәрһәк тә, уларҙан аҡса һорайбыҙ. Бер ваҡытта ла «юҡ» тимәйҙәр, артығы менән биреп ебәрәләр. Клубтың тәҙрәләре ныҡ иҫке булыуын күреп, былтыр уларҙың ярҙамы менән мәҙәниәт усағының тәҙрәләрен замансаға алмаштырғайныҡ, күптән түгел клубтың сәхнәһенә ҡорғандар алыуға ла аҡса бирҙеләр. Бына шундай ул беҙҙең фермерҙар, — тип маҡтай уларҙы ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Айгөл Кәримова. — Былтыр үткән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» осрашыуына әҙерлек эштәренә һәм уны үткәреүгә индергән өлөштәре баһалап бөткөһөҙ.
— Ауыл малын көткән кешегә йыл да ярҙам итәләр. Йәй осоро атына тип һоло бирһәләр, көҙ етһә, ихатаһына һалам алып барып ауҙаралар. Бөтә ауыл халҡын бесән-һалам менән дә, ҡош-ҡортҡа ем менән дә улар тәьмин итәләр, кәрәк икән ашлыҡты тарттырып та бирәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтә ауыл халҡы Ниғмәтуллиндарға ҡарап тора, — тип өҫтәй Зина Әхмәтйәнова.
— Көн оҙоно эҫелә лә, яуында ла мал көткән көтөүсегә, әлбиттә, ярҙам итергә кәрәк. Мал өй һайын сиратлап көтөүгә ҡалһа, тәртип булмай, берәү көтә, икенсеһе юҡ, малдар аҙып-туҙып йөрөй башлай, — ти Фәүзиә Ниғмәтуллина үҙе. — Былтырғы эҫелә, мәҫәлән, һыуһап йөрөй тип көн дә тиерлек буҙа биреп ебәрә торғайным. Ғөмүмән, ауыл халҡы, айырыуса олораҡ йәштәгеләр иртәнсәк мал ҡыуғанда көтөүсегә күстәнәс бирергә күнеккән. Былтыр ноябрь айында көтөүҙе тамамлағас, Сәғит Әлиевҡа ҡатын-ҡыҙҙар советы исеменән плед тапшырһалар, беҙ ғаиләбеҙ исеменән термос бүләк иттек.
Ҡыш ауыл урамдарын ҡарҙан Вәкил Тимербулат улының тракторы таҙарта. Кемдер мәрхүм булһа, зыяратҡа юлды ла фермерҙың техникаһы яра, ләхет таҡтаһын йүнләй, кәрәк икән ит тә бирә улар.
Ниғмәтуллиндарҙың ғаиләһе баш­ҡа ауыл­даш­та­ры­нан бер ни­мәһе ме­нән дә айы­рылмай. Шулай ҙа тырыш, уңған ирле-ҡатынлы Ниғмәтуллиндар үҙ донъяһына бикләнеп кенә йәшәмәй, бер һүҙҙән булып, мохтаж һәр кемгә ярҙам итергә тырышып торалар.
Элекке «Йәнгел» совхозында механизатор булып эшләп йөрөгән Вәкил Ниғмәтуллин шәхси хужалыҡтар булдырырға рөхсәт ителгән 1992 йылда бер нисә кеше менән берләшеп, ошо йүнәлештә эш башлай. Икенсе йылына инде ул үҙ эшен айырым алып китә. Һәм бына ошо өс тиҫтә йыл эсендә ер эшенә тоғро ҡалып, иген игеү менән мәшғүл ул.
— Хәҙер үҙебеҙҙең ергә ҡушып, халыҡтан алынған пай ерҙәрен дә сәсәбеҙ. Баҫыуҙарыбыҙҙа етен, бойҙай, арпа, һоло, бесән үҫтерәбеҙ. Көҙ уңышты йыйып алғас, пайсылар менән игенләтә, бесән-һалам биреп тә иҫәпләшәбеҙ, — тип һөйләй Вәкил Тимербулат улы.
Фермерҙың техника паркы ла бай ғына, һуңғы йылдарҙа ул байтаҡҡа яңыртылған да. Иген игеү, бесән әҙерләү, ташыу өсөн кәрәкле комбайндары, ЗИЛ машинаһы, Беларусь, Т-150 тракторҙары бар, сәскес, урғыс, башҡа ер эшкәртеү ҡорамалдары барыһы ла тиерлек өр-яңынан алынған. Ошоға тиклем булған келәткә ҙур төкөтмә эшләнгән, унда хужалыҡтың трактор-комбайндары һаҡлауға ҡуйылһа, икенсе өлөшө келәт булараҡ хеҙмәт итә.
Фермер хужалығында даими рәүештә дүрт кешегә эш урыны булдырылған.
­— Баҫыу эштәре осоро тамамланғас, ғәҙәттә, игенселәр эшһеҙ ҡала. Әммә беҙ ҡышҡылыҡҡа 100-әр мең һум аҡса биреп, уларҙы каникулға ғына оҙатабыҙ, шуға ла беҙҙә кадрҙарға ҡытлыҡ юҡ. Ҡыш көндәре, мәҫәлән, элеваторға ашлыҡ оҙатырға кәрәк булһа, башҡа эштәр ҙә сығып тора, саҡыртып алабыҙ, — тип дауам итә Вәкил Тимербулат улы. — Ҡыҙыу эш мәлендә аҡсаны ваҡытында түләйбеҙ, көҙөн емен, бесән-һаламын да бирәбеҙ, кәрәк булһа, утын менән дә тәьмин итәбеҙ.
Эшселәрҙе ашатыу иһә фермерҙың ҡатыны иңендә. Әйткәндәй, Фәүзиә Әҡсән ҡыҙы иренең төп ярҙамсыһы, уң ҡулы.
— Элекке ваҡыттарҙа сәғәт-барометрға ҡарап, айырыуса ураҡ-бесән мәлендә, сәғәт нисәлә ямғыр яуырын белеп, эште тиҙләтергә кәрәклеген әйтеп тора инем. Хәҙер, ярҙамға компьютер бар, көн торошон шунан ҡарап торам, — ти ул. Өҫтәүенә, халыҡ һынамыштары буйынса ла көндөң, йылдың нисек килерен алдан белеп тора ул, сөнки һәр көндөң нисек булғанын үҙенең календарына теркәп бара.
— Фәүзиә апай беҙҙең ветврач та, малыбыҙ ауырыһа, унан кәңәш һорайбыҙ, кәрәк булһа, килеп уколын да һалып китә, — тип уға рәхмәтен еткерә Айгөл Йәнғужа ҡыҙы.
Ул ғына ла түгел, ҡуралағы күп һанлы ҡош-ҡортто тәрбиәләргә лә, һарыҡ-һыйырҙарҙы йәй көнө көтөүгә ҡыуып, ҡаршы алырға ла, һыйырҙарҙы һауып, ағын эшкәртергә лә өлгөрә уңған ҡатын. Һәм, әлбиттә, артҡан продукцияһын ҡалаға һатыуға ла алып йөрөй.
2013 йылдан Магнитогорск ҡалаһындағы «Кулинария»ның ике нөктәһе менән даими хеҙмәттәшлек итә Тимербулатовтар. Аҙна һайын уларға эремсек ташыйҙар. Күрше ҡалала бешерелгән сочни, эремсектән башҡа тәмлекәстәр бына кемдең таҙа, сифатлы продукцияһынан етештерелә икән ул!
— Һөт-май-ҡаймаҡты тороп һатыу итергә ваҡыт юҡ, шуға күрә был продукттарҙы осһоҙораҡ хаҡҡа булһа ла, алыпһатарҙарға бирәм дә ҡайтам, — ти Фәүзиә Әҡсән ҡыҙы.
Әлбиттә, үҙ хужалығыңды тотоу — ауыр, тынғыһыҙ һәм сығымлы хеҙмәт. Шуға ла тик тырыш, сәмле һәм дәртле кешеләр генә осраған ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән еңеп барып, эшен дауам итә.
— Ҡыйын мәлдәр булды, осто-осҡа ялғап йәшәнек, булған бөтә аҡса орлоҡ, яғыулыҡ, алмаш өлөштәр алыуға китеп торҙо, йылдар ҡоро килгәндә, уңыш та булманы. Хәҙер культураларҙы игеүҙә агротехник талаптарҙы күҙәтеүгә етди иғтибар бирәбеҙ. Ерҙе ашлап, тәрбиәләп сәсергә тырышабыҙ. Бөгөн ни аҡсаң булһа, ашламаны ла, сәсеүлектәрҙе эшкәртеү сараларын да алып килеп кенә ауҙаралар. Ҡый үләндәренән химик утау мотлаҡ үткәрәбеҙ. Орлоҡтарҙы ла даими яңыртырға тырышабыҙ, элиталы сорттарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Шуға ла, күрәһең, уҙған йыл ныҡ ҡоро килһә лә, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, уңыш һәйбәтерәк булды, ­— тип ҡыуана фермер. — Өҫтәүенә етен үҫтереү ҙә һөҙөмтә бирҙе.
Вәкил Ниғмәтуллиндың район иҡтисадына лайыҡлы өлөш индереүен ер эшкәртеү, сәсеү, бесән әҙерләү, уңыш йыйыу йомғаҡтары буйынса алдынғы КФХ булараҡ район кимәлендә Почет грамоталары, дипломдар менән даими билдәләнеүе асыҡ дәлилләй.
Үтәгән ауылы ҡыҙы Фәүзиәнең ул саҡтағы Первомай фермаһына лаборант булып эшкә килеүенә лә ошо көндәрҙә 40 йыл тула. Хужалыҡ бөткәс, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ул.
Первомай егете Вәкил менән донъя мәшә­ҡәтт­ә­рен бер төптән булып тартыуҙарына ла 38 йыл. Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән ҡыҙҙары Гүзәлиә менән кейәүҙәре Илнурҙың ҡайтыуын һағынып көтөп тора ата менән әсә.
Ауылдаштары өсөн һәр яҡтан өлгөлө пар өсөн иң мөһиме — ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә үҙ өлөштәрен индереп, бер-бе­реһен ихтирам итеп, аң­лашып йәшәү. Шуға ла улар­ҙың йөҙҙәренән нур бөркөлөп тора, һүҙҙәре их­лас, башҡарған эштәре изге.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей