ТРАКТОРҘЫ ЛА, АТТЫ ЛА АУЫҘЛЫҠЛАНЫ

Был тормоштоң йәшәү мәғәнәһе ауыр йөктө лә еңел итеп күтәрә, бәләкәй генә еңеүҙәргә лә шатлана, үҙеңдең хеҙмәт һәм тормош юлыңды матур итеп үтә белеүҙәлер. Ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшен тултырған Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Мөхәмәтулла Хаммат улы Мөхәмәҙиев ана шундайҙарҙан.

Яҙмыш уны кемдәндер ярҙам көтөп, ҡул ҡаушырып ултырырға өйрәтмәгән. Мөхәмәтулла Хаммат улы күкрәк ҡағып һөйләрлек хеҙмәт юлы үтһә лә, халҡыбыҙҙың иң күркәм сифаттарының береһе – баҫалҡылыҡ уның ҡылығында ныҡлы урын алған. Заманында бик күп йылдар “Йондоҙ” колхозының баҫыуҙарын яҙлы-көҙлө тракторҙа арҡыры-буй үткән, һәр саҡ юғары уңыш алыуға өлгәшеү өсөн көн-төн эшләгән, кәрәк икән ат менән йөк тартҡан, намыҫлы йәшәгән кешеләрҙең береһе ул.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда донъяға ауаз һалған Мөхәмәтуллаға атай наҙын татып, иркәләнеп үҫергә, уның “улым” тип өндәшеүен ишетергә насип булмай. Бер нисә айлыҡ сағында атаһын һуғышҡа алалар һәм ул шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтмай. Аталарының Сталинград яғында булғанлығы ғына билдәле, ә ҡайҙа ерләнгәнен һуңынан эҙләтеп ҡараһалар ҙа, тапмайҙар. Инәһе Сәмиға Исламбул ҡыҙы өс малай – Фәрүәз, Фәрит һәм бәләкәс Мөхәмәтулла менән тороп ҡала. Аслыҡ-яланғаслыҡ, атайһыҙлыҡ барыһы ла башынан үтә уларҙың. Ҡәһәрле һуғыш йылдарын иҫенә төшөрһә, тәндәре земберҙәп китә Мөхәмәтулла Хаммат улының. Был осор сыныҡтырып, ҡатҡылландырып та үҫтерә уны. Шуға ла атай нигеҙен һүндермәй, ошо ергә ерегеп үҫә эшкә ҡатҡыл егет. Үҙендә тракторҙы ла, атты ла ауыҙлыҡларлыҡ көс тә, дәрт-дарман да таба.
Әрме хеҙмәтен Термез ҡалаһында сик һаҡсыһы булып 3 йыл намыҫ менән үтәй. Һуңынан, 1967 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер йыл СПТУ-1-ҙә уҡып таныҡлыҡ ала тырыш, йәш егет.
- Бергә эшләгән иптәштәрҙең күбеһе хәҙер был донъяла юҡ инде. Рамазан Рахманғолов, Рауил Ғилманов ағайҙар менән эшләргә тура килде. Мөхәррәм Ибраһимов менән ғүмер буйы бергә эшләнек. 23 йыл сөгөлдөр баҫыуында эшләнем, һуңынан малсылыҡта, эшләмәгән эш ҡалманы инде. Ауылда үҙемдең тиңдәштәрҙән Миҙхәт Ғәлиәхмәтов, Кәбир Мәүлетҡолов ҡына ҡалғанбыҙ, - тип иҫкә ала үҙенең үткәндәрен Мөхәмәтулла Мөхәмәҙиев.
Уңған, егәрле егетте Ҡауарҙы ауылының сибәр ҡыҙы Мәрүә Нәсибулла ҡыҙы менән димләп таныштыралар. Төшкән еренә таш булып бата кәләше. Улар биш балаға ғүмер биреп, уларҙы матур, тәрбиәле, эшһөйәр итеп тәрбиәләп тормош юлына сығарғандар. Оло улдары Шәһит Сәйетбаба урта мәктәбендә хәрби хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәненән уҡыта. Атай йорто янына күркәм йорт һалып, кәләше менән 3 бала үҫтергән. Хәҙер үҙҙәре лә олатай-өләсәй булғандар. Ҡарағай ауылында өлкән тәрбиәсе булып эшләүсе Айһылыу ҡыҙҙары Фәнис кейәүҙәре менән шул ауылда 3 бала үҫтереп, матур итеп йәшәп ята. Өсөнсө балалары – Айгөл ҡыҙҙары Салауат ҡалаһында төҙөлөштә эшләй, 2 ул үҫтерә. Шул уҡ ҡалала йәшәүсе Гөлдәр ҡыҙҙары менән Айрат кейәүҙәре ул үҫтереп, Азат улдары әле армияла хәрби бурысын үтәй. Кесе улдары Илдар Роза килендәре менән бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр, Өфө ҡалаһында йәшәйҙәр. Өлгөлө атай-әсәй булған Мәрүә апай менән Мөхәмәтулла ағай хәҙер 10 ейән-ейәнсәргә, бер бүләргә олатай-өләсәй булып та тора.
- Бына ошо ауылға килен булып төшөүемә лә 53 йыл булып киткән. Балаларыбыҙ алтын кеүек. Һәр береһе килеп, ярҙам итеп торалар. Үҙебеҙ ҙә тик ултырырға тырышмайбыҙ, - ти әсә кеше балалары менән таныштырып.
Эйе, эшләгән осоронда мазутҡа батып, арып ҡайтҡан ирен яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, ашарына бешереп, хәстәрләп торған Мәрүә Нәсибулла ҡыҙы ла ҙур маҡтауға лайыҡ. Ул күпселек сөгөлдөр утауҙа эшләгән, фермала һыйыр ҙа һауған. Мөхәмәтулла Хаммат улының бәғзе ваҡыт колхоз эшенән бушаған саҡтары ла аҙ булғандыр, әммә ул ваҡыттар эштә намыҫ менән үтелеп, шуға ла ауылдаштары алдында бөгөн йөҙө яҡты ир-уҙамандың.
Баҡсаларында быйыл ҡып-ҡыҙыл булып балҡып ултырған балан да уның әсе тир түгеп яуланған хеҙмәт емеше кеүек йыйып бөткөһөҙ мул уңыш биргән. Йыйып, баулап элһәләр ҙә ҡалған емештәре лә өй алдын йәмләп ултыра. Әле лә тик ултырмай хеҙмәт ветерандары. Ике һыйыр, башмаҡ аҫрайҙар, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсәһен ултырталар. Мөхәмәтулла Хаммат улы быға тиклем ат та тотҡан, хәҙер баҡсанан сыҡмай, уны тәрбиәләп, бер минут ваҡытын да әрәм итмәй. Киләсәктә лә шулай йәштәргә өлгө, үрнәк булып, балалар игелеген-изгелеген күреп, Мәрүә Нәсибулла ҡыҙы менән тиңлектә-тигеҙлектә һөйөнөп йәшәргә яҙһын.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей