Учетчица с 30-летним стажем и ветеран войны

Еребеҙгә Еңеү яҙы килгәнгә  75 йыл. Был һуғыш һәр ғаиләлә үҙ эҙен ҡалдырҙы. Илебеҙҙе дошмандарҙан һаҡлау өсөн ирҙәр менән бер рәттән ҡатын -ҡыҙҙар ҙа фронтҡа китә. Ошондай ҡыйыу гүзәл заттарҙың береһе - Фәрзәнә Байназарова.
Фәрзәнә Мирзағаян ҡыҙы 1923 йылда Дыуан - Мәсетле ауылында биш балалы ишле ғаиләлә доньяға килгән. Иң өлкән бала булараҡ, уға ауырлыҡтарҙы күп татырға тура килә. Мәсетле мәктәбендә беренсе синыфты тамамлауға ғаиләләре Иглин районына күсеп китә. Бында ете синыфты тамамлағандан һуң склад мөдире булып эшләй башлай.
Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда һуғыш башланып китә.
1942 йылдың май айында хөкүмәтебеҙ саҡырыу буйынса Фәрзәнә Байназарова һуғышҡа китә. Хеҙмәтен ул Куйбышев ҡалаһына да 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан ваҡытлыса яһалған истребительдәр авиацияһы полкында башлай. Улар аэродром территорияһын һаҡларға тейеш. Өҫтән таш яуһа ла торорға, һаҡларға кәрәк. Кирза итек эсендә аяҡтар йәбешеп туңа. Аяҡ урарға тип бирелгән сепрәкте баштарына урарға тура килә. 22 ҡатын- ҡыҙ көндөҙ землянка ҡаҙый, ә төндәрен посҡа баҫалар. Йәй көндәрендә төрлө үләндәр, еләк -емеш менән туҡланалар, ә ҡышын күп ваҡыт ас йөрөргә тура килә. Хөкүмәт Куйбышевҡа күсенә. Фәрзәнәләрҙең полкы уларҙы һаҡларға тейеш була.
Фәрзәнә Мирзағаян ҡыҙы Байназарова һуғышта өс йыл да дүрт ай була. Ҡаһарманлығы өсөн бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. "За боевые заслуги" миҙалы 22 ҡыҙҙың өсәүһенә генә бирелә.
Яугир ҡыҙ Иглинға ҡайтып төшә. Һуңынан әсәһе, һеңлеләре менән Мәсетлегә ҡайтып төпләнә. 30 йыл колхозда хисапсы булып эшләй.
Беҙҙең өсөн Фәрзәнә Байназарова - барлыҡ һынауҙарға ла намыҫ менән үтеп сыҡҡан ысын герой. Еңеү бүләк иткән өсөн беҙ һәр ваҡыт оло хөрмәт һәм ғорурлоҡ менән хәтерҙә һаҡлайыҡ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей