Үгеҙ юҡ...

- Тиҙҙəн көтөү сыға, малҡайҙарҙың йəшел үлəн, тип əле үк башы əйлəнə башланы. Һыйыр - ҡатын-ҡыҙ затынан, һəр ҡатындыҡы һымаҡ уның да проблемалары етерлек. Бына, мəҫəлəн, үгеҙ проблемаһы. Элек рəхəт ине, һыйырҙың телəге барлыҡҡа килдеме, фермаға алып барҙың да ҡасырҙың. Һыйыр ҙа ҡəнəғəт, хужа ла ҡəнəғəт. Əле колхоз булмағас, ауылда һыйырҙың күңелен кем күрə? Осраҡлы ғына осраған үгеҙ йораты күрə. Ошоноң арҡаһында нəҫел боҙола. Йəки күңелен береһе лə күрмəй, ə танаҡай телəгəн мəлен ике тапҡыр бушҡа үткəрҙе икəн, өсөнсөгə уның телəге булмай — үгеҙ булды ни уға артабан, булманы ни, был донъяла ирҙəр юҡ икəн, тип йəшəй бирə... Йə булмаһа, ни алтара, ни полтара үгеҙҙəн ҡасһа ла, ауыл һыйырҙары оҙаҡламай кəзə кəүҙəле генə булып ҡаласаҡ. Йəки үҙенең туған ир затынан ҡасып, сирле, алама нəҫел тыуҙыра (инцест). Əле былай ҙа бар ауыл малдары туғанлашып бөтөп бара - һыйырҙарҙы ҡараған нəҫел үгеҙе юҡ. Яһалма ҡасырыу ҙа юҡ, - тип шылтыраталар беҙгə. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булған был сетерекле һорауға яуап эҙлəп ҡараныҡ. Был һорауға күптəр: «Əле көтөү буйынса сходтар булманы, үгеҙ менəн бəйле мəсьəлəне сходта хəл итəсəкбеҙ», - тигəн яуап ҡайтарҙы. Шуға күрə сходтар үткəс, үгеҙ менəн бəйле проблеманы ҡайҙа, нисек хəл итеүҙəренə əйлəнеп ҡайтырға ла тура килер. Рəүеф НАМАҘҒОЛОВ, Көйөргəҙе районының мəғлүмəт-консультация үҙəге директоры: - Был мəсьəлəне һəр ауыл советы үҙе хəл итə. Мəҫəлəн, Киров исемендəге хужалыҡ ауыл көтөүе өсөн айырым үгеҙ тота. Ҡайһы ауылда шəхси эшҡыуарҙар, фермерҙар бар, улар менəн һөйлəшеп, көтөүгə үгеҙ ебəрəлəр. Ҡайҙалыр халыҡ араһынан берəйһе үгеҙ тота. Иң яҡшыһы, əлбиттə, яһалма ҡасырыу. Яһалма ҡасырыу өсөн һəр кеше ветстанцияға мөрəжəғəт итə ала. Алексей ШАНГАРЕЕВ, ветстанцияның мал табибы: - Һыйырҙарын яһалма ҡасырырға телəүселəр ветстанцияға шылтырата ала. Əлбиттə, был хеҙмəт түлəүле буласаҡ. Бер һыйырҙы яһалма ҡасырыу 900 һум тирəһе тора. Əгəр ветеринар кəрəкле ауылға ветстанция машинаһында юлға сыға икəн, һəр километр өсөн 13 һум түлəргə тура килəсəк. Башҡа төрлө һорауҙарҙың барыһына ла яуаптарҙы беҙгə шылтыратып белə алалар. Юнир СЫНБУЛАТОВ, Яҡшымбəт ауыл советы хакимиəте башлығы: - Һуңғы йылдарҙа үгеҙҙəр булмауы проблемаһы йəшəп килə. Ауыл халҡының күбеһе хəҙер яһалма ҡасырыуға күсеп бөтөп бара тиһəң дə була. Əлбиттə, был ысул өсөн аҡса түлəргə тура килə. Һəр ауылда хəл төрлөсə. Ҡайһы бер ауылдарҙа үгеҙҙəрен көтөүгə сығаралар ҙа, көтөү көтөүҙəн азат ителгəн хужалар бар. Был проблема һəр ауыл йыйылышында күмəклəп хəл ителə. Быйылғы йылда көтөүлек һəм мал менəн бəйле һорауҙар буйынса сходтарға йыйылманыҡ əле. Рал ЗƏЙНƏҒƏБДИНОВ, Зəк-Ишмəт ауылы старостаһы: - Ауылда йүнле үгеҙ юҡ шул. Был беҙҙең иң ауыр мəсьəлəлəребеҙең береһе булып тора. Ошо тема буйынса йыл да һөйлəшəбеҙ, əммə ауыл халҡы менəн бер нисек тə дөйөм фекергə килə алмайбыҙ. Староста булараҡ, үҙебеҙҙең фермерҙар менəн дə һөйлəшеп ҡараным. Əлбиттə, ҡыҫыр ҡалған һыйыр юҡ. Бəлəкəй генə булһа ла, үгеҙҙəр бар көтөүҙə. Əммə ышаныслы түгел шул. Шулай ҙа нəҫел үгеҙе булһа, быҙауҙары ла эрерəк булыр ине. Көтөүен көтмəһен ине, ризабыҙ, ауылда берəү үгеҙ тотһон ине, тип тə əйтеп ҡарайбыҙ. Ҡолаҡ һалған кеше юҡ əлегə.

 Р. ҒƏЛИЕВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей