Тыуған ерҙә йәшәү – үҙе бәхет

Янғаҙынан Тимербулатовтар

ауылдаштарына өлгө күрһәтеп йәшәй

Бәхетен ситтә түгел, ә тап тыуған

ерендә тапҡан, башҡаларға үрнәк бу-

лырлыҡ итеп йәшәгән милләттәштәребеҙ

күп арабыҙҙа. Ундайҙар тыуған ауылда-

рыбыҙҙың ҡото һәм терәге булып тора,

ғәзиз төйәгебеҙҙең киләсәген билдәләй,

алдағы көндәргә өмөт-ышаныс уята. Ян-

ғаҙы ауылынан Айгөл менән Юлай Тимер-

булатовтар тап шундай күркәм ғаилә-

ләрҙең береһе.

Ошо ауылда тыуып үҫкән Юлай Усман

улының барлыҡ тормош һәм хеҙмәт юлы

Янғаҙы менән бәйле. Ауылдағы башлан-

ғыс, Ҡарамалылағы 10 йыллыҡ мәктәпте

тамамлағас, ул Баймаҡтағы һөнәрселек

училищеһында водитель һөнәрен үҙләш-

терә. Артабан данлыҡлы “Йылайыр” сов-

хоз-техникумында белемен арттыра –

веттехник булып сыға. Предприятиеның

Октябрь, Янғаҙы һәм Ҡарамалы бүлексә-

ләрендә һөнәре буйынса эшләй.

Йәштән ойоштороу, йүнселлек һәләте

булған егет үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм

шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона. Ул ун ике

йыл дауамында ағас сығарыу, таҡта, төҙө-

лөш материалдары, утын етештереү менән

шөғөлләнә. Аяғында ныҡлы баҫып торған

эшҡыуар бынан һигеҙ йыл элек крәҫтиән-

фермер хужалығы ойоштора һәм “Ғаилә

һөтсөлөк фермаһы” программаһында ҡат-

нашырға йөрьәт итә. Унда еңеп сыҡҡас,

дәүләт ярҙамына таналар һатып ала һәм

малсылыҡ тармағын маҡсатлы үҫтереү

эҙмә-эҙлекле дауам итә. Шулай итеп, “Йы-

лайыр” совхозының Янғаҙы бүлексәһе

яҙмыш ҡарамағына ташланмай – тап

Юлай Усман улының тырышлығы менән

һаҡлап ҡалына, элекке базаларҙа мал

үрсетеү дауам итә.

Бөгөн инде “Ю.У. Тимербулатов”

КФХ-һы – ҡеүәтле матди-техник базаһы

булған, йылдан-йыл тотороҡло үҫешкә

өлгәшкән заманса предприятиеларҙың

береһе. Бөгөн хужалыҡта 200 баш һыйыр

малы, 90 баш йылҡы һәм 50 баш һарыҡ

аҫрала, улар һаны тотороҡло һаҡлана.

Малсылыҡ тармағы производствоһын те-

йешенсә ойоштороу өсөн үҫемлекселекте

лә күтәреү мөһим – фермер бының өсөн

400 гектарҙа иген һәм мал аҙығы куль-

туралары үҫтерә.

Юлай Усман улы 6 кешене даими эш

урыны һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән

тәьмин итеп кенә ҡалмай, ә Янғаҙының

социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә тос

өлөш индерә. Ул ауылда башҡарылған

барлыҡ эштәргә лә ярҙам күрһәтә, мате-

риалын да, аҡсаһын да бирә. Был төбәк-

тәге иң эре фермер хужалығы башлығы

булараҡ, Ю.Тимербулатов тыуған ауылы

тураһында хәстәрлек күреүҙе үҙенең

бурысы тип һанай.

Юлайҙың тормош иптәше Айгөл Рәүеф

ҡыҙы – Темәс ауылы һылыуы, уның кәңәш-

сеһе һәм яҡын терәге. “Мин ҡатынымдан

уңдым, – ти фермер, – тап уның ныҡлы

ярҙамы, мине бер һүҙҙән аңлауы, аҡыллы

булыуы арҡаһында тормошобоҙ матур,

эшебеҙ уңай. Бер-беребеҙҙе аңлап татыу

ғүмер итеүебеҙгә лә 22 йыл була”. “Юлай

бик ышаныслы кеше, ул тоғро ир, хәстәр-

лекле атай, – тип һүҙгә ҡушыла 18 йә-

шендә генә кейәүгә сыҡҡан Айгөл, – мин

үҙемде бик бәхетле һанайым”.

Тимербулатовтар үҙҙәре кеүек уңған,

эшһөйәр, алдынғы ҡарашлы балалар тәр-

биәләй. Өлкәндәре Диниә Сибай меди-

цина колледжында уҡый, Юлиә, Салауат

һәм Айгүзәл – мәктәп уҡыусылары.

– Ауылда ла гөрләтеп донъя көтөргә,

үҙең яратҡан эшең менән шөғөлләнергә

тула, – тиҙәр Айгөл менән Юлай Тимер-

булатовтар. – Бының өсөн тырышлыҡ һәм

тыуған ереңде яратырға ғына кәрәк.

Ошондай күркәм ғаиләләр районыбыҙ

ауылдарының киләсәге ул. Уларҙан үрнәк

алайыҡ!

Азамат МӨХәМәТШин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей