ТОРНАЛЫ ХАЛҠЫНА – МАТУР БҮЛӘК

ТОРНАЛЫ ХАЛҠЫНА – МАТУР БҮЛӘК

 

Ауыл халҡы өсөн Республика көнө икеләтә шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Сөнки торналылар байрам концертын матди-техник базаһы яңыртылған клубта ҡараны.

Сәхнәлә сағыу, өр-яңы костюмдар кейгән ансамблдәр, уларҙың сығышын тулыландырған, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ иткән яңы экранда күрһәтелгән видеояҙмалар, тирә-яҡты солғап алған тауыш һәм музыка. Сараға килгән халыҡ, тын да алмай, “Торнаҡай”, “Әй ынйылары”, “Карамельки”, “Селяночка” ансамблдәре, Лилия Динисламова, Виталий Кузнецов, Энже Дүшәнова, Диана Рәжәпова башҡарыуында йыр һәм бейеүҙәрҙе ҡараны, һәр сығыш алҡыштарға күмелде. Ысынлап та, музыкаль яҡтыртҡыс, проектор, экран, микрофон һ.б. мультимедия ҡорамалдары, музыка ҡоралдары, милли кейемдәр менән тәьмин ителгән Торналы клубында был көндө байрамса кәйеф урынлашты. Клубтың матди-техник базаһы, "Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә яңыртылды. Бынан тыш, мәҙәниәт усағы отҡан грантҡа бильярд, теннис, мини-хоккей өҫтәлдәре, велотренажер һәм, иң мөһиме, “Газель-Некст” микроавтобусы һатып алынды.
Торналыларҙың был шатлығын уртаҡлашырға байрам сараһына район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Совет секретары Андрей Сергеев, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев һәм ауыл биләмәһе башлығы Владик Дүшәнов килгәйне. Улар ауыл халҡын ҡотлап, һатып алынған әйберҙәргә һаҡсыл булырға саҡырҙы.
Сер түгел, бөгөн клубҡа капиталь ремонт кәрәк. Бигерәк тә мәҙәниәт усағының емерелә башлаған стеналары, иҫке иҙәндәре күҙгә ташлана. Торналы мәҙәниәт йорто мөдире Винера Садиҡова һөйләүенсә, бынан бер нисә йыл элек “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса мәҙәниәт йортоноң түбәһе эшләнгән. Район етәкселеге яҡын киләсәктә клубтың төҙөклән­дереләсәген вәғәҙәләй.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей