УЛАРҘЫҢ БЫЗЫЛДАУЫ ЛА ФАЙҘАЛЫ

Ибраһим ауылында йәшәүсе Хәбир Вәлиев умартасылыҡ, бал, ҡорттар тураһында шул тиклем тәмләп һөйләй, уның менән аралашҡандан һуң был кәсеп менән шөғөлләнеү теләге уянды хатта. Әңгәмәләшеүсем һүҙҙәренсә, яҡшы умартасы булыу өсөн был өлкәгә ғашиҡ булыу – төп шарт. Хәбир Дамир улы бал ҡорттары менән бынан 10 йыллап элек ҡыҙыҡһына башлай.  
-Тәжрибә аҙ булғас, тәүҙә ауырыраҡ ине, хаталар ҙа булды.  Китаптар уҡып, умартасылар менән аралашып, әкренләп оҫталыҡ арта бара. Теләк ҙур булғас, өйрәнеү ҙә мауыҡтырғыс. Эш уңышлы барһын өсөн һәр ваҡыт һаҡта торорға, иренмәҫкә, бер туҡтауһыҙ эшләргә, эҙләнергә кәрәк. Ә инде саҡ ҡына иғтибарыңды кәметһәң, бал ҡорттары ла шулай уҡ яуап бирә - уларҙан ҡолаҡ ҡаҡҡаныңды көт тә тор, - ти ул.
Бал ҡорттарының эшсән, теүәл һәм таҙалыҡ ярата торған иҫ киткес мөғжизәле йән эйәләре булыуына һоҡланған Хәбир ағай уларҙы күберәк өйрәнгән һайын үҙенә яңынан-яңы асыштар аса. “Бер ҡорт көнөнә өс-дүрт  мең сәскәгә ҡуна һәм “йорт”та­рынан 5 саҡрым алыҫлыҡта китеп, кире юлды аҙашмайынса таба ала. Кәрәҙ төҙөлөшө лә үҙе бер мөғжизә. Кәрәҙ күҙәнәгенә һалынған йомортҡа кокон менән сорнала. Уға инфекция түгел, хатта радиация ла үтеп инә алмай”, - тип һоҡланыуын  белдерә Хәбир Вәлиев. 
Тынғыһыҙ умартасылар бер миҙгелде тамамлау менән икенсеһенә әҙерләнә башлай. Хәбир ағай тәүҙәрәк умарталарын ҡышҡылыҡҡа баҙға төшөргән була. Ләкин унда елләтеү мөмкинлеге булмай,  дымлылыҡ ҡорттарға насар йоғонто яһай, шуға урамына бина төҙөй. Уның һүҙҙәренсә, ҡорттар таҙалыҡты ярата, төрлө сит еҫтәрҙе үҙ итмәй. Мәҫәлән: бензин, тир, ҡан, спирт, хушбуй еҫтә­ренә улар бик асыуланалар. Ҡорттарҙы ваҡытында төрлө ауырыуҙарға ҡаршы дауалап торорға кәрәк.
Хәбир Дамир улы элегерәк клуб мөдире булып эшләй, комсомол секретары йөгөн дә тарта. Бөгөн иһә көс-дарманын яратҡан шөғөлөнә йүнәлтеүе менән бәхетле ул. Продукцияны етешереүе – бер. Уны һата ла белергә кәрәк бит әле. Умартасы әйтеүенсә,  алып­һатарҙарға ла бирергә мөмкин. “Тик минең даими клиенттарым бар. Балығыҙ сифатлы, тәмле булды тип ҡабат-ҡабат киләләр. Юғиһә ҡайһы берҙә бал урынына ҡуйы татлы шыйыҡса һатыусылар ҙа юҡ түгел. Кеше аҡсаһын түгеп, ышанып, шифалы баллы булам тип һинең продукцияны ала икән, нисек итеп уға бер файҙаһы ла булмаған нимәлер ҡушылған бал һатырға мөмкин һуң ”, - ти умартасы. Балдың файҙаһы тураһында ла ул мөкиббән китеп һөйләй. 
- Умарта менән шөғөләнеү һаулыҡ өсөн дә бик файҙалы. Белгестәр әйтеүенсә, саф һауа, сәскәләр, бал еҫе, хатта  бал ҡорттарының бызылдауы кешенең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай, нервыларҙы тынысландыра. Уларҙың ояһын асыу менән хуш еҫ бөркөлә. Был тын юлдарына шифа бирә.  - ти Хәбир ағай. – Балдың үҙенең файҙаһы тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Унда кеше өсөн кәрәк булған бөтә төр витаминдар ҙа бар. Шуға ла һәр көн өҫтәлдә бал булырға тейеш, тип һанайым. Ҡорттар тураһында мәғлүмәт  Ҡөрьән китабында ла бар бит. Шуға күрә Аллаһы Тәғәлә уны кеше­леккә файҙа килтерһен өсөн юҡҡа ебәрмәгәндер.
Әйткәндәй, уңған, булған Хәбиров­тар һәр ваҡыт үҙҙәре етештергән тәбиғи аҙыҡ менән туҡланырға тырыша. Табындарын хужабикә Минира Исмә­ғил ҡыҙы һалған күпереп бешкән икмәк, һөт аҙыҡтары һәм, әлбиттә, бал биҙәй. Бал ҡорттарын тәрбиәләүҙән тыш, егәрле йорт хужалары һыйырын да, һарығын да, тиҫтәләгән ҡош-ҡортон да ҡарарға өлгөрә. Йәйгеһен иһә уларҙың ихатаһы сәскәгә күмелә, баҡсалары йәшелсәгә, еләк-емешкә тула. 
Заман ауырлыҡтары алдында баш эймәй, кәсеп итергә теләген дә, әмәлен дә тапҡан ошондай егәрле ғаиләләр ҙур һоҡланыу хисен уята

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей