Уңғандарға уңыш юлдаш

Шәрип ауылында йәшәгән Рәзилә һәм Алик Яркинбаевтар күптән түгел өй туйлаған.

Уңайлы шарттары булған ике ҡатлы йорт һалған улар. Әлегә тәүге ҡатын төҙөкләндереп, йыһазландырып, шунда йәшәйҙәр. Ҡыйыҡлы булыу шатлығын, иң беренсе, улар атай-әсәйҙәре һәм туғандары менән бүлешкән.

- Үткән ҡыштың ҡарһыҙ булыуы беҙҙең ғаилә файҙаһына булды. Ғинуарҙа өй күтәрә башланыҡ. Боронғоларҙың, башлаған эш - бөткән эш, тигәндәре бик тә дөрөҫ. Яҡындарыбыҙ ярҙамында ҡыҫҡа ваҡытта йәшәрлек итеп төҙөп тә ултырттыҡ, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты хужабикә. - Быйыл үҙебеҙҙең өйҙә ҡышлаясаҡбыҙ.

Торлаҡ төҙөү өсөн урынды ғаилә башлығы 2014 йылда хәрби хәрәкәт ветераны булараҡ бушлай ала. Ерле булыу менән улар төҙөлөш материалдары туплай башлай. Эш ҡоралдары һәм башҡа кәрәк-яраҡты һаҡлау өсөн, тәү сиратта, һарай һалып ултырталар. Баҡса сәсәләр, ҡош-ҡорт, мал-тыуар үҫтерәләр. Иш янына ҡуш булһын тип, үҙҙәренән артып ҡалғанды һатып аҡса эшләү мөмкинлеген дә табалар.

- Быйыл иллегә яҡын ҡаҙ алып үҫтерҙек. Һуйып та, тереләй ҙә һатып, файҙаһын күрҙек, - ти Рәзилә. - Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, иренмәҫкә генә кәрәк. Кәңәшләшеп, һинекенә-минекенә бүлмәй, бергә тотонһаң, осона сығыу ауыр түгел. Тормош иптәшемдең төҙөлөш өлкәһен аңлауы йорт төҙөгәндә бик яҡшы булды.

Яркинбаевтар тураһында ауылдаштары, икеһе лә уңған, шуға ла бөтә эштәре уң, тип әйтергә ярата. Уларҙың тик ултырғанын һис тә күрмәҫһең. Динар һәм Данир улдарын да эргәләрендә йөрөтәләр. Эшләгәндәре беҙҙең өсөн булһа, өйрәнеүҙәре үҙҙәре өсөн, ти атай менән әсәй.

Эйе, эш рәтен белгән кеше бөгөнгө заманда юғалып ҡалмай. Яркинбаевтар кеүек мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп донъя көткәндәр Шәриптә йылдан-йыл арта. Шуға ла ауыл һуңғы осорҙа йылдам үҫешә, яңы йорттар төҙөлә. Үҙенең яҙмышын тыуған еренә бәйләгән, бөтә тырышлығын һалып эшләгән йәштәр бар. Әле унда ете-һигеҙ ғаилә яңы нигеҙ ҡора. Уңғандарға ҡарап, оло быуын: “Ауылдың киләсәге өмөтлө, тарихта яҡты эҙ ҡалдырырлыҡ кешеләребеҙ бар”, - тип һөйөнә.

Л. Абдрахманова.

Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей