УҢАЛМАЙ КҮҢЕЛ ЯРАҺЫ
Бөйөк Ватан һуғышы тиҫтә йылдар төпкөлөндә ҡалһа ла, кеше күңеле тынысланмай, уның яралары һаман да һыҙлай, тынғылыҡ бирмәй. Дәһшәтле һуғыш башланғас та, ил халҡы менән бергә яҡташтарыбыҙ ҙа алғы һыҙыҡҡа ашыҡты. Улар ҡулдарына ҡорал тотоп, илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡланы. Һуғыштың афәтен, утты-һыуҙы үткән ветерандар һаны кәмегәндән-кәмей бара. Бөгөнгө көндә районда барлығы ун дүрт Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалды. Шуларҙың береһе Ғәлиәскәр Ғәйфулла улы Әминев.
Йөҙҙө ваҡлаусы Бөйөк Ватан һуғышы уҙаманы Ғәлиәскәр Әминев, дәһшәтле һуғыш йылдарында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары өсөн бирелгән орден-миҙалдарын күкрәгенә тағып, яҡындары, ейән-ейәнсәрҙәре менән Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршыланы, Дан һәйкәленә барып, яуҙаштарын иҫкә алды. Киләсәктә уға тағы ла бик күп яҙҙарҙы ҡаршыларға яҙһын, тип теләйбеҙ.
– Ҡәһәрле һуғыш совет халҡына ауыр яралар һалды, әлбиттә. Ул ваҡыттағы хәтирәләр ғүмер буйына оҙатып килә. Беҙ күргән михнәтте йәш быуын күрмәһен,– ти ул янында тәтелдәп йөрөүсе ейәненә күҙ ташлап.
Ғәлиәскәр Ғәйфулла улы 1923 йылда Һарт-Науруз ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән колхоз эшенә сума. Техниканы үҙ иткәнгә курстар бөтөрөп, хеҙмәткә алынғансы тыуған хужалығында тракторсы була, һуңынан бригадир ярҙамсыһы булып эшләй. Һуғыш башланғас, ҡулына ҡорал тота алырлыҡ ир-егеттәрҙең барыһын да хеҙмәткә саҡыралар.
– Ул ваҡытта хәрби комиссариаттан вәкилдәр ауыл Советтары буйлап йөрөп хеҙмәткә яраҡлы ир-егеттәрҙе һуғышҡа оҙаталар ине. Шул ваҡытта улар тыуған йылдарыбыҙҙы бутап, минең урынға икенсе ауылдаш егетте ебәрәләр. Шуға күрә мин 1943 йылда ғына һуғышҡа алындым. Беҙҙе бер аҙ Өфө ҡалаһында тоттолар. Состав тулғас, эшелонға тейәп фронтҡа оҙаттылар. Ростов ҡалаһының Красный Сулин ҡалаһына барып еткәс, яҡташым, күрше ауыл егетен осраттым. Уның менән тағы ла осрашып-күрешергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Шунан юлдар төрлөбөҙҙө төрлө яҡҡа ташланы. Украинаның Запорожье өлкәһенә ебәрҙеләр. Шунда уның менән тағы бер тапҡыр осрашырға тура килде. Гуляйполе ҡалаһын дошмандарҙан азат иткәндә, ҡаты бәрелештәрҙә тән йәрәхәте алдым,– тип көрһөнөп ҡуйҙы Ғәлиәскәр ағай.
Еңеүҙе яугир Румыния сигендә ҡаршы ала. Ете йыл хеҙмәт иткәндән һуң 50-се йылдың йәйендә тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Тыныс тормошта тыуған илде күтәреүҙә бик күп көс һала, тырышып эшкә егелә. Тәүҙә бер нисә ай һатыусы була, аҙаҡ Ҡарлыман шәкәр заводында эшләй. Ауырғазы районы Ләкәнде ауылы һылыуы Зәйтүнәне осратып, матур ғаилә ҡоралар. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп гөрләтеп донъя көтәләр. Улар ике ул һәм ике ҡыҙға ғүмер, матур тәрбиә бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәлиәскәр Ғәйфулла улы тыныс тормошта ла оло ҡайғы кисерә – уның тормош иптәше һәм ике улы ла бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Бөгөнгө көндә тормошта күпте күргән, ауыр юғалтыуҙар кисергән ветеран Рәзилә ҡыҙының ғаиләһе менән йәшәй. Дүрт ейән-ейәнсәренең, ете бүлә-бүләсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Автор фотоһы.