“ТОРМОШТОҢ ҠӘҘЕРЕН БЕЛЕП ЙӘШӘГЕҘ”

Түбәнге Төкөн ауылында һикәлтәле ғүмер юлын уҙған тыл ветераны Миңлеямал Хөсәйенова менән осрашырға насип булды. Унынсы тиҫтәне ваҡлаған әбей оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, зиһене камил, хәтере яҡшы, күҙе күрә, ҡолағы ишетә. Ул үҙенең тормош юлы тураһында ихлас һөйләне.

Миңлеямал Хөсәйенова Түбәнге Төкөн ауылында тыуып, ошо ауылда буй еткерә. Тормош уны иркәләмәй. Сабый ғына сағында атайһыҙ һәм әсәйһеҙ ҡала. Уны нәҫел тейешле кешеһе үҫтерә. Бала сағы һәм йәшлек осоро Бөйөк Ватан һуғышына тура килә.
- Үҫмер ҡорона ингәс, 15 йәштән һыйырҙар һауҙым. Һауынсы булып өс ҡыҙ эшләнек. Һәр беребеҙгә 16-шар һауын һыйыры тура килде. Был башы ғына булған, артабан да ғүмеремдең байтаҡ йылдарын һауынсы эшенә бағышланым. 19 йәшемдә ауылдашыма кейәүгә сыҡтым. Ике етем берләштек. Ул да атайһыҙ-әсәйһеҙ үҫкән. Бер-бер артлы ете улыбыҙ донъяға килде. Ишле ғаиләлә балаларыбыҙҙың өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ булһын тип аталары менән колхозда тырышып хеҙмәт иттек. Малайҙар үҫкәндә көн дә тиерлек икмәк һала инем, - тип хәтирәләргә бирелде ул.

Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей