Уңайлы мәлде файҙаланып

Райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында аҫралған һарыҡтар апрель аҙаҡтарында йәйге көтөүлектәргә сыҡты. Улар барыһы ла “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса алынған. Белеүебеҙсә, Волгоград тоҡомло был һарыҡтар Байдәүләт ауыл биләмәһендә – Нурислам Күсәрбаевта һәм Ришат Дәүләтбәковта, Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһендә – Әмир Рәхимғоловта, Таҙларҙа – Фәнис Баязитовта, Абзанда – Булат Арыҫланбаевта, Муйнаҡ ауыл биләмәһендә Гәрәй Ғәйнизаровта аҫрала.

Район ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе Ришат Фәрит улы Мәҡсүтовтан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, фермерҙар бөтәһе 970 баш һарыҡ аҫрай. Уларҙы һәр кем ауыл көтөүенән тыш, айырым көтә. Әйтәйек, Ришат Дәүләтбәков һәм Нурислам Күсәрбаев һарыҡтарын ҡырҙа ҡунып көтә, ә ӘмирРәхимғолов, Фәнис Баязитов һәм Булат Арыҫланбаевтар үҙ көтөүлегенә көн дә алып барып ҡайта.

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һарыҡтарҙан тыш һыйырҙар ҙа күпләп тотола. Хәҙер мул һөт осоро. Яңы Себенле, Һүрәм һәм Байдәүләт ауыл биләмәһенең крәҫтиән хужалыҡтары башлыҡтары Магнитогорск һөт комбинатының “Деметра” кооперативының Исем ауылындағы ҡабул итеү пунктына литрын 15 һумдан һөт тапшыра. Кооператив һөт тапшырыусылар менән аҙнаһына бер тапҡыр иҫәпләшә.

Мәләүез һөт-консерва заводына Яңы Себенленән – ике һәм Һаҡмар, Таҙлар, Иҫәнғол ауыл биләмәләре фермерҙары база ҡуйылығы менән, литры 17,5-18 һумдан тапшыра. Ҡағиҙә булараҡ, әгәр ҙә тапшырылған һөттөң ҡуйылығы 3,4 проценттан артһа, ул саҡта юғарыраҡ хаҡ менән ҡабул итәләр. Мәләүездәр, бер аҙ тотҡарлыҡтар менән булһа ла, иҫәпләшеп тора.

Лизингҡа һөт ташығыс машина алған Мөхтәр Аҙнабаев икенсе йыл инде район ауылдары халҡынан һөт йыя. Ул үҙенең машинаһында Мәзиттән, Бикбау, Муйнаҡ, Яңы Себенле, Һүрәм, Таҙлар ауыл биләмәләре шәхси хужалыҡтарынан Һарыҡташ районының “Белое облако” кооперативына һөт ташый. Фермер литрына 16 һум түләй. Иҫәпләшеү көндөкө-көнгә алып барыла. Һөт йыйыуҙа “Деметра”нан – 3, Мәләүездән – 1 һәм Аҙнабаевтың машинаһы ҡатнаша. Фермерҙар күп аҡса эшләрлек уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн бар тырышлығын һала.

Наилә Ҡарабаева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей