ТЫУҒАН ИЛДЕҢ ЫСЫН ҺАҠСЫҺЫ

Минең олатайым Шәмсетдин Сәхәүетдин улы Ҡоҙаҡаев – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул тыуған илен һаҡлап, батырҙарса алыша, тыныс тормошта ла фиҙакәр хеҙмәт итеп, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра. Мин уның менән бик ғорурланам.
Олатайым 1918 йылдың 20 сентябрендә Малай ауылында тыуған. Атаһы -  Сәхә­үет­дин Ғималетдин улы революцияға тиклем ике срок рәттән волость старшинаһы итеп һайлана. 1919 йылда атып үлтерелә. Өлә­сәйем Тутыйғош бер үҙе өс бала менән етем ҡала һәм 1921 йылғы аслыҡ ваҡытында вафат була. Сәхәүетдин старшина бик абруйлы кеше була, тура һүҙлелеге, ярҙамсыл, ғәҙел етәксе булыуы өсөн тирә-яҡта уны ныҡ их­тирам итәләр. Ул сағыштырмаса хәлле кеше була. Өсилле буйында умарталыҡ тота (эле­герәк ул тирәне “Сәхәү баҡсаһы” тип йөрөт­кән­дәр), йылҡы малы үрсетә, иген сәсә.
Әйткәндәй, уның атаһы - Ғималетдин, олатаһы - Динмөхәмәт, Динмөхәмәттең ата­һы  Ҡоҙаҡай була һәм Ҡоҙаҡаевтар нәҫеле унан башланған тип һанала. Динмөхәмәт ва­ҡы­тында башҡорт казачий ғәскәрҙәрендә зауряд-хорунжий (хәҙер - лейтенант) чи­нын­­да хеҙмәт итә. Динмөхәмәттең ағаһы Байым Ҡоҙаҡаев 1812 йылғы Ватан һу­ғы­шында ҡат­нашып, миҙал алып ҡайта. Был турала Ә.Әс­фәндиәровтың “История сел и дере­вень Баш­­кортостана” тигән китабында ла яҙылған.
Граждандар һуғышы осоронда Малай ауылы бер аҡтар, бер ҡыҙылдар ҡулына күсә. Бер алыш айырыуса ҡаты була. Ҡарттар һөйләүенсә, әле “Иген башы” тип йөрө­төл­гән ерҙә ҡыҙылдарҙың пушкалары урын­лаш­тырыла, улар ошонан тороп Түбәнге Төкөн ауылында нығынған аҡтарҙы утҡа тота. Урман эсендә әле лә пушкалар торған окоптар урынын төҫмөрләргә була. Ошо һуғыштар ваҡытында олатайымдың йорто янып китә, барлыҡ мөлкәте юҡҡа сыға, өс етем малай Фәсхетдин, Сәйфетдин, Шәм­сетдин әсәләре вафат булғас, оло ағалары Ғәлиәкбәр ҡулында ҡала һәм ҙур ҡыйын­лыҡтар кисе­реп, аслыҡ-яланғаслыҡта үҫә.
Шәмсетдин олатайым башланғыс мәк­тәпте тамамлағас, Күлләр ауылында 7 йыл­лыҡ мәктәпте тамамлай, Белорет ҡалаһында ФЗО-ла уҡый, колхозда ла эшләп алырға өлгөрә. Әүҙем комсомол ағзаһын 1937 йылда Башҡортостан юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенә (БВКСХШ) уҡырға ебәрәләр, уны тамамлағас, колхоздың ком­сомол ойошмаһының етәксеһе (комсорг) итеп һайлайҙар. Дәртләнеп эшләп йөрө­гәндә 1938 йылда олатайымды Ҡыҙыл Армия сафтарына саҡыралар.
Олатайым Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланғанда Көнбайыш Белоруссияла хеҙмәт иткән була. Уларҙың полкы Полоцк ҡала­һында урынлаша, немец-фашист ғәскәр­ҙә­ре тыуған илебеҙгә баҫып ингәс, сик бу­йын­да ҡаты оборона һуғыштары алып баралар.
Көстәр тигеҙ булмай. Яҡшы ҡораллан­ған, ярайһы уҡ хәрби тәжрибә туплаған не­мец армияһы тиҙ арала Белоруссияның, Украинаның күп өлөшөн, Молдовияны, Балтик буйы илдәрен баҫып ала. Ҡыҙыл Армия сигенергә мәжбүр була. Олатайым хеҙмәт иткән полк та ҙур юғалтыуҙар кисерә, шулай ҙа ҡаршылыҡ күрһәтеүен туҡтамай.
Тиңһеҙ алыштарҙың береһендә Шәм­сет­дин олатайым ҡаты яралана һәм тылға оҙатыла. Госпиталдә бер айҙан ашыу дауа­ланғас, тыуған яғына ҡайта.
Шәмсетдин Ҡоҙаҡаевты бер төркөм иптәштәре менән хәҙерге Силәбе (Чкалов) өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында урынлаш­ҡан кесе командирҙар әҙерләүсе полк мәк­тәбенә ебәрәләр. Уны тамамлағас Белорус­сияға оҙаталар, үҙенең хәрби часы составын­да ул Көнбайыш Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша, Полоцк ҡалаһында хеҙмәтен тул­ты­рып ҡайтырға йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана, өлкән сержант Ш.Ҡо­ҙа­ҡаев илебеҙ сиктәрен һаҡлауҙа ҡатнаша, ауыр яралар ала, госпиталдән  һуң, алда әйтеүемсә, тыуған ауылына ҡайта.
Оҙаҡ тормай ул ауылда, шулай ҙа төрлө эштәр башҡара, һалым йыйыусы ла, бри­гадир ҙа булып эшләй, ошо арала өләсәйем Хәтимә Шәмсимөхәмәт ҡыҙына өйләнә. 
1942 йылда олатайымды яңынан армияға алалар һәм Куйбышев (Һамар) өлкәһенең Боғорослан ҡалаһында урынлашҡан запас полкка ебәрәләр. Ул 226-сы уҡсылар диви­зияһының 985-се уҡсылар полкында взвод командирының ярҙамсыһы сифатында хәрби хеҙмәтен дауам итә.
Был дивизия 1941 йылдың йәйендә За­по­рожье өлкәһенең Орехов ҡалаһы тирә­һендә ойошторола, август айында фронтҡа оҙатыла, Днепропетровск, Полтава, Харь­ков, Белгород өлкәләрендә барған һуғыш­тарҙа ҡатнаша, бик күп һал­дат-офицер­ҙа­рын, техникаһын юғалтып хәл­һеҙ­ләнгәс, 1942 йылдың авгусында Боғо­рослан ҡала­һына ялға сығарыла. Ике ай ти­рәһе ди­визия бында тора, яңы хәрби техни­ка, баш­ҡа кә­рәк-яраҡтар менән тәьмин ите­лә, офи­цер­ҙар, һалдаттар менән тулылан­дырыла.
Ярайһы уҡ хәрби тәжрибә туплаған фрон­товик Шәмсетдин Ҡоҙаҡаев йәш һал­даттарҙы өйрәтеү эшенә тотона, хәрби уйын­­­дарҙа ҡатнаша, спорт менән шө­ғөл­лә­нә, сәйәси әҙерлеген камиллаштыра. Шу­ныһы иғ­тибарға лайыҡ, сентябрь аҙа­ғында диви­зияның командиры итеп Өфө пехота учи­лищеһының начальнигы пол­ков­ник Н.С. Никитченко тәғәйенләнә. Уның менән бер­гә училищенан 200 курсант та килә, улар араһында бик күп яҡташтарыбыҙ ҙа була.
Сентябрь аҙағында дивизия фронтҡа оҙа­ты­ла, эшелондар Балашов ҡалаһында туҡ­­тай, йәйәүләп 200 километр ара үткәс, ди­­визия Сталинград ҡалаһы тирәһендә урын­­лаша һәм генерал-лейтенант А.С.Жа­дов ко­ман­далыҡ иткән 66-сы армия сос­тавына инә.
20 октябрҙә беҙҙең ғәскәрҙәр Сталинград ҡалаһынан төньяҡ-көнбайыштараҡ Кот­лубань тип аталған станция тирәһендә һө­жүмгә күсә, әммә уңышҡа ирешә алмай һәм оборонаға күсергә мәжбүр була. Бер аҙна ти­рәһе барған ҡаты алыштарҙа олатайым тағы ауыр яралана, дошмандың мина яр­сы­ғы һул аяғының һөйәген сәлпәрәмә килтерә, икен­се ҡулына тейә. Уны санитарҙар һуғыш яла­ны­нан алып сығалар ҙа медсанбат урын­лаш­ҡан палатка эргәһендә ҡалдырып китә­ләр һәм... оноталар. Ҡанһыраған, хәлһеҙ­лән­гән олатайым бер тәүлек буйы шунда ятырға мәж­бүр була, иҫенә килеп ҡысҡыра баш­лағас ҡына алып инеп  операция яһайҙар.
Дауаланыу төрлө госпиталдәрҙә туғыҙ ай дауам итә. Ундағы күргән михнәттәре, ауыртыу-һыҙланыуҙары хаҡында олатайым гел илап һөйләй торған ине.
Бер аҙ төҙәлгәс, ниһайәт, ул 1943 йылдың июлендә оҙатып килеүсе шәфҡәт туташы ярҙамы менән II  төркөм инвалиды булып ауылына ҡайта. Күп ял итмәй, ферма мө­дире, бригадир, колхоз рәйесе булып эшләй, үҙен оҫта ойоштороусы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер етәксе, район, республика кү­лә­­мендә абруй ҡаҙанған шәхес итеп таныта.
Шәмсетдин Ҡоҙаҡаев фронттағы һәм тыныс тормоштағы ҡаҙаныштары өсөн I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, бик күп миҙалдар, шул иҫәптән 1947 йылда уҡ “1941-1945 йылдарҙа фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “Сталинградты обо­роналаған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” һәм башҡалар менән наградланған.
Ул хеҙмәт иткән 226-сы дивизия арта­банғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, Че­хословакияның башҡалаһы Прагаға тиклем барып етә, 65-се Полтава исемендәге гвар­дия дивизияһы исеме ала. Ленин, Хәрби Ҡы­ҙыл Байраҡ, II дәрәжә Суворов һәм Б.Хмель­ницкий ордендары менән наград­лана.
Был дивизияның Өфөлә ветерандар советы бар ине, Өфөләге мәктәптәрҙең береһендә уларға арналған музей эшләй. Олатайым ошо совет эшендә әүҙем ҡат­наш­ҡан, яуҙаштары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән. Ул 2001 йылдың 23 июнендә вафат булған. Мәңгелек дан һиңә, олатай!
Динис ҠОҘАҠАЕВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей