Тәүәкәлләгән – отҡан

Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй. Урындағы көнүҙәк мәсьәләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уларҙы хәл итеүҙә ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша.

Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы үҙ өлөшөн индерә, бағыусылар ярҙамлаша. Проекттың өҫтөнлөгө шунда: бер ауыл биләмәһе унда йыл һайын ҡатнаша ала, бары тик теләк кенә булыуы мөһим.      

Беҙҙең районда ла был йәһәттән әүҙем эштәр алып барыла: зыяраттар кәртәләнә, юлдар, мәҙәниәт усаҡтары төҙөкләндерелә, ауылдар эсәр һыу менән тәьмин ителә, урамдарға ут үткәрелә, балалар майҙансыҡтары төҙөлә, кәрәкле техника алына.

Һарыш ауыл хакимиәтендә лә был йәһәттән әүҙем эш алып барыла. Бында башҡарыласаҡ эштәр буйынса сметалар күптән әҙер, экспертизалар үткән. Йыйылған аҡсаға ауыл клубына капиталь ремонт яһаласаҡ: тулыһынса тәҙрә-ишектәр, ҡыйыҡ яңыртылыуы көтөлә.  

Корнеевка ауылы иһә был программала өсөнсө йыл рәттән ҡатнаша.  Халыҡтан йыйылған аҡсаға йыл һайын ауыл эсендәге юлдарға асфальт һалына. “Ашҡаҙар” кооперативы ла көнүҙәк мәсьәләрҙе хәл итеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.

Былтырғы йыл ошо проект сиктәрендә район хакимиәте менән берлектә Йомаҡ ауылының С. Юлаев урамы асфальтланған. 28 июль көнө йомаҡтар “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә йыйына һәм тап шул көндө төҙөкләндерелгән юлды асыу тантанаһы уҙасаҡ.

Быйылғы йыл райондың Үрге Юлдаш ауылы мәғариф бүлеге менән берлектә мәктәптең спорт залын ремонтлаған.   

Арыҫлан ауылы хакимиәте башлығы Айрат Тимербай улы Шәйәхмәтов халыҡтың был проектҡа ыңғай ҡарашын билдәләп үтте. Уларҙың да үҙ бағыусылары бар. Урындағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә “Мәҡсүтов” (етәксеһе – Мәҡсүтов Самат Миңлеғәле улы) һәм  “Әлимғужин” (етәксеһе – Әлимғужин Руслан Салауат улы) кооперативтарының ярҙамдары баһалап бөткөһөҙ. Йыйылған аҡсаға Яңауыл ауылы зыяраты кәртәләп алынасаҡ. Был изге эштә ауылдың һәр кешеһе ҡатнашасағына иманым камил, тине хакимиәт башлығы.

Кәрәкле, файҙалы был проекттың ауылды үҫтереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға битараф булмаған халыҡ барында тормошобоҙ ҙа йәмле, киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө әле беҙҙең.

 Л. ХӘЙРУЛЛИНА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей