Уҡлыҡаяға уҡ ҡаҙалды

Уҡлыҡаяға уҡ ҡаҙалды 
Таш Аҫты ауылы эргәһендә, мәғрур Уҡлыҡая ҡаршыһында бер төркөм зыялылар тырышлығы менән мемориаль комплекс барлыҡҡа килде. 
Был изге эш Ғафури районында эшләп килгән сик һағы ветерандарының “Граница” ойошмаһы етәксеһе Ришат Шаймарҙанов (Красноусол ауылы) һәм ошо ойошма ағзаһы Фаил Байшөғөрөв (Ҡарағай) инициативаһы менән башланып китте. Проекттың авторы - Өфө ҡалаһында йәшәүсе күренекле яҡташыбыҙ, “Төнъяҡ амурҙары” – “Любизар”1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов. Ошо ир-уҙамандар ныҡышмалығы менән башланып киткән эште башҡа милләттәштәребеҙ ҙә күтәреп ала. Яҡташыбыҙ, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Рәйес Күскилдин, Красноусолдан эшҡыуар Ханнан Ишмырҙин төҙөлөш материалдары менән, Красноусолдан “Тепловодоснабжение” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Нурый Мусин (“Тепловодоснабжение” МУП-ы менән бутарға ярамай), район Советы депутаты Марсель Ғүмәров транспорт менән ярҙам итә. Төп эште башҡарыуға Илдар Шәйәхмәтов, Фаил Байшөғөрөв, Ришат Шаймарҙанов, Имәндәштән Рәфис Рәшитов, Ринат Ибраһимов, Радик Ғайсин, Фәнүр Собханғолов (тракторҙа), Ҡарағайҙан Рәлиф Юлдашбаев, Хәбир Йосопов, Таш Аҫты ауылынан Айрат Айбатов, Красноусолдан Ришат Юлбарисов, Илгиз Ҡунаҡҡолов, Илдар Вахитов күп көс һала. Дөйөм тырышлыҡ менән башҡорт яугирҙарының төп һуғыш ҡоралы булып иҫәпләнгән уҡ-һаҙаҡ менән һөңгө һындарынан торған матур мемориал комплекс барлыҡҡа килде. Был комплекс туристарҙы йәлеп итеүгә лә бер этәргес булыр, моғайын. Унан килеп, исеменән үк күренеп тороуынса, Уҡлыҡая үҙе үк уҡ-һаҙаҡҡа иғтибар биреүҙе һорай. Уҡлыҡаяла элек күпләп уҡ башаҡтары табыла торған булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ҡырағай” археологтар уларҙы ҡаҙып алып бөткән. Уҡлыҡая ҡаршыһына уҡ ҡаҙаусылар ошо хатаны төҙәтеү, йәғни Уҡлыҡаяны уҡһыҙ ҡалдырмау маҡсатында ҡаяның иң бейек түбәһенә уҡ башағы һәйкәле урынлаштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Халҡыбыҙҙың тарихын, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен ихтирам итеүсе, рухлы ир-уҙамандарыбыҙға “Афарин!” тиәһе генә ҡала. Уҡлыҡая ҡаршыһында 23-25 августа үтәсәк “Мәргән уҡсы” фестиваленә бик шәп бүләк булды был.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей