Тылдағы батырлыҡ

— «Нимес һуғыш башлаған» тигән һүҙҙәр йәшен тиҙлеге менән ауылды урап үтте. Беҙ, балалар, башта ул хәбәрҙең ни тиклем ҡот осҡос икәнлеген ныҡлап аңлап та етмәгәнбеҙҙер инде. Атай-әсәйҙәр, апа-инәйҙәр, ағай-апайҙар бергә йыйылышып, был хаҡта һөйләшкәндәрен, илашҡандарын хәтерләйем. Икенсе көндө ауылдан бер нисә кеше менән бергә атайыбыҙҙы фронтҡа оҙаттыҡ. Унан бер-бер артлы апалар, ағайҙар китә башланы. Ауылда ҡалған ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм беҙ, бала-саға, төп эшсе көс булдыҡ. Бер эштән дә ҡалмай, арып-талып баҫыуҙан, ҡырҙан ҡайта башлағас, һуғыштың ни тиклем михнәтле, ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе аңыбыҙға етте, — тип һөйләй Нурисафа инәй.

Атаһына шул китеүенән әйләнеп ҡайтырға насип булмай, һуғышта  хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында «ҡара ҡағыҙ» килә ғаиләгә.

Бәләкәйерәк булғас, тәүге йылдарҙа иген утарға йөрөйҙәр. Унан инде көлтә бәйләргә сығалар.

— Лобогрейка игенде сабып төшөрә бара, беҙ шуны көлтәгә бәйләйбеҙ. Дүрт көлтәне ултыртаһың да бишенсеһен өҫтөнә һалып китәһең, был өйөмдө «фурап» ти торғайныҡ. Комбайн игенде һуҡһа, беҙ артынан һаламын тартып алып та торҙоҡ. Үҙебеҙҙе тотош саң баҫып, күҙҙәребеҙ генә ялтырашып торор ине. Ҙурая төшкәс, елгәргесте (веялканы) өйөрөлтөп тороу йөкмәтелде. Буйыбыҙ бәләкәй булғас, бистаркаға баҫабыҙ ҙа, ике ҡыҙ бергәләп өйрөлтәбеҙ веялканы, сөнки беребеҙҙең генә хәленән килерлек түгел. Аҫта тағы ике ҡыҙ ашлыҡты таҙаһын бер яҡҡа, ҡыйлыһын икенсе яҡҡа айырып тора. Бесән мәлендә лә эшкә сыҡмай ҡалған көн булманы, тырма-салғы ла тоттоҡ, күбәләүҙә лә йөрөнөк, — тип дауам итә Нурисафа Ильясова. — Ауыр эш йонсотһа ла, фашистарҙы тиҙерәк еңеү теләге көслө булды, бер кем дә зарланманы, тырышып эшләнек тә, эшләнек. Апай-еңгәйҙәр күңелдәрен йыуатыу өсөндөр инде, эш араһында әлдән-әле йыр йырлап, таҡмаҡ әйтешеп тә алырҙар ине.

«Үҙем урам ураҡты,

Үҙем һалам фурапты.

Эҙләһәң дә табалмаҫһың,

Беҙҙең һымаҡ дуракты» тигән таҡмаҡтары әле булһа ҡолаҡта сыңлай...

Көнө буйы эштән арманһыҙ булып ҡайтһалар ҙа, кисен уйынға ла сығалар. «Эшкә лә, уйынға ла бер кейем булды. Хәҙер, Хоҙайға шөкөр, балалар теләгәнен алып кейә, бына бит ниндәй матур көндәр килде», — тип ҡыуана инәй.

Эш араһында ҡалаға һөт һатырға ла йөрөгән Нурисафа Мәүләмбирҙе ҡыҙы.           

— Ғаиләлә беҙ биш бала инек. Туғандарым береһе — 11, икенсеһе — 9, өсөнсөһө 3 йәштә ҡыҙылсанан үлеп ҡалды. Ҡустым менән икәүбеҙ генә нисектер тере ҡалғанбыҙ. Әсәйем эшкә тилбер булды, бер һыйырҙан өҙөлмәнек. Ауылдан ҡыҙҙар, апайҙар менән 10 литрлыҡ бидон менән һөттө ҡыш санаға, йәй арбаға ултыртып, Мәғниткә һатырға бара торғайным. Һатҡан аҡсаға сәй-шәкәр, икмәк алып ҡыуана-ҡыуана ҡайтыр инек, — ти ул.

Бер мәл шулай ҡырҙа эшләп йөрөгәндә, «Еңеү!» тип һөрәнләп сапҡынсы килеп етә.

— «Беҙ еңдек» тип ҡысҡырашабыҙ, илашабыҙ, ҡыуанабыҙ. Үҙебеҙ һуғышта булып, дошманды еңгәнбеҙме ни. Был көндө эште иртәрәк туҡтаттылар, күңелдәр күтәрелеп, йырлашып ҡайтыуыбыҙ иҫемдә, — ти инәй.

Нәҡ һеҙҙең кеүек тылда ал-ял белмәй эшләгәндәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте менән дә яуланған бит ул еңеү, бөгөн етеш тормошта йәшәүебеҙ менән һеҙгә лә бурыслыбыҙ, инәй.

1956 йылда Тупаҡ ауылына Әбделхай Таһировҡа тормошҡа сыға. Килен булып төшкән ерендә лә тик ултырмай уңған ҡатын. Колхоз малына бесән әҙерләүҙә йөрөй, Тупаҡта кирбес заводы төҙөлгәс, оҙаҡ йылдар шунда эшләй. Бында ла эш еңелдән булмай, әлбиттә. Сыҡҡан еүеш кирбесте тейәп, мейескә ебәреп тора ул.

Бригадир, иҫәпсе булған ире үлгәненә лә ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үткән. Инәй берҙән-бер улын үҙе аяҡҡа баҫтыра. Улы, Алмас Таһиров, райондың танылған механизаторҙарының береһе, йылдың-йылы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, ураҡ, сәсеү эштәре йомғаҡтары буйынса бүләкләнмәй ҡалғаны юҡ. Ул атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре лә.

Инәй улы менән килене тәрбиәһендә, тыныс ҡартлыҡ кисерә.

— Гөлнара киленемә рәхмәтлемен. Шул тиклем һәйбәт ҡарай, ихтирам итә, — тип ҡыуанысын йәшермәй быйыл 90 йәшен тултырған инәй.   

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей