Уҡыусылары онотмай уны

Атайым, Исмəғил Заһиҙулла улы Юлаев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1919 йылда Таймаҫ ауылында тыуып үҫкəн. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 22 йəшлек егет, беренселəрҙəн булып фронтҡа китə. Ул һуғыш ҡырҙарын данлыҡлы 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы сафында үтə һəм Олыма, Чернигов, Курск, Матрушка, Воронеж, Калач, Елец ҡалалары һəм бик күп ауылдарҙы азат итеүҙə ҡатнаша. Сталинград ҡалаһы эргəһендə ҡаты яралана. Тыуған өйөнə, атаһы менəн əсəһенə «Хəбəрһеҙ юғалды», тигəн «ҡара ҡағыҙ» килə. Шартлау менəн ер аҫтында күмелеп ҡалған яралы һалдатҡа яңылыш ҡына тап булып табып алалар һəм госпиталгə оҙаталар. Дивизияның үҙ гəзите - «Ҡыҙыл атлылар» сыға башлай. Был газетала атайымдың да мəҡəлəлəре баҫыла. Өлгөлө комсомол-наводчик Юлдыбаев тураһында ла мəҡəлə ошонда донъя күрə. Атайымдың тормош һəм хеҙмəт юлы һоҡландырғыс, үрнəк алырлыҡ. Ул Таймаҫ мəктəбенең тəүге пионерҙарының береһе. Уҡығанда ныҡ əүҙем була. Туған мəктəбенең беренсе сығарылышы уҡыусыһы. Əйткəндəй, Таймаҫ мəктəбенең беренсе сығарылышы вəхшəтле 1941 йылға тура килə. Алты уҡыусы ла, үҙҙəре телəк белдереп, һуғышҡа китəлəр. Яраланған атайымды комиссовать итəлəр һəм ул тыуған ауылына ҡайтып төплəнə. Тыныс холоҡло, сибəр уҡытыусы ҡыҙ Ғəфифəне осратып, тормош юлын артабан бергə дауам итəлəр. Икеһе лə Стəрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай. Атайым 1951 йылда Таймаҫ урта мəктəбендə биология һəм химия уҡытыусыһы булып эшлəй башлай, ə əсəйем балаларға тарих фəнен уҡыта. Атай 1955 йылда Башҡорт дəүлəт университетына уҡырға керə. Йəмəғəт эштəрендə лə əүҙем ҡатнаша ул. Ун бер йыл урындағы профсоюз комитетын етəклəй, уҡытыусылар коллективы менəн спектакль, концерттар ҡуялар. Уҡыусылар менəн шишмəлəр таҙартыу, мəктəп баҡсаһында йəшелсə-емештəр үҫтереү, ағастар ултыртыу кеүек эштəр менəн дə етəкселек итте. Был мөһим эштəрҙең барыһын да ул яратып, ихлас башҡара торғайны. Атайым Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының Ветерандар советының əүҙем ағзаһы булып торҙо. Уҡытыусыларына рəхмəтле уҡыусылары һаман да онотмай атайымды. Уны ҙур хөрмəт менəн иҫкə алалар. Үҙ фəнен яратып, эшен намыҫ менəн башҡарған ул. Уҡыусылары биология һəм химия фəндəре буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтəлəр күрһəткəндəр. Ике тапҡыр уларға атайым етəкселегендə Мəскəүгə барып ҡайтыу бəхете тейə. Баш ҡалала уҙғарылған Халыҡ хужалығы ҡаҙанышы күргəҙмəһендə ҡатнашалар. «Исмəғил Заһиҙулла улы беҙгə тормош ҡанундарының серҙəрен асып, төрлө ғəжəп хəлдəрҙе, кеше яҙмыштары тураһында ла мауыҡтырғыс итеп һөйлəй торғайны», - тип хəтерлəйҙəр уның хаҡта уҡыусылары. Кешелəр менəн асыҡ, ябай, ихлас, эскерһеҙ, ярҙамсыл, мөлəйем кеше булды. Шуға ла атайымды ауылдаштары хөрмəтлəп иҫкə ала. Уның яҡты иҫтəлеге булып, обелиск янында уҡыусылары менəн ултыртҡан, ҙур иғтибар менəн ҡарап үҫтергəн ағастары ҡалды. Атайым менəн əсəйем беҙгə, өс малай һəм ике ҡыҙға, ғүмер бүлəк иттелəр, матур тəрбиə биреп үҫтерҙелəр. Хəҙер инде беҙ барыбыҙ ҙа был томошта үҙ урыныбыҙҙы табып, матур ғүмер итəбеҙ. Тик атайым ғына, ҡыҙғанысҡа, 1988 йылда бик күп яҡты хəтирəлəр ҡалдырып, 70 йəшенə лə етмəй арабыҙҙан китеп барҙы. Ғəлиə Исмəғил ҡыҙы ƏҘЕҺƏМОВА, Күмертау ҡалаһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей