Тырыш фермер

Фермерҙар урып-йыйыу мәлендә ҡыймылдамай, улар арҡаһында күрһәткестәр боҙола райондың тиһәләр ҙә, фермерҙар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай, уларға ла сәскәнде йыйып алырға кәрәк. Яңы Таймаҫ фермеры Айрат Әлмөхәмәтовты тегеңә-быға өйрәтәһе түгел, ул күптән, совхоздары таланып бөткәндән бирле үҙаллы эшләй. Бына әле лә эшселәре менән бергәләп техниканы яланға төшөрөргә әҙерләй. Иҫке инде улар, тип көрһөнә Айрат абзый, бындайҙы кешегә күрһәтеүе лә оят, ярар, лизингыға бер комбай алдыҡ, ти. Һәммәһе унда 9 эшсе иҫәпләнә, уңыш арыу булыр тип өмөтләнә А. Әлмөхәмәтов. Көнбағыштан ғына арыу килем алып була тиһәләр ҙә, Айрат абзый ни бары 80 га ғына сәскән уны. Барлыҡ һөрөнтө ерҙәре 800 гектарҙан ашыу. Ир маҡтаныр, ҡорал эшләр тиҙәр, алама техника булһа ла ул фермерға ҙур таяныс, быйыл да матур итеп кенә игендәрҙе йыйып алырға яҙһын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей