Уңған һәм әүҙем ҡыҙ

Бишауыл-Уңғар ауылына сәфәребеҙ балаларҙың йәмле каникулына тап килгәс, балалар ял осоронда йоҡолары туйғансы йоҡлайҙарҙыр, тип уйлап, ҡыйынһынып ҡына Вәзирә апайҙарҙың йортона килеп индек. Ҡайҙа ул төшкө ашҡа тиклем йоҡлау, бөтә ерҙә бөхтәлек, йорт себештәре, баҡса ҡаралған, өйҙәгеләрҙең бөтәһе лә аяҡ өҫтөндә ине инде.
Беҙ барып ингәс, Илсиә баҡса емеш-еләген йыйып индерҙе, әсәһе Вәзирә апай хуш еҫтәр таратып, ҡоймағын ҡойған. Шу­лай итеп иртә менән донъя ҡайнай ине.
- Әсәйемдең тыуған яҡта­рына, матур, ғорур тәбиғәтле Бөрйән районына туғандарға ҡунаҡҡа йыйынам. Тыуған Башҡортос­таны­быҙҙың һауаһын һулап, яңы уҡыу йылына көс туплап, рәхәт­ләнеп ял итеп ҡайтырға уйла­йым. Ә ҡустым Илнар Саҡ­мағош районына ҡу­наҡҡа юлланды ла инде, - ти Илсиә.
Бишауыл-Уңғар мәктәбенең 8-се класын тамамлаусы Илсиә Рәхмәтуллина бик тырыш, уңған ҡыҙ, үҙ-үҙенә талапсан, һәр нә­мәгә яуаплылыҡ менән ҡарай. Бар фәндәрҙән дә тик яҡшы бил­дәләргә өлгәшә. Бигерәк тә био­логия һәм химия фәндәрен үҙ итә.
- Уҡытыусыларыма бик рәх­мәтлемен. Минең хыялым - хайуандарҙы дауалау. Шуға күрә мәктәпте тамамлағас, ветеринария буйынса китергә иҫәбем бар,- ти ҡыҙ.
Бәләкәй кластан башлап төрлө конкурстарҙа, олимпиа­даларҙа ҡатнаша ул. Уҙған йылда Мостай Кәримдең 100 йыллы­ғына арналған шиғри конкурста 1-се урын яулай, яҡташ яҙыу­сыларҙың шиғыр конкурсында икенсе урын ала, Назар Нәж­миҙең ижадына арналған шиғыр конкурсына видео төшөрөп ебәргәндән һуң, сертификатҡа эйә була. “Урал батыр” эпосын башҡорт телендә яттан һөйләү буйынса бәйгелә ҡатнаша. 5-се кластан алып Рәмилә Исхаҡова етәкләгән “Шишмәкәй” түңә­рәгенә йөрөй. Бынан тыш, мәктәп һәм район кимәлендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әхирәттәре менән йырлап-бейеп, уңышлы сығыш яһайҙар, ауылда уҙғарылған байрамдарҙан да ситтә ҡалмайҙар. Илсиә мәктәп тормошонан тыш, әсәһенән бәйләм бәйләргә өйрәнә, апаһы Айһылыу менән изолондан ҙур сәскәләр эшләргә өйрәнгән. Илсиә баҡсала сәскәләр үҫтерергә лә ярата. Унда төрлө-төрлө сәскә гөллә­мәләре күҙҙең яуын алып ултыра. Күңеле менән күрә белгән матурлыҡты ул ҡағыҙ битенә һала белә икән. Һүрәт төшөрөргә әүәҫлеге барлығын да белдек.
- Бәләкәйҙән йомшаҡ күңел­ле ул, балалар менән бу­лырға ярата, эшкә дәртле, бәләкәйҙән үҙ өҫтөндә ныҡ эшләне. Өйҙә тик башҡорт телендә аралашабыҙ. Бала­ларымдың барыһына ла бәләкәйҙән тыуған илгә, теле­беҙгә һөйөү уятырға тырыштым. 1-се класҡа Өфө ҡалаһының 136-сы башҡорт лицейына уҡырға барҙы. Артабан үҙ йортобоҙҙо булдырыу ниәте менән Биш­ауыл-Уңғар ауылына күсенеп килдек. Йомшаҡ күңелле бул­ғанғамы, яңы тормошҡа, яңы класҡа, яңы дуҫтарға, яңы мәк­тәпкә өйрәнеп китеүе бик ауырға тура килде. Хәҙер инде балаларым өйрәнделәр, дуҫтар ҙа таптылар, мәктәп һәм ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй­ҙәр,- тип һүҙгә ҡушыла әсәһе Вәзирә Ғилмет­дин ҡыҙы.
Ысынлап та, ғаиләлә бала­ларҙы тәрбиәләү үҙ аллы булырға, ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, характер формалаш­тырырға ҡоролған. Шулай бул­ғас, Вәзирә Ғилметдин ҡыҙының балалары өмөтөн аҡларҙар, на­мыҫлы, тырыш, уңған булырҙар.
Илсиә Вәзирә апайҙың ғаилә­һендә өсөнсө бала. Иң оло апаһы Рима ғаиләһе менән Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәй, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләйҙәр, ур­тансы апаһы Айһылыу стюардесса булып эшләй, ә инде ҡустыһы Илнар быйыл Бишауыл-Уңғар мәк­тәбе­нең 5-се класын тамам­ла­ған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Илсиә­нең атаһы ғына уның һылыу ҡыҙ булып буй еткергәненә, барлыҡ тырышлыҡтарына, уңыштарына бергәләп шатлыҡ кисерә алмай. Илсиә тыуыр алдынан ғына атаһы баҡыйлыҡҡа күсә...
Тырышлыҡты, өлгөрлөктө юлдаш итеүсе йәштәребеҙгә ҡа­рап һоҡланырлыҡ. Улар кил­ә­сәктә лә, һис шикһеҙ, һынат­маҫ, Тыуған илебеҙҙең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булыр. Яҡты киләсәк тик үҙеңдең ҡулында икәнен аңлап, маҡсаттарға өлгәшеп йәшәүе мауыҡтырғысыраҡ та, шулай бит, егет-ҡыҙҙар?
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей