"Тәҙрә төбөм гөл генә"

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында "Тәҙрә төбөм гөл генә" тип аталған бик күркәм акцияла хужабикәләр ихлас ҡатнаша.

- 10 июнгә тиклем дауам иткән был акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Уның шарттары буйынса, ҡатнашыусылар өйҙәрендә үҫкән гөлдәре менән фотоға төшөп беҙгә ебәрергә тейеш. Ауылыбыҙҙа матурлыҡҡа мөкиббән хужабикәләр, күҙ яуын алырлыҡ гөлдәр үҫтереүселәр күп икән. Мәҫәлән, Нәфисә Ғәбитова, Рәмзиә Иманғолова , элекке һауынсы Рәүиҙә Иманғолова, Инсиә Зәйнуллина, ауыл хужалығында ғумер буйы ферма мөдире булып эшләгән Мәрфуға Шәйхетдинова, алдынғы мал ҡараусы Миңлегөл Иманғолова, Эльза Иманғолова, Гөлгөнә Зөлҡәрнәева, Наилә Исламова, һауынсы Зәлиә Кирәева, Әҡлимә Иҫәнова был акцияны күтәреп алып, яратҡан гөлдәре эргәһендә фотоға ла төшкән, - тип матур яңылыҡ еткерҙе беҙгә Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Рәмзиә Иманғолова.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей