ТЫЛ ВЕТЕРАНЫ САФТА РАЙОНЫБЫҘҘА 90 ҺӘМ УНАН ӨЛКӘНЕРӘК ЙӘШТӘГЕЛӘРГӘ РӘСӘЙ ПРЕЗИДЕНТЫ В.В.ПУТИНДЫҢ ҠОТЛАУ ХАТТАРЫН ТАПШЫРЫУ ДАУАМ ИТӘ

20 ғинуарҙа Красноусолда йәшәүсе Александр Егорович Бусыгин үҙенең 90 йәшен билдәләне. Тап ошо көндө район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова һәм Красноусол ауыл биләмәһенең эштәргә идара итеүсеһе Ләйсән Юлыҡова тыл ветеранын олпат юбилейы менән ҡотларға килде.

Александр Егорович районыбыҙҙың Архангелка ауылында тыуып үҫә. Үҙ-үҙен белгәндән бирле колхоз эшендә тир түгә, һабансы, комбайн ярҙамсыһы, комбайнсы булып эшләргә тура килә уға. 1972 йылда Красноусолға күсеп килеп, бында төпләнәләр. Хеҙмәт юлын “Ишембайжилстрой” ойошмаһында ташсы булып дауам итә. Ҡатыны МаринаФоминична менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. 7 ейән-ейәнсәр, 8 бүлә-бүләсәрҙәре бар. Улдары Виктор ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәй, ҡыҙҙары Валентина (район электр участкаһында, “ГИП-Электро”ла эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған) менән Сергей (янғын һағында эшләй) Красноусолда төпләнгән. Ҡатыны менән иңгә-иң терәшеп 60 йыл йәшәгәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бынан дүрт йыл элек ул мәрхүм булған. Бөгөн ул ҡыҙы һәм ике ейәнсәре менән бер йортта ғүмер итә. Аң-зиһене теүәл, күңеле көр әле уның, үҙ-үҙен ҡарарлыҡ, балаларына бик ауырлыҡ һалмаҫҡа тырыша. Улдары ла ғаиләләре менән атай йортонда йыш ҡунаҡ.
Ғүмер байрамында үҙенә ошондай иғтибар һәм ихтирамдары өсөн барыһына ла рәхмәтле булды ул. Хәйер, бер быуатҡа тиң ғүмере эсендә ил ни күрһә, барыһын да кисергән оло кешегә шунан башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел..

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей