ТЫУҒАН ЕРЕМ – СӘҢГЕЛДӘГЕМ, АҪЫЛ, АЛТЫН ТӨЙӘГЕМ

Йүрүҙән йылғаһы буйында Ҡалмаҡтар халҡы һәм ҡунаҡтар оло ҡорға йыйылды.
Сара баш­ланыр алдынан “Моңло шишмә” ансамбле ағзаһы Әнүзә Сәғҙетдинова ҡорама юрған тураһында һөйләп үтте. Ҡорама – башҡорт халҡының ҡул эше, ул онотолорға тейеш түгел. Ҡорама – йортҡа йәм өҫтәүсе әйбер. Элек өләсәйҙәрҙең өйөндә мотлаҡ юрған, түшәк, мендәрҙәр ҡорама ысулы менән яһалған була торғайны. Һәр ҡорама биҙәккә ниндәйҙер мәғәнә һалынған булған. 
Унан һуң халыҡ йолаларына иғтибар йүнәлтелде. Оҫталар халыҡ алдында салғының нисек эшләнгәнен, салғы менән бесән сабып күрһәтте, һарыҡ йөнөн ҡырҡты, йөн эрләне, бәйләне. Ҡыҫҡаһы, бөгөн онотолоп барған халыҡ шөғөлдәрен күрһәтте, теләгән кеше эшләп тә ҡарай алды.
Ҡалмаҡтар ауылы халҡын байрам менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Салауат ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Лариса Азмағолова килде. Район башлығы тарихты онотмаҫҡа, ауылды күтәрергә кәрәклеге хаҡында һөйләне. Һуңынан ауылда иғлан ителгән “Өлгөлө йорт” конкурсына йомғаҡ яһалды. “Өлгөлө йорт” Дипломдары Рәфил һәм Сәлимә Закировтар, Данил һәм Зөлфәниә Хужиәхмәтовтар, Хәмит һәм Гөлшат Солтановтар, Зөфәр һәм Рәйфә Әхмәтйәновтарға тапшырылды. Шулай уҡ матур ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән парҙарҙы Тәнзилә һәм Ғәйнизаман Солтановтар, Зөфәр һәм Рәйфә Әхмәтйәновтар, бынан тыш, ауылдың иң оло ағинәйҙәре Сәғҙиә Ғибаҙуллина (уға 94 йәш), Жәннә Ханова (92 йәш), 80 йәшлек күркәм юбилейҙарын билдәләүсе Фәтҡиә Ҡәнипова, Динара Мифтахова, Альберт Ғөбәйҙуллинды ла тәбрикләнеләр. “Минең бәләкәй тыуған ерем – Ҡалмаҡтар” китабы авторы Гөлсөм Ҡотошкина ауыл тарихына, уның бөгөнгөһөнә байҡау яһаны.
Ауыл клубының “Моңло шишмә” ансамбленең сығышы алҡыштарға күмелде. Һәүәҫкәр артистар Лилиә Ҡәнипова, Зөлфиә Мурзина, Гөлсөм Ҡотошкина, район йырсыһы Адик Шәйәхмәтовтың һ.б. моңло йырҙары, йәш мандолинасы Эльвина Ҡәнипованың поппуриһы тамашасылар күңеленә хуш килде. Һәр теләгән кеше үҙ һөнәрен күрһәтә алды. Ҡалмаҡтарҙа таланттар бик күп булыуына инандыҡ. 

Тарихтан

1729 йылда, һаҡланған шәжәрә буйынса, Найманов Саҡай менән Маметов Имам ике ғаилә өсөн ер һорап, Ҡаратаулы башҡорттарына мөрәжәғәт итәләр һәм уларға Йүрүҙән йылғаһы Себер трапты менән киҫешкән урында ер бүленә.
1795 йылда барлығы 8 йортта 26 ир һәм 30 ҡатын йәшәй, 1859 – 140 кеше. 1920 йылдағы Совет дәүерендәге перепистә – 76 йортта 388 башҡорт йәшәгәне билдәле. Ҡалмаҡтар ер эше, малсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеп көн күргән.

Ауылдың билдәле кешеләре :
Юрий Шәрипов – элекке концерн “БЭТО”-ның директоры, Леон Хөснуллин – профессор, Франгил Ғибатов – профессор, Феликс Әбдрәшитов – композитор, Радик Зарипов – БДУ доценты, Әбүзәр Солтанов – композитор һ.б.
Леон Хөснуллин, иҡтисад фәндәре докторы, профессор.
– 1937 йылда ошо ауылда тыуғанмын. Өфө нефть институтын тамамланым. Нефть һәм газ өлкәһен ныҡлап өйрәндем һәм юғары үрҙәргә өлгәштем. 60-тан ашыу ғилми эш яҙҙым.   Тыуған ауылым һәр саҡ үҙенә тартып тора. Ауылыбыҙ бөгөн матур, унда уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Шулай ҙа 80-се йылдар аҙағында ауылдашыбыҙ Юрий Камал улы Шәрипов тырышлығы менән булдырылған хужалыҡты нисек тә һаҡларға кәрәк ине.

Роза Ғилемханова, уҡытыусы, Дүртөйлө районы.
– Һәр саҡ тыуған ауылымды һағынып ҡайтам. Олоғайған һайын ауылымда үткәргән бала сағым нығыраҡ иҫкә төшә. Һағыныуымды шиғри юлдарға һалам. Ауылымдың тәбиғәте, кешеләре тураһында яҙам. Бына һеҙгә лә тәҡдим итәм:
Тыуған яғым, ғәзиз ерем
Тыуған яҡ бит һәр кешегә ғәзиз,
Күпме йырҙарҙа  ул йырлана.
Шуғалыр ҙа минең күңелемдә
Йылы хистәр уға һаҡлана. 
Бына Оло Үҙән ағып ята,
Ә бирерәк Бала Үҙәнең.
Хәтерләйем һинең Аралыңда
Бала саҡта сәскә өҙгәнем.
Йылы оя, Мәскәү тауҙарында
Ҡалған бала сағым эҙҙәре.
Һәр ерендә яңғырай  йәшлек ауазым,
Саҡыралар кеүек үҙҙәре.
Мансур шишмәһенең татлы тәме
Бер ҙә генә китмәй телемдән.
Эх, ҡайтаһы ине шул тәмдәрҙе
Кисерергә йәнә тағын да.
Ташбашының текә ҡаялары
Һаман шулай ғорур торалыр.
Текә ҡаяларҙың баштарында
Сал бөркөттәр оя ҡоралыр.
Эй тыуған яҡ, тыуған төйәгем,
Күңелемдән һис тә китмәйһең.
Йылдар үткән һайын яңырып,
Күренәһең гел дә төштә һин.

Урал Аҙнабаев, Ҡаҙағстан Республикаһы Нурсолтан ҡала­һындағы “Аҡбуҙат” башҡорт йәмғиәте етәксеһе, эшҡыуар:
– Мин һәм Закир, Сәлимгәрәй Бикмөхәмәтовтар Нурсолтан ҡалаһынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булараҡ килдек. Бына тыуған  ауылыбыҙҙың юбилейында ла булырға форсат тейҙе. Ауылыбыҙҙы һағынып ҡайттыҡ. Ситтә йәшәһәк тә, ауылыбыҙ һәр саҡ күңелебеҙ түрендә. Туғандар менән осрашыу –  үҙе бер ғүмер. Байрам бик оҡшаны.

Гөлшат ШӘМСЕТДИНОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей