Тыл ҡаһармандары
Еңеүгә 75 йыл тулыу көнөн ҡаршылауға әҙерләнә донъя ғаләме. Дүрт йылға һуҙылған аяуһыҙ һуғыш миллионлаған ғүмерҙәрҙе өҙгән. Һөләймән ауылынан билдәле шәхес Сөләймән Хажиевтың күп йылдар элек яҙып ҡалдырған хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ һеҙҙең иғтибарға.
”Дүрт йыл буйына барған үлемесле һуғыш миллиондарса кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Илде емерҙе, ҡанһыратты, бөлгөнлөккә төшөрҙө.
Эйе, илебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыуҙа һәм уны аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡабатланмаҫлыҡ ҡаһарманлыҡ күрһәтте халҡыбыҙ.
Ошо Бөйөк Еңеүҙе һуғыш яланында булып, ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡан ил уҙамандарына ғына бәйләп һөйләргә ғәҙәтләндек. Тылда тәүлек әйләнәһенә станок артына баҫып, армияны ҡоралландырған, ил ҡаһармандарын баштан-аяҡ кейендергән, аслыҡтан шешенеп, көнө-төнө баҫыуҙа эшләп, фронтты икмәк менән тәьмин иткән үҫмерҙәр һәм инәйҙәрҙең ҡаһарманлығы иҫкә алынмай тип әйтһәк тә, хата булмаҫтыр.
Ә бит төптәнерәк уйлап ҡараһаң, икмәк булмаһа зәңгәр күктә самолеттар ҙа осмаҫ, ерҙә танкылар ҙа йөрөмәҫ, һуғыш фронты ла булмаҫ ине бит.
Ул йылдарҙағы тыл ҡаһармандары йылдан-йыл һирәгәйә. Уларҙың илде һаҡлап алып ҡалыу батырлығы һәм михнәттәре ваҡыт үтә килә онотолмаһын ине.
...Ауылда йәштәштәрҙән унау инек. Йәйҙең матур көнөндә урамда туп һуғып йөрөгәндә һуғыш башланғанын ишеттек. Балалыҡ сағыбыҙҙы ҡырау һуҡты. Ауыр яҙмышҡа дусар ителдек. Ҡорҙаштарымдың күбеһе һуғыш зәхмәте тейеп, был донъя менән хушлашты.
Йәштәштәрҙән бөгөнгө көнгә икебеҙгә генә иҫән ҡалырға Хоҙай насип иткән. Хәҙер беҙ ғүмеребеҙҙең һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлайбыҙ. Беҙҙең быуын кешеләренең ҡаһарманлығы, михнәттәре, ул дәүерҙәге ваҡиғалар тураһында йәш быуынға еткереүҙе бурыс итеп ҡуйҙым.
Һуғыш башланды
Ауыл тотҡаһы булған ир-егеттәр һуғыш фронтына китте. Трактор өҫтөндә ер һелкетеп иген игеп йөрөгән Шәрип ағайым да, бригадир Фәхретдин ағай ҙа, ауыл бәһлеүәне тимерсе Ғәлим батыр ҙа ил һағына китте. Тракторға Мәғсума апа ултырҙы. Миңдиямал апай бригадир булды. Ғәйнислам ҡарт тимерсе булып эшләй. Иң яҡшы аттарҙы һәм колхоздың берҙән-бер йөк машинаһын да һуғыш яланына алып киттеләр.
Уҡытып йөрөгән Әмерхан ағайым да үҙ теләге менән фронтҡа китте. 50-гә баҫҡан атайым Ҡазиханды ла труд армияһына ебәрҙеләр. Һикһән йорттан торған Һөләймән ауылынан 150-гә яҡын ир-егет фронтҡа китте.
Ауылдағы бөтә мәшәҡәттәр бала-сағаға, ҡатын-ҡыҙҙар иңенә һалынды. Ә Әй һыуы, быуаттар серен һаҡлағандай, тыныс ҡына аға бирҙе.
Атайымдан биш бала тороп ҡалдыҡ. Иң олоһо мин (13 йәш), иң бәләкәйе Сайма һеңлем бишектә ҡалды. Ғаиләлә иң олоһо булараҡ, бөтә мәшәҡәттәр минең иңдә. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк баҫыуҙа эшләй башланыҡ. Ер ҡарҙан асылғас та, бригадир мәктәпкә килеп малайҙарҙы уҡытыусынан һорап баҫыуға илтеп ҡуя ине.
Ҡара яҙҙан көҙгә тиклем һалҡындар төшкәнсе ҡыуыш ҡороп баҫыуҙа йәшәнек.
Һуғыштың тәүге йылдарында ат ҡамытларға буй етмәй интектек. Ат ҡараусы Сәфәр ҡарт атты ҡамытлап бирә ине. Бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем ер һөрҙөк, тырмаштыҡ, сәстек, уңыш йыйҙыҡ. Төнөн көлтә йыйҙыҡ, иген һуҡтыҡ. Көндөҙ фронт өсөн иген ташыныҡ.
Бригадир апай беҙҙең кеүек бала-сағаны эшкә ҡушыр алдынан үҙәк өҙҙөргөс һүҙҙәр әйтеп, арҡанан һөйә-һөйә эшкә ҡушыр ине.
– Балаҡайҙарым, был михнәттәр ваҡытлыса ғына. Тырышайыҡ инде. Беләм, әле һеҙҙең уҡып йөрөр саҡ. Бүтән әмәл юҡ, күҙ терәп торған көс һеҙҙә генә, тиҙҙән атайҙарығыҙ һуғыштан ҡайтыр.
Бригадир апай үҙе һөйләй, үҙенең бит алмалары буйлап йәш аға. Быны күреп беҙҙең дә күңел иреп китәр ине.
Бер ваҡыт иртән беҙгә инде лә:
– Йән киҫәгем, бөтә ышаныс һиндә генә. Фермала бер киҫәк утын юҡ, утын килтереп бирсе, – тип үтенде.
Ныҡ һалҡын көн ине. Ала бейәне егеп урманға киттем. Ҡалын ҡарҙы йырып, көс-хәл менән урманға килеп еткәндә көн кискә ауышҡайны. Ҡайын
ағастарын киҫеп санаға тейәнем. Кискә табан тағы ла нығыраҡ һалҡынайҙы. Ат ҡалын ҡар-ҙы йырып сыға алмай ул яҡҡа-был яҡҡа тартҡыланды. Урманды сыға алмай яфа сиккәндә тәртә төбө өҙөлдө. Утынды бушатып, тәртә төбөн бәйләгәндә төн уртаһы ине инде. Ат тик тормай, тыпырсына, бышҡыра, һикеренә. Сығарынан сыҡҡан атты санаға егә алманым, йүгәнен һыпырып ауылға ҡарай сапты.
Айлы төн уртаһында бер үҙем урманда тороп ҡалдым. Ошо мәлдә яҡында ғына бүреләр олоп ебәрҙе. Ҡотом китеп ауылға ҡарай йүгерҙем.
– Төн буйына ҡайҙа йөрөнөң, балаҡайым, – тип әсәйем үкһеп-үкһеп илай башланы.
Иртән ат дворына барҙым, ала бейә төн ауышҡанда ҡайтып еткән. Бригадир апа: ”Туғанҡайым, миңә рәнйемә инде. Нимә эшләйем һуң? Һуғыш бара бит, бына һуғыш бөтөр, атайҙарығыҙ ҡайтыр. Эштән бушап уҡый башларһығыҙ”, – тип тыныс-ландырырға тырышты мине.
Тик улай булып сыҡманы. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылған һайын күп сығымдар, яңы ҡорбандар талап итте. Халыҡ йылдан-йыл бөлгөнлөккә төштө.
Ауыл советы хәрби
штабҡа әйләнде
Һуғыш йылдарында ауыл Советы һуғышсан етди хәлгә килтерелде – хәрби штабҡа әйләнде, тиһәк тә дөрөҫ булыр. Ауыл Советы тәүлек әйләнәһенә эшләне. Хәрби комиссариаттан бирелгән бойороҡтар кисектергеһеҙ үтәлде. Халыҡтан фронт өсөн кейем-һалым, заем йыйыу, һуғышҡа китеүселәрҙе оҙатыу, күберәк уңыш үҫтереп, фронтты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү кеүек мөһим эштәрҙе башҡарыу ауыл советтарына йөкмәтелде. Сулея станцияһы менән район үҙәген тоташтыр-ған оло юл уртаһында ултырған Ләмәҙтамаҡ ауыл Советының эше тағы ла ҡатмарлыраҡ ине. Район буйынса фронтҡа китә торған бөтә техника ошо ауыл Советында туплана ине. Техника һәр саҡ хәрби хәлдә булырға, хәрби комиссариаттың бойороғо буйынса тотҡарлыҡһыҙ фронтҡа оҙатылырға тейеш.
Башҡорт атлылар дивизияһы ойоштороуҙа ауыл советтары ифрат ҙур роль уйнаны. Кавалерияға аттар һайлап алыу, кавалеристарҙы баштан-аяҡ кейендереү, бының өсөн халыҡтан тире, йөн йыйып, тун тектереп, быйма баҫтырыу кеүек эштәрҙе башҡарыу ҙа йөкмәтелде.
Фронт үҙенекен талап итте, һәр йортҡа ит, һөт, йомортҡа тапшырыу буйынса көс етмәҫлек һалымдар, заемдар йый- науҙы ла ауыл советтары башҡарҙы.
Ауыл кешеләре бөлгөнлөккә төшөп, аслыҡтан ыҙа сиккәндә эвакуацияланған бала-саға, ҡатын-ҡыҙ ауылға килә башлай. Ас-яланғас ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу ҙа ауыл Советына йөкмәтелде. Әсе яҙмышҡа дусар ителгән ауыл халҡы үҙе ас-яланғас булһа ла, ыҙа сиккән бала-сағаны ситкә типмәне. Ниндәй генә милләт булыуға ҡарамаҫтан, йөрәк йылыһын бирҙе, үҙ өйөнә ҡабул итте, бер ғаиләләй йәшәй башланы.
Эйе, ауыр һуғыш йылдарында халыҡ татыу булды, бер-ҙәм йәшәне. Шатлығын да, ҡай-ғыһын да уртаҡлашты. Бер грамм сәйен дә, тоҙон да уртаға һалды.
Һуғыш яланынан ҡайғылы хәбәрҙәр өҙлөкһөҙ килеп торҙо. Шәрипйән Хажиев тураһында ла батырҙарса һәләк булды, тигән хәбәр алдыҡ. Береһенән-береһе бәләкәй өс бала етем ҡалды.
Ошо йылда фронт өсөн йәнен-тәнен биреп эшләгән ауыл Советы рәйесе Закир Хажиев, дүрт бала ҡалдырып, ҡапыл вафат булды.
Бөтәһе лә фронт өсөн
Ил ҡаһармандарын кейендереү, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү кеүек һәм башҡа эштәр ауыл халҡының иңенә һалынды.
Фронт ауыл тормошон үҙгәртеп ҡороуҙы талап итте. Район үҙәгендә мылтыҡ прикладтары, хәрби арбалар эшләү, тире иләү, йөн тетеү, быйма баҫыу цехтары эшләй башланы. Ауылдағы теген оҫталарына тун, бейәләй һәм башҡа кейем-һалым тегеү заданиеһы еткерелде.
Комсомол ойошмалары тарафынан фронт өсөн кейем-һалым һәм башҡа кәрәк- яраҡтар йыйып, фронтҡа ебәреү өсөн ауыл Советы ҡаршыһында махсус штаб ойошторолдо, фронт кәрәк-яраҡтары һалынған посылкалар хәрби частарға даими ебәрелеп торолдо.
Фронт заказдарын ваҡытында үтәгән өсөн район хеҙмәтсәндәренә Сталин исеменән рәхмәт белдергән телеграммалар килә.
Башҡорт атлылар дивизияһын ойоштороуға, Башҡортостан эскадрильяһын һәм танкылар колонналарын төҙөүгә, самолеттар һәм танкылар эшләүгә етди бойороҡ алына. Аҡса йыйыу кампанияһы ойошторола. Ил патриоттары быға ихлас ҡушыла. Миҫал итеп шуны ғына килтереү ҙә етә. Уҡытыусы Сәлимә апа, ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торған биш балаһы була тороп, өй һалырға йыйған биш мең һум аҡсаһын хәрби самолет төҙөргә бирә (уның тормош иптәше һуғыштан әйләнеп ҡайтманы). Тимерсе Александр танкы төҙөүгә 25 центнер ашлыҡ биреп, үҙе фронтҡа китә. Ул да фронттан ҡайтмай. Ул йылды беҙҙең ауыл советынан ғына өс миллиондан ашыу аҡса йыйып тапшырыла.
Ауыл халҡы еңеүҙе яҡынлаштырыу өсөн ҡулынан килгәнде эшләргә тырышты. Ә һуғыш фронты иһә барыһын да йотоп ҡына торҙо.
Ул йылдарҙы бер нимә менән дә иҫәпләшмәнеләр, кеше хәлен еңеләйтеү тигән төшөнсә булманы. Сталиндың бойороҡтары аяуһыҙ, ҡанһыҙ булды. Уның күрһәтмәләре етди үтәлде.
Икмәк тураһында закон ифрат рәхимһеҙ булды. Рөхсәттән тыш колхозсыға икмәк биргән өсөн колхоз рәйестәрен хөкөм иттеләр. Бер ус ашлыҡты кеҫәгә һалып ҡайтҡан өсөн дә төрмәгә яптылар. Быға миҫал итеп шуны ғына килтереү ҙә етә. Хеҙмәт көнөнә ашлыҡ таратҡан өсөн колхоз рәйесе Фазлый Мөхәмәтовты ун йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Ырҙын табағынан алып кеҫәһендә арыш алып ҡайтҡан өсөн Сәйҙә апай-ҙы бер йылға хөкөм иттеләр.
Беҙҙең эшләгәнгә хеҙмәт көнө яҙып барҙылар, йәнәһе эшләгәнгә көҙ көнө иген алабыҙ. Ә көҙгә тиклем ашлыҡты ҡырып-һепереп дәүләткә тапшыралар.
Көс етмәҫлек һалым һалдылар. Ит, һөт, йомортҡа, тире, йөн тапшырырға мәжбүр иттеләр. Йыл әйләнәһенә түләп бөтөрә алмаған хужалыҡтарҙың һалымы недоимка булып ҡалды”.
Сөләймән Хажиев 1927 йылдың 5 майында Һөләймән ауылында тыуған. Башҡорт урта ауыл хужалығы мәктәбен, Баш-ҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Мәсетле районының “Искра”, Б. Я. Нуриманов исемендәге, Яңауыл районының “Алға”, И. Н. Мичурин исемендәге колхоздарында агроном һәм баш агроном булып эшләгән. Яңауыл райсельхозтехникаһы берекмәһенең өлкән агрономы, ауыл хужалығы производство идаралығы инспекторы булған. 1983 – 1987 йылдарҙа – БАССР Яңауыл райсельхозтехникаһының ярҙамсы хужалығы агрономы.
Агроном-баҡсасы булараҡ, Сөләймән Ҡазихан улы ысын мәғәнәһендә ерҙең тоҙон татый. Хеҙмәт йылдарындағы тын-ғыһыҙ кеше, хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултырмай. Тупланған бар тәжрибәһен киләһе быуындарға ҡалдырырға тырыша, баҡсасылар өсөн бик күп ғилми мәҡәләләр яҙа. Уның “Плодородия вашему саду” (1993 й.), “Овощам – зеленую дорогу” (1997 й.) һәм башҡа китаптары, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү һәм уларҙан яҡшы уңыштар алыу тураһында брошюралары донъя күрә. “Башҡортостан” һәм “Ҡыҙыл таң” республика гәзиттәренең штаттан тыш хәбәрсеһе була.
Уның хеҙмәттәре юғары баһаланған. Ул Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Почет грамотаһы, “Батыр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.
Ул 2002 йылда 74 йәшендә донъя ҡуя.
Автор: Руфина Мухаметова