Уңайлы мөхит

Вәлитова - нимәгә тотонһа, шуны еренә еткереп ҡуя торған кеше. Үҙ ғүмерендә бер нисә һөнәр алмаштырырға тура килә уға. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, намыҫлы хеҙмәткәр алдынғылар сафын тулыландыра, коллективта ла лайыҡлы абруй ҡаҙана.

Таңһылыу апай еңел сәнәғәттә лә, мебель цехында ла, элеваторҙа ла эшләй. Бурысына еңел-елпе генә ҡарағанын иҫләмәй ул, һәр ваҡыт билен биштән быуып, ең һыҙғанып тотона. Шуға ла һәр башланғысы уңышлы тамамлана. Үҙ-үҙен аямай торған холҡо ла бар уның, был иһә Таңһылыу Әхтәм ҡыҙының һаулығында эҙһеҙ ҡалмаған. Бөгөн III төркөм инвалид булыуында ла, һис шикһеҙ, ал-ял белмәй эшләүенең өлөшө бар.

- Цехта эшләгәндә һигеҙ станокта мебель полировкаларға өлгөрә торғайным. Буяу, лак еҫе, саң - быларҙың бөтәһе лә тын юлы эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһағандыр инде, тип уйлайым, - ти ул. -Йәшлек менән иғтибарға ла алмағанмындыр. Артабан элеваторҙа эшләргә тура килде. Ошо осорҙа фиҙаҡәрлегемде билдәләп, республиканың үҙәк гәзитендә лә баҫтырып сығарҙылар.

Ғөмүмән, мәҡәләбеҙ геройының бөтә ғүмере тырыш хеҙмәттә үткән. Тормош иптәше Фәнил менән берҙән-бер ҡыҙы Гүзәлдә лә эш һөйөүсәнлек, ғәҙеллек, намыҫ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй алған. Бәхетле өләсәй ҙә ул Таңһылыу Вәлитова, тиҙҙән бишенсе ейәнен ҡулына алырға әҙерләнә.

Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән булһа ла, яҙмышына зарланып ултырырға һис тә ваҡыты юҡ уның. Форсаты сығыу менән ҡулына бәйләмен ала. Тыуған төйәктең бөтә биҙәк-нағышын һалып бәйләгән  шәл, косынка, кофта, ойоҡбаш, бейәләйҙәренең иҫәбе-һаны юҡ. Ырғаҡ менән сувенирҙар яһарға, сигергә лә әүәҫ. Фатирының бөтә бүлмәләрен үҙе бәйләгән, сиккән әйберҙәре менән биҙәгән. Диван япмалары, балаҫ, келәм, салфеткалар - бөтәһе лә уның күңел йылыһы һәм күҙ нурынан туҡылған. Күптән түгел ҡала мәҙәниәт һарайы “Дуҫлыҡ” халыҡ театрында шөғөлләнә башлаған. Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһында Иркәбикә ролен уйнаған.

- Нимә менәндер мәшғүл булыу ауырыуҙы оноттора, оҡшаған эш йәнгә дауа булып тәьҫир итә. Быға тиклем йыл һайын шифаханаларға йүнәлтмә бирелә ине. Һуңғы өс-дүрт йылда инвалидтарға юллама биреү туҡтап ҡалды. Кәрәкле препараттарҙың дарыуханаларҙа булмау мәсьәләһе лә бар. Бушлай бассейнға йөрөү хоҡуғын ҡулланырға тырышам. Был сара ла күңелгә ял бирә, - ти Таңһылыу Әхтәм ҡыҙы.

Шулай, үҙенә көн дә шөғөл табып, яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, алға барыуын дауам итә ул.

Ләйсән СӘЛИХОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей