Тырыштарға кәртә юҡ

Илдар Ғирфатов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы районда уңышлы эшләй, киләсәккә ышаныслы ҡарай, ҙур пландар менән йәшәй.

Ул 1992 йылда үҙенең эшен башлап ебәрә. Баҫыусылыҡ тармағына өҫтөнлөк биреп, 18 гектар ерҙә арпа сәсә. Кредитҡа техника ала, пайсылар иҫәбенә сәсеүлек ерен арттыра. Район Хакимиәте етәкселеге Тирәкле биләмәһендәге ерҙе эшкәртергә тәҡдим яһай. Бөгөн уның ҡарамағында 1421 гектар һөрөнтө ер иҫәпләнә, көнбағыш - 250, сөгөлдөр - 120, арыш- 380, бойҙай 50 гектарҙа сәселгән. “Йыл бик уңышлы килде. - Минең һораулы ҡарашымды һиҙеп, ул һүҙен дауам итә. - Күп хужалыҡтар яҙғы ҡырауҙан ҡурҡты, ә беҙ бар культураны иртә сәстек, ҡарағыҙ, көнбағыш сәскә ата башланы, кукуруз кеше бейеклеге булып үҫкән. Сөгөлдөр ҙә һәйбәт сыҡты. Бер баҫыуҙа уны ел киптереп, үҫеп китә алмаҫ, тип уйлағайным, ашлап, ваҡытында ямғыр яуғас, башҡа яландарҙағыһын ҡыуып етте. Ужымға сәскән арыш та бирешмәне, бойҙай һирәгерәк, әлбиттә”.

Илдар Вәкил улы баҫыуҙар буйлап йөрөгәндә яҡшы кәйефен йәшермәй. Әйтергә кәрәк, мөһим кампанияларҙы үҙ көсө менән башҡарып сығыу өсөн етерлек техника тупланған. Быйыл тағы бер комбайн һатып алғандар. Иген культураларын сәсеүҙә “Ноу-тилл” технологияһын ҡулланалар, ул ысул ерҙә дымды һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей