Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ

Быйылғы йәй ауыл кешеһен әллә ни ҡыуандырмай. Яҙғы баҫыу эштәре уңайлы ваҡытта атҡарылып, йәғни  орлоҡтар ергә дым бар мәлдә һалынһа ла, май, июнь айҙарында яуым-төшөм булмағанлыҡтан дәррәү сыҡҡан шытымдар ныҡлап үҫеп, күтәрелеп китә алманы. Июль башында яуып үткән ямғырҙар күңелдәргә бер аҙ өмөт өҫтәне лә ул, тик көндәрҙең үтә эҫе тороуы сәсеүлектәрҙәге күп йыллыҡ үләндәрҙең, культураларҙың күтәрелеүенә өмөттө һүрелтте һәм шуға ла хужалыҡтар, фермерҙар бесән әҙерләүҙе, сенаж һалыуҙы ҡыҙыулатты.

 «Завет» хужалығында ла кампанияның мөһимлеген аңлап, дөргөн генә эшкә тотондолар.

Ошоға тиклем күп йыллыҡ үләндәрҙе сабып, 10 тонна тирәһе бесән әҙерләп, уны мал аҙығы ихатаһына ташып өйөп ҡуйғандар. Бөгөн иһә люцернанан  сенаж һалыу бара.

— Гектар төшөмө әллә ни мул булмаһа ла, люцернаны сенажға сабыуға төштөк, сөнки туҡлыҡлылыҡ ҡиммәтен юғалтмаһын өсөн был мал аҙығы культураһын да ваҡытында сабып өлгөрөргә кәрәк. Бөгөн-иртән тағы бер урғыс бесән сабыуға сығасаҡ. Бындай һауа шарттарында ваҡытты үткәреп, күпкә өмөт итергә ярамай, булғанын сабып, йыйып, өйөү отошлораҡ, — ти хужалыҡтың баш агрономы Р. Ә. Ҡолмөхәмәтов.

Механизатор Сәғит Хафизов үҙенең күптән түгел генә ҡайтарылған МТЗ-82 тракторында юғалтыуҙарға юл ҡуймау өсөн бар ихласлығын һалып эшләй.

— Минең өсөн ҙур ҡыуаныс, әлбиттә, өр-яңы техниканы ышанып тапшырыуҙары. Тракторҙы төҙөк хәлдә тотоп, тырышып эшләргә лә эшләргә ҡала, — ти ул.

Хужалыҡтың алдынғы механизаторы яҫмаларға һалған бакуйҙарҙы Валерий Конюхов ДОН-680 комбайнында йыйып, Дамир Һатлыҡовтың КамАЗ-ына тейәп оҙата бара.

— Һуңғы ике көн көслө дауыл тынмағас, эште тулы ҡеүәтенә алып барып  булманы, сөнки былай ҙа аҙ массаны транспортҡа тейәгәнсе, унан урын-ерендә ауҙарғансы күбеһен ел осороп алып китеп бөтә. Шуға ла эш бер аҙ тотҡарланды, — тип дауам итә Рим Әшираф улы.

Гусев һөтсөлөк комплексы фермаһы ихатаһындағы сенаж соҡоронда килтерелгән йәшел массаны Фәрит Абрахманов үҙенең бульдозерында этәреп, тейешенсә өйөп һалып бара, Дамир Шаһивәлиев  иһә нығытып тапатыу менән мәшғүл. Ниғмәт Исхаҡов туҡлыҡлы мал аҙығын алыштырғыһыҙ һәм мөһим микроэлементтар менән байытыу маҡсатында Байкал-ЭМ1 препаратын тейешле миҡдарҙа һыуҙа иҙеп, йәшел массаға ҡойоп тора. Сенажды һаҡлауға һалыуҙа эшләгәндәр ҙә аҙыҡтың туҡлылығы өсөн күп нәмә үҙҙәренә бәйле икәнлеген аңлап, һәр эште урын-еренә еткереп башҡарырға ынтыла,

 

Рәмилә Истамбаева, «Осҡон» газетаһы хәбәрсеһе

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей