Труженики тыла, ветераны труда

Минең инәйем Моратшина Йомабикә Ишбулат ҡыҙы 1929 йылдың 15 ғинуарында Мәсетле районы Яңы Мишәр ауылында бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы, Ишмөхәмәтов Ишбулат тырыш, егәрле олатайыбыҙ, инәйем тыуған йылда вафат булып ҡуя. Биш бала менән бөтә донъя йөгө өләсәйем Зөлҡәғиҙә ҡулына ҡала. Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалған ҡыҙ, бар эшкәлә тилбер, уңған, талымһыҙ булып үҫә. Һуғыш башланғанда уға бары 12 йәш була. Ниндәй генә эшкә ҡушһаларҙа, бер ерҙәлә үҙен һынатмай. Яландарҙа ашлыҡ сүбен утау, бесән эшләү, ашлыҡты көлтәләү, ашлыҡты һуғыу - еңеү өсөн күмәкләшеп, тырышып эшләнек.
"Аслыҡтан нимә генә ашарға тура килмәне, балтырған, кесәрткән, алабута. Яҙға сыҡҡас, йәшел үләнгә аяҡ баҫтыҡ, асҡа үлмәҫбеҙ тип ҡыуана инек. Мәсәғүткә йәйәүләп, көйәнтәләп май алып барабыҙ, кире ҡайтышлай, кәрәк-яраҡ, бәрәңге алып ҡайта инек.
1941 йылдың аҙағында Хөрмәт ағаһын һуғышҡа оҙаталар. Бөтә нәмә фронтҡа, иртән уҡып, көндөҙ эшләп, кистәрен һалдаттарға йөндән нәски, бейәләйҙәр бәйләй инек.
1944 йылдың яҙында Хөрмәт ағайым ҡаты яраланып, госпитальдән һуң ҡайтып төштө. Шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы, сөнки бик күптәрҙең ағай, атайҙары һуғыш яланында батырҙарса һәләк булып ятып ҡалды", -  тип иҫкә ала ине инәйем.
Еңеү яҙын 1945 йылды иҫкә алғанда, инәйемдең йөҙөндә йылмайыу булһа ла, зәңгәр күҙҙәре гел йәшкә мансылыр ине. Ул күҙҙәрҙә һуғышты еңеү шатлығы, бала саҡтың аслыҡ-яланғаслыҡта үтеүе, һуғыш афәтенең аяуһыҙ икәнен күрә-уҡый инем.
1947 йылда әтейебеҙ Моратшин Муллахмәт Йонос улына кейәүгә сыға. Декабрь айында Ғүмәр ауылына килен булып тошә. Әтейебез - тыл ветераны. Уны 16 йәшендә колхоздан трактористар курсына уҡырға ебәрәләр. Уҡып ҡайтҡас тракторист булып колхозда эшләй. 17-18 йәше тулған иптәштәре менән бергәләп, улда һуғышҡа китәм тип, военкоматҡа бара. Юҡ, һин бында кәрәк, тракторҙа эшләргә кеше юҡ тип ҡайтаралар. Ул көнө-төнө тракторҙа, комбайнда эшләй. Бер аҙ үпкәләп тә алғандыр, егет кеше, бар ир-аттар, иптәштәре һуғышҡа киткәндә, миндә барһам фашистарҙы ҡырыр инем тип. Ни эшләйһең, тылда эшләргә кеше кәрәк булған бит. Әтейебез оҙаҡ йылдар "Комсомолец" колхозында тракторист, бригадир булып эшләне. Хеҙмәттәре өсөн хөрмәте лә булды. Миҙалдар менән бер рәттән Мәскәү ҡалаһына ВДНХ күргәҙмәһенә лә барыу бәхете тейҙе. Он тирмәнең үҙ ҡулдары менән төҙөшөп, уны төҙөп бөткәс, оҙаҡ йылдар тирмәнсе булып эшләне.
Бар эшкәлә маһир, уңған беҙҙең ҡәҙерле инәй-әтейебеҙ 10 балаға ғүмер бүләк итәләр. Үкенескә ҡаршы, 8 айлыҡ Фәрит исемле сабый улдары, ауырып китеп, үлә. Күмәк балалар менән колхоз эшенә лә өлгөрә инәйем. Бала тыуғас өйҙә ултырыу булманы. Бер ҡулға бишек, икенсеһендә бала - шулай яланға эшкә йөрөнөк. Бала ҡараусы алып барабыҙ, көндәрҙең эҫеһе лә, төрлө сағы була инде, тип өҫтәп ҡуя инәйем, һорашһам,- ул ваҡытта эшләргә эшсе ҡулдар етмәй, техника юҡ, һуғыштан һуң ауыр, аслыҡ-яланғаслык ваҡыттар.
Егәрле, уңған ғәилә лә 3 ҡыҙ, 6 ул-ир бала үҫә. Әтейемә армияға барырға тура килмәһәлә, 6 улы Совет Армияһында хеҙмәт итте. Әтейебез, оҙак ҡаты ауырығандан һуң, 1984 йылда 57 йәшендә вафат булды.
Инәйем беҙгә терәк, таяныс, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан нәнәй, өләсәй булды, 2007 йылда 78 йәшендә вафат булды.
Инәкәйем, тормош юлың ауыр, бик ҡатмарлы булды, ә һин үҙең ныҡ булдың, бирешмәнең!
Ҡулдарыңдан балдар тамды,
Йөрәк наҙың барыбыҙға ла етте,
Йортобоҙ нурлы булды, аштарыбыҙ тәмле,
Ә мейестән сыҡҡан икмәк еҫтәре!!!
Барыһы өсөн һинең алдыңда баш эйәбеҙ, барыһы өсөн оло рәхмәт!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей