Тырыш ғаиләнең төшөмлө шөғөлө «Мал ҡышлатыу яҡшы бара»,- ти Айрат Рәхмәтов

Яңы Ергән ауылынан «Рәхмәтов» крәҫтиән-фермер хужалығы районда уңышлы эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Айрат Рәхмәтов уңған, тырыш, бик бөтмөр, алдынғы ҡарашлы етәксе, иҡтисадты һәйбәт белгән ер кешеһе. Ҡул ҡаушырып ултырып өйрәнмәгән, бала саҡтан хеҙмәт һөйөп үҫкән, колхоз-совхоз ваҡытында мал араһында үҫкәс, ауыл тормошон яҡшы белгән, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйған ағай һис икеләнеүһеҙ мал үрсетеү эшенә тотонорға ҡарар итә. - Колхоздар бөтөрөлгәс тә, эшһеҙ ятманыҡ. Тәүҙә күпләп ҡаҙ үҫтереп һаттыҡ. Эш яйға һалынғас, район хакимиәтенән бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһы буйынса бүленгән 300 мең һум башланғыс ярҙам алып, 2011 йылда Ырымбур өлкәһенән «Эдельбай” тоҡомло һарыҡ алып ҡайтып, эште 20 баш малдан башлап киттем. Шул уҡ йылды 14 баш һыйыр малы алып ҡайттыҡ. Мал һанын кәметмәй үрсетеп, бөгөнгө көндә иһә хужалыҡта быҙауҙары менән бергә 80 баш эре мөгөҙлө һыйыр, 20 баш йылҡы, 60 баш һарыҡ иҫәпләнә, - тип һүҙ башланы тәжрибәле фермер. Ҡыш бауыры оҙон, тиһәләр ҙә, Айрат Рәхмәтов хужалығына оҙон ҡыш та, сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел. Хужалыҡ эшсәндәре етәрлек кимәлдә мал аҙығы запасы булдырған, ферма ҡураларын төҙөкләндереп, йылытҡан. Шулай ҙа малсылар өсөн һәр ваҡыт ҡыш миҙгеле – бик ҙур хеҙмәт талап иткән яуаплы осор булып ҡала килә. Беҙҙең ижади төркөм хужалыҡтың “хәлен” белергә, мал ҡышлатыу нисек барыуы тураһында танышырға барғанда ла етәксенең үҙен дә, эшселәрҙе лә фермала осраттыҡ. Ауыл уңғандары малҡайҙарға төшкө ваҡытҡа бесән һалырға әҙерләйҙәр ине. Айрат Рәхмәтов әйтеүенсә, малсыларҙың эше план буйынса бара. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән улар юғары һауым һәм яҡшы артым алыуға ынтыла. Айрат Ѓибат улы фермерлыҡ эшен башлағанда бәләкәй генә столяр цехын ҙурайтып, төкәтмә, йәйге аш-һыу бүлмәһе эшләп ҡуя. Киләһе йылда гаражды ремонтлап, ҡыйығын ҡаплап, рәткә килтереп ҡуйырға ла ниәте бар. Күренеп тора, фермала яҡшы ремонт үткәргәндәр, мал иркен йөрөһөн өсөн ялан кәртәләр эшләнгән, яңы тыуған быҙауҙарға айырым йылы ҡуралар булдырылған. «Малдарҙы ҡышҡы шарттарҙа аҫрауға күскәндән алып, мал ҡышлатыу уңышлы ғына бара. Ойоштороу эше яҡшы ҡуйылғас, әҙерлек кимәле юғары булғас, ҡыйынлыҡтар кисермәйбеҙ, малдар ас торғандары юҡ, көнөнә өс тапҡыр бесән һалабыҙ”, – ти хужалыҡ еткәсеһе. Эйе, быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Ћәр нәмә үҙ урынында, тәртиптә. Әле һыйырҙар ялан кәртәлә йөрөй, теремек һәм көр. Ҡуралар, ялан кәртә тейешенсә ремонтланған, малҡайҙарҙы туҡ ҡышлатыу өсөн аҙыҡ та етерлек күләмдә әҙерләнгән. Эшселәрҙең күңеле күтәренке, кәйефтәре шәп, сөнки бында улар үҙ ваҡытында хеҙмәт хаҡын алып торалар. Ҡышҡы осорҙа юғары продуктлылыҡ алыу өсөн малдарҙы яҡшы ҡарау, дөрөҫ тотоу һәм ваҡытында ашатыу төп маҡсат был хужалыҡта. - Фермерлыҡ эшебеҙҙе яйлап ҙурайтып киләбеҙ. 2017 йылда «Ѓаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” маҡсатлы программаһында ҡатнашып, грант алыуға өлгәштек. Уға мең литрлыҡ һөт һыуытҡыс, МТЗ-320 тракторы, ротор бесән сапҡысы һәм тағы ла өҫтәп, 25 баш “симменталь” тоҡомло һыйырҙар алып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, әлеге мәлдә һыйырҙар быҙаулай башланы һәм ҡурала 12 быҙау тора. Хужалыҡта өс эшсе ҡулдар бар, ике һауынсы эшләй. Ћауынсы Светлана Щенкаренко һәм Альфрет Сәғитовтар элек-электән хеҙмәт итәләр. Бында барыһы ла эштәренә яуаплы ҡарайҙар. Айрат Солтанғужин, Роман Лыгин, Альфрет Сәғитовтар бесән ваҡытында ла һынатмайҙар. Быйыл 104 гектар бесәнлектән 90 тележка, 270 центнер бесән әҙерләп алдыҡ. Техникаға килгәндә, бөгөнгө көндә МТЗ-320, Т-40, бесән тейәүгә ҡуртымда ЮМЗ тракторы йөрөй. Бесәнлекте әрәм итмәй, йыл да эшкәртеп алып ҡайтабыҙ. Мал аҙығы әҙерләүҙә фермерҙар үҙ-ара ярҙам итешеп, техника яғынан һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ҙур ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, - тип һөйләне тәжрибәле фермер. Бөтмөр етәксе итте район үҙәге баҙарында һата, һарыҡтарҙы заказ буйынса ҡорбанға, байрамдарға алып китеп торалар. Ћөттө иһә килешеү буйынса “Йылайыр һөтө” ЯСЙ-һынан килеп алалар. Әлеге көндә һыйырҙар быҙаулай башлағас, һөт тапшырыуҙы туҡтатып торҙоҡ, ти фермер. Айрат Рәхмәтовтың уң ҡулы Рәмилә Рауил ҡыҙы һәр яҡлап та иенҫ терәк-таяныс. Ауылда эш юҡ, аҡса юҡ тип ҡарап тормай, ең һыҙғанып эшләүсе эшҡыуарҙар һөйөндөрә, улар ауылдарҙың тотҡаһы. Ауылды тибенлектә өйөм-өйөм йөрөгән йылҡылар, йылғаға һуғарырға төшкән һыйырҙар йәмләй. Шундай тырыштар йәшәгәс, ауылдың киләсәге лә бар. Тап Айрат Рәхмәтов кеүек эшһөйәр фермерҙар республикабыҙ уңышын тосораҡ итеүгә, төбәктең социаль-иҡтисади яҡтан үҫеүенә бөтә көсөн һала ла инде. Нәҡ улар халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп, кешеләргә эш урындары булдырып, ауыл кешеһендә киләһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Киләсәктә лә Айрат Ѓибәт улының эшендә уйлаған пландарының, ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйем. Луиза Юлмөхәмәтова. {Хәйбулла районы)

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей