Тырыштарға уңыш юлдаш

Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән Әлмөхәмәт фермерҙары район иҡтисады үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Бөтәһе 21 мең гектарҙа иген, техник һәм мал аҙығы культуралары үҫтерәләр, районда етештерелгән иген продукцияһының 35 процентын улар бирә. Былтыр Урал фермерҙары 250 тонна ит, 1300 тонна һөт етештергән.

Бөгөн Иршат Миртимер улының ҙур булмаған фермер хужалығы тотороҡло продукция етештереүгә өлгәште.

2013 йылда Рамил Юлдыбаевтан 29 быҙау һатып алып шәхси хужалығын булдыра ул. Үгеҙ быҙауҙарҙы һимертеп тотона, ә таналарҙы үрсетеүгә алып ҡала. 2016 йылға иһә И. Зәйнетдинов үҙенең хужалығын рәсми рәүештә теркәп, «Эш башлаусы фермер» программаһында ҡатнашыуға документтарын тапшыра һәм грант алыуға өлгәшә.

Дәүләттән бирелгән 1,5 миллион һум күләмендәге аҡса хужалығын артабан үҫтереүгә һиҙелерлек ярҙам була. Иршат Миртимер улы был аҡсаға симменталь тоҡомло ун тана һәм КУН менән яңы МТЗ тракторы һатып ала. Үҙҙәренең аҡсаһына яңы булмаһа ла комбайн, гусеницалы трактор һатып алып, техника паркын байыта.

Малсылыҡ йүнәләшендә эштәре ыңғай киткән фермер хужалығын артабан үҫтереү маҡсатында кәзә үрсетеүгә тотона. Ул республикала тоҡомло кәзәләрҙе үҫтереү буйынса «Лукоз» ЯСЙ-һы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы хеҙмәттәшлек сиктәрендәге инвестиция проектында ҡатнашыуға йөрьәт итә һәм һөҙөмтәлә Зәйнетдиновтар ихатаһында Степка исемле кәзә тәкәһе барлыҡҡа килә. Кәзәләрҙән тыш, Иршат Миртимер улының ихатаһында 50 баш һарыҡ, аттар ҙа бар.

Малдар һаны шаҡтай ишәйгәс, йорт янындағы ҡурала урын етмәй башлағас, Зәйнетдиновтар өйөнән алыҫ булмаған урында ҡуртымға ер алып, кәзә-һарыҡтар торасаҡ һарай һала башлаған, әле төҙөлөш тамамланыу өҫтөндә.

Бөгөн фермер хужалығында 45 баш һыйыр малы булһа, 31 баш һауын һыйырҙы фермерҙың ҡатыны Эльвира һауын аппараттары ярҙамында бер үҙе һауып өлгөртә. Ул ғына ла түгел, кәзәләрен һауып, ҡымыҙ ҙа бешә.

— Ғөмүмән, продукциябыҙға ихтыяж бар. Һөттө өйҙән килеп алалар. Шифалы кәзә һөтөнә лә, ҡымыҙға ла һорау ҙур, көнөнөкө көнөнә етмәй, һатылып бөтә, — ти Эльвира Хөрмәт ҡыҙы. — Бер көндә һатылмаһа ла, әллә ни ҡурҡыныс юҡ: хәҙер беҙҙең һөт һыуытыу ҡоролмабыҙ бар.

Мал тотҡас, уны ашатыу өсөн аҙығы ла кәрәк. Малдарына бесән-һаламды фермер нигеҙҙә үҙе әҙерләй. Ҡуртымға алынған 132 гектар ерендә арпа, һоло, бойҙай сәскән. Бөтә агротехник талаптарҙы күҙәтеп сәселгән культуралар дәррәү шытым биреп, ҡыуандырған. Тик йылдың ҡоро, эҫе килеүе сәсеүлектәрҙе әрәм иткән. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй фермер.

— Тырышһаң, барыһын да булдырырға була. Нисек булһа ла, ҡышҡа етерлек мал аҙығы запасы туплап алырбыҙ, — тигән ныҡлы ышаныс менән алға атлай ирле-ҡатынлы Эльвира һәм Иршат Зәйнетдиновтар.

2019-2020 йылғы мал ҡышлатыу миҙгеле йомғаҡтары буйынса етештереүсәнле эшләгән Зәйнетдиновтар, район башлығы ҡарарына ярашлы, хакимиәттең рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

 

Рамиля Истанбаева, «Осҡон» газетаһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей